Алда булһын еңеүҙәр!
11 августа 2017 йыл | Спорт, Йәмғиәт

Хөрмәтле спортсылар, физкультура уҡытыусылары, тренерҙар һәм спорт ветерандары! Барығыҙҙы ла һөнәри байрамығыҙ менән тәбрикләйем.
Сәләмәтлек, эшһөйәрлек, көслө рух сығанағы булған спорт һәм физик культура йәшәйешебеҙҙә мөһим урын биләй. Һуңғы йылдарҙа үҫеп килеүсе йәш быуынды, халыҡты сәләмәт йәшәү рәүешенә йәлеп итеү, спортты яҡлау һәм үҫтереү өсөн күп эштәр башҡарыла, яңы прог-раммалар тормошҡа ашырыла. Районыбыҙҙа төҙөлгән физкультура-һауыҡтырыу комплексы, Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе, Красноусол башҡорт гимназия-интернатында асылған спорт кластары, даими үткәрелгән ярыштар, спорт саралары – барыһы ла ошоға булышлыҡ итә.
Хөрмәтле спортсылар, физкультура уҡытыусылары һәм спорт һөйөүселәр! Барығыҙҙы ла Физкультурниктар көнө менән ҡотлайым. Сәләмәтлек, ғаиләгеҙҙә именлек, спорт майҙандарында яңы еңеүҙәр теләйем!
Рәмил БОХАРОВ,
Муниципаль район хакимиәте башлығы.

Зирәктәр йәнә - Красноусолда
04 июля 2017 йыл | Спорт, Йәмғиәт

Зирәктәр йәнә - Красноусолда
Зирәктәр йәнә - КрасноусолдаРайоныбыҙ үҙендә төрлө спорт төрҙәре буйынса республика ярыштарын ҡабул итеп тора. Йәнә шундайҙарҙың береһе – мәктәп уҡыусылары араһында шахмат бу-йынса III республика  беренселеге тап беҙҙең районда үтте.

“Урман” хужалығы аттары ал бирмәне
16 июня 2017 йыл | Спорт, Йәмғиәт

Һабантуйҙың төп биҙәге, иң күп тамашасыны – олоһон да, кесеһен дә үҙенә йыйған урыны, әлбиттә, ат сабышы булғандыр. Шуға ла уға старт бирелеү менән бар халыҡ дәррәү бәйге майҙансығына йыйылды. “Урман” хужалығы аттары  ал бирмәне
“Урман” хужалығы аттары  ал бирмәне

Етеҙлек, оҫталыҡ, таҫыллыҡ һынала бында
16 июня 2017 йыл | Спорт, Йәмғиәт

Етеҙлек, оҫталыҡ, таҫыллыҡ һынала бында
Етеҙлек, оҫталыҡ, таҫыллыҡ һынала бындаБерәүҙәр кинәнеп районыбыҙ таланттарының сығыштарын тамаша ҡылды, ә бәғзеләр тирмәләр, сауҙа нөктәләре янында уралһа ла, күпселек спорт ярыштары, шаян халыҡ уйындары  барған майҙансыҡтарҙа ҡайнашты.

Йәш шахматсылар уңышы
14 июня 2017 йыл | Спорт, Йәмғиәт

Йәш шахматсылар уңышыБашҡортостандан биш йәш шахматсы Кострома ҡалаһында үткән Рәсәй беренселегендә ҡатнашты. Республика командаһы составында беҙҙең райондан да ике ҡыҙ  бар ине (һүрәттә).
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 4 5 6 7 8 9 10 11 12 ... 35