Хеҙмәт сынығыуы үткән закон һаҡсыһы
Сегодня, 12:17 | Уңғандарыбыҙ

Хеҙмәт сынығыуы үткән закон һаҡсыһыТиҫтә йыл Ғафури районы прокуроры вазифаһында (1988-1998 йылдарҙа) эшләп, хаҡлы ялға туҡтаған Юнер Ғәли улы Фәхретдинов яҙҙың тәүге көнөндә 75 йәшлек юбилейын ҡаршыланы. Һәр төрлө эштәрҙе рациональ күҙлектән, юридик йәһәттән сығып баһаларға күнеккән прокурорға күптәр рәхмәтле бөгөн.

Яҙмыш һынауҙарын еңеп
17 апреля 2018 йыл | Уңғандарыбыҙ

Яҙмыш һынауҙарын еңепҮзбәк ауылында алты тиҫтә йылдан ашыу бергә ғүмер итеүсе Нәғимә һәм Баязит Ишкилдиндарҙың ғаилә тормошо ғына түгел, бала саҡтары, иҫләр хәтирәләре лә уртаҡ һымаҡ. Яҙмыштары оҡшаш. Етемлектә, һуғыш йылдарының ауырлығын сабый иңдәрендә күтәреп, асығып та, туңып та, әммә йәшәү өсөн көрәшеп үҫкәндәр. Шуға ла улар ғүмер ҡәҙерен белеп, әлеге тормоштоң йәмен күреп, бер-береһенә терәк-таяныс булып, бер-береһе өсөн өҙөлөп, ике яҙмышты бер бөтөн итеп, һағышын да, шатлығын да уртаҡлашып йәшәйҙәр.

Тау-таш араһын үҙ итеүселәр
10 апреля 2018 йыл | Ауыл хужалығы, Уңғандарыбыҙ

 Тау-таш араһын үҙ итеүселәр

Редакция хеҙмәт-кәрҙәренә Толпар ауылына бик һирәк юл төшә. Ә бына Ерекле ауылы хаҡында әйтеп тораһы ла түгел. Шуға ла ауыл биләмәһе башлығы Валерий Локоленко, ошо ауылда күпләп мал аҫраусы ғаиләне бер тапҡыр ҙа гәзиткә яҙғанығыҙ юҡ, тигәс, һис икеләнеп тормай ошо ауылға юл тоттоҡ.


Ҡатын-ҡыҙ бәхете
06 апреля 2018 йыл | Уңғандарыбыҙ

 Ҡатын-ҡыҙ бәхете
Ғүмеренең 37 йылын үтә лә яуаплы һәм етди һөнәргә бағышлаған Нәжибә Миниәхмәт ҡыҙы Һөйөндөкова Сәйетбаба ауылында тыуып үҫкән. Атаһы Миниәхмәт Ноғоман улы менән әсәһе Хәнифә Вәлиулла ҡыҙы
6 балаға ғүмер биргәндәр. Татыу ғаиләлә өсөнсө бала булып 1958 йылдың 31 мартында донъяға килә Нәжибә апай.

Күңел йылыһы
03 апреля 2018 йыл | Хаттар, Уңғандарыбыҙ

 Күңел йылыһы
Убалар ауылына беҙ бала саҡта йыш бара торғайныҡ. Башта Ғафуриҙа булып, һуңыраҡ Архангел районы составына күсерелгән ошо ауылда яҡын туғандарыбыҙ — әсәйемдең бер туған һеңлеһе Флүрә апай менән атайымдың яҡын туғаны Әхмәт ағай Шәриповтар йәшәй. Шуныһы ҡыҙыҡ: Һабайҙан ун саҡрым ғына алыҫлыҡта урынлашһа ла бында бөтөнләй икенсе донъя кеүек.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 34