Башҡортостан спортсылары алтын миҙал яуланы
18 августа 2016 йыл | Спорт

Башҡортостан спортсылары алтын миҙал яуланыБразилияның Рио-де-Жанейро ҡалаһында йәйге Олимпиада уйындары дауам итә. 16 авгусҡа ҡарата Рәсәй спортсылары 11 алтын, 12-шәр көмөш һәм бронза миҙал яулап, рәсми булмаған миҙал иҫәбе (35) буйынса 4-се баҫҡысҡа күтәрелде. Юғарыла АҠШ (75), Бөйөк Британия (41), Ҡытай (46) командалары урынлашҡан.

Алда булһа ҙур теләк…
15 августа 2016 йыл | Спорт

Алда булһа ҙур теләк…Районыбыҙ спортсылары араһында һөнәрҙәре менән спортсы булмаһалар ҙа, ғүмере буйы спорттан айырылмаған, төрлө ярыштарҙа әүҙем ҡатнашҡандар бик күп. Шуларҙың береһе, Красноусолда йәшәүсе Ғайса Әсғәт улы Кейекбаев матур тәбиғәтле, күренекле ғалимыбыҙ Ж.Ғ.Кейекбаевтың йәнтөйәге булараҡ билдәле Ҡаранйылға ауылында тыуып үҫкән.

Спорт - ул йәшәү рәүеше
15 августа 2016 йыл | Спорт

Һуңғы йылдарҙа йәмғиәтебеҙҙә физкультура һәм спортҡа ҙур иғтибар бүленә. Сөнки сәләмәт йәмғиәттең генә киләсәге өмөтлө һәм ышаныслы була.
Рәсәйҙә физкультурниктар үҙҙәренең һөнәри байрамдарын 1939 йылдан бирле август айында билдәләй. Был байрамға бөтә спорт һөйөүселәр әҙерләнә һәм үҙҙәренең уңыштарын, еңеүҙәрен ошо көнгә арнайҙар. Беҙҙең район спортсылары байрамдарын ниндәй уңыштар менән ҡаршылай? Ошо һорау менән беҙ район хакимиәтенең Йәштәр сәйәсәте, физик культура һәм спорт бүлеге етәксеһе Шамил Шакир улы ХӘКИМОВҡа мөрәжәғәт иттек.

Республика намыҫын лайыҡлы яҡланыҡ
10 августа 2016 йыл | Спорт

Республика намыҫын  лайыҡлы яҡланыҡ14-20 июлдә Саратов ҡалаһында Бөтә Рәсәй XI Йәйге ауыл спорт уйындары уҙғарылды. Был спорт уйындары ике йылға бер тапҡыр Рәсәйҙең төрлө ҡалаларында үтә. Саратов ҡалаһында уҙған ярыштарҙа полиатлон буйынса Башҡортостан намыҫын беҙҙең район
спортсыларына яҡларға тура килде.

Уҡлыҡая йыйҙы уҡсыларҙы
09 августа 2016 йыл | Спорт, Йәмғиәт

Уҡлыҡая йыйҙы уҡсыларҙыГәзиттә хәбәр итеүебеҙсә, 15-16 июлдә Имәндәш ауылы эргәһендә, йәмле Еҙем буйындағы  мәғрур Уҡлыҡая ҡаршыһында "Мәргән уҡсы” беренсе  республика фестивале  үтте. Исеме ошолай аталһа ла, был фестивалде халыҡ-ара тип әйтергә тулы нигеҙ бар.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 5 6 7 8 9 10 11 12 13 ... 30