Иҡтисадтың торошо эшҡыуарлыҡҡа бәйле
28 декабря 2015 йыл | Уңғандарыбыҙ, Йәмғиәт

Иҡтисадтың торошо эшҡыуарлыҡҡа бәйлеҮткән аҙнала район мәҙәниәт һарайында район эшҡыуарҙарының конференцияһы булып үтте. Уның эшендә район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаров, БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм бу-йынса Дәүләт комитетынан вәкилдәр, район хакимиәтенән белгестәр ҡатнашты. Сараға шулай уҡ ауыл биләмәләре башлыҡтары ла саҡырылғайны.
Конференцияла ҡатнашыусылар башта мәҙәниәт һарайы фойеһында эшҡыуарҙар көсө менән ойошторолған күргәҙмәне ҡарап сыҡты. Красноусол эшҡыуарҙары - Р.Әбйәлиловтың тимерҙән сүкеп эшләнгән, Фоминдарҙың пекарняһында бешерелгән төрлө икмәк-ҡалас, ҡамыр ризыҡтары, Р.Бәшировтың уйынсыҡтар цехында эшләнгән күҙҙең яуын алырлыҡ уйынсыҡ-сувенирҙар, "Тере һыу”, "Минераль һыу” йәмғиәттәренең продукциялары, Игенйылғанан Смирновтарҙың "Күркәм дөйәғош” фермер хужалығынан эреле-ваҡлы дөйәғош йомортҡалары һәм башҡа продукцияларҙан торған күргәҙмә һәр кемдең иғтибарын йәлеп итте.
Район эшҡыуарҙары конференцияһын район хакимиәте башлығының иҡтисад һәм финанс буйынса урынбаҫары Светлана Ғөбәйҙуллина асып, ҡунаҡтар һәм конференция программаһы менән таныштырып үткәндән һуң, һүҙҙе район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаровҡа бирҙе. Рәмил Зәкәриә улы райондың быйылғы ауыл хужалығы өлкәһендәге уңыштарын барланы, шулай уҡ йылды һәйбәт күрһәткестәр менән тамамлау хаҡында билдәләп үтте. Үҙ сығышында районда эшҡыуарлыҡ үҫешһен өсөн барлыҡ уңайлы шарттар ҙа булдырылыуын, Туймазы районындағы кеүек беҙҙә лә теплицалар булдырыу эшенә тотонорға кәрәклеген әйтте. Һәр бер ауыл биләмәһендә уны төҙөргә мөмкинлек бар, уны үҙ өҫтөнә алырға теләгән эшҡыуарҙарға бушлай ер бирелеп, уны рәсмиләштереүҙә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙербеҙ, тине Рәмил Зәкәриә улы.
Р.Бохаров айырыу-са уңышлы эшләгән эшҡыуарҙарҙан Әсҡәт Фәйзуллиндың эшен
дауам итеүселәр – Фоминдарҙы иң тәмле икмәк уларҙың пекарняһында бешерелә, тимерҙән сүкеп төрлө изделиелар эшләү оҫтаһы Редик Әбйәлилов, беҙҙең төбәктә туризмдың ҡатмарлы тармаҡ булыуына ҡарамаҫтан, "Артыш” турфирмаһын, агротуризмдың үҫешен, "Күркәм дөйәғош” фермер хужалығынан Смирновтарҙың ойоштороу һәләтен, инициативалы булыуҙарын, Р.Бәшировтың сувенирҙарына һорау айырыуса ҙур булыуын, Рәүилә Мөхәмәҙиеваның элекке "Райпотребсоюз”дың икмәк заводын тергеҙеп, икмәк бешерә башлауҙарын билдәләп үтте. Төҙөкләндереү мәсьәләләренә лә туҡталды.
Конференцияла төп доклад менән ра-йон хакимиәте башлығының иҡтисад һәм финанс буйынса урынбаҫары Светлана Ғөбәйҙуллина сығыш яһаны.Иҡтисадтың торошо эшҡыуарлыҡҡа бәйле
- Бөгөнгө осрашыуыбыҙҙың төп маҡсаты – эшҡыуарҙарҙы (районда 1000-дән ашыу) берләштереү тора, - тине Светлана Рәшит ҡыҙы. – 1990 йылдан алып Ғафури районында тауарҙар менән хеҙмәтләндереү баҙарында бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъект-тары тотороҡло урын биләй. Бөгөнгө көндә районыбыҙҙа 1045 эшҡыуарлыҡ субъекты теркәлеп, шул иҫәптән 47 – бәләкәй предприятие, 135 – микропредприятие,
112 – крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары,
755 шәхси предприятие иҫәпләнә. 2015 йылда ғына ла 100-ҙән ашыу эшҡыуар теркәлде. Әлбиттә, араларында ябылғандары ла бар, әммә улар бик аҙ. Район иҡтисадында 7353 кеше мәшғүл булһа, шуның 2846-һы
(38,7 %) бәләкәй эшҡыуарлыҡта.
Бәләкәй бизнес субъекттары иҡтисади эшмәкәрлектең төрлө төрҙәрендә мәшғүлдәр. Эшҡыуарҙарҙың күпселеге, йәғни 68 проценты күмәртәләп-ваҡлап һатыуҙа, йәмәғәт туҡланыуында – 3 %, ауыл хужалығында 18 процент эшҡыуар шөғөлләнә. Көнкүреш хеҙмәтләндереүе лә үҫешә, төҙөлөштә - 7%.Сәнәғәт һәм етештереү эшмәкәрлегенә
2,7 % тура килә. Минераль һыу ҡойоу буйынса өс завод, термопленка етештереүсе "Термопласт” ЯСЙ-е, 18 пилорама, тимерҙән сүкеп эшләнгән изделиелар етештереү буйынса ике цех, пластик тәҙрәләр етештереү буйынса 6 объектты һ.б. билдәләргә кәрәк. Туризмға 0,3 процент тура килә.
Бөгөн аграрийҙарҙы ла билдәләп үтергә кәрәк. "Сатурн” КХ-һы, "Восход-СТ” ЯСЙ-е, "Урожай” ЯСЙ  КХ-һы, "Ағиҙел” ЯСЙ-е, "Тахтаров” КФХ-һы кеүек әйҙәүсе ауыл хужалығы предприятиелары эшҡыуарлыҡ субъекттары булып тора, - тине сығыш яһаусы. Һәм һәр береһенә айырым туҡталып үтте.
- Бөгөн районда сауҙа менән генә шөғөлләнмәй, ә үҙ продукцияһын етештереүсе эшҡыуарҙарҙың булыуы айырыуса ҡыуаныслы, - тип дауам итте сығышын С.Ғөбәйҙуллина. 12 эшҡыуар икмәк бешереү менән шөғөлләнеп, һатып алыусыларға киң ассортиментта үҙ продукцияһын тәҡдим итә, 72 объектта көнкүреш хеҙмәттәре күрһәтә, 15 эшҡыуар төҙөлөш өлкәһендә мәшғүл. Ә бына районыбыҙҙың уникаль тәбиғәте бөтөн Рәсәй буйынса күп туристарҙы үҙенә йәлеп итеүгә ҡарамаҫтан, беҙҙә туристик хеҙмәттәр күрһәтеү үҫеше темпы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлегә етерлек түгел. Бындағы эштең осо-ҡырыйы юҡ. Әлбиттә, бөгөн ыңғай миҫалдар ҙа бар. Бына, мәҫәлән, Толпар ауылындағы "Артыш” турфирмаһы (директоры Денис Фомичев) эшмәкәрлеген билдәләргә мөмкин.
Эшҡыуарҙарға финанс ярҙам күрһәтеү мәсьәләһенә килгәндә, рес-публикала бәләкәй һәм урта бизнесҡа дәүләт ярҙамы сараларының, кредит алыуҙа ярҙамды, субсидияларҙы ла индереп, аныҡ системаһы эшләп килә. Ә муниципаль кимәлдә "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм ярҙам” муниципаль программаһы сиктәрендә быйыл район бюджетынан 700 мең һум, федераль бюджеттан 1 млн. 439 һум күләмендә аҡса бүленде. Муниципаль программаға ярашлы, 2010 йылдан алып 117 эшҡыуар дөйөм 16 миллион һумлыҡ субсидия алды.
2014 йылда – 16, 2015 йылда 12 эшҡыуарға финанс ярҙамы күрһәтелде.
Төҙөкләндереүгә килгәндә, шуны билдәләп үтергә кәрәк, быйыл Ленин, К.Маркс, Октябрьский урамдарындағы сауҙа объекттарының тирә-яғы эшҡыуарҙар көсө менән асфальтланды. Әлбиттә, бының өсөн уларға рәхмәтлебеҙ. Күп кенә район үҙәге эшҡыуарҙары урындағы эшҡыуар Регина Кәримованың "Йәшлек” ял паркында балалар майҙансығы төҙөлөшөнә аҡса йыйыу хаҡындағы мөрәжәғәтен күтәреп алды, - тине Светлана Ғөбәйҙуллина. Ул шулай уҡ эшҡыуарҙарҙың төрлө рес-публика конкурстарында, ярыштарҙа ҡатнашыуҙарын, ҡаҙаныштарын барланы. Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәттәре ҡарарҙарына ярашлы, легаль булмаған мәшғүллеккә ҡаршы көрәш буйынса эш алып барыу, легаль булмаған алкоголь һатыу, ҡануниәтте үтәмәй, 23.00 сәғәттән һуң һәм бәлиғ булмағандарға иҫерткес эсемлектәр һатыу мәсьәләһенә лә туҡталып үтте. Светлана Рәшит ҡыҙы сауҙа нөктәләрен төҙөкләндереү эшенә күберәк иғтибар бирергә кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Сауҙа объекттары ауылдың йөҙө булып тора, тине ул.
С.Ғөбәйҙуллина сығышын йомғаҡлап, бәләкәй һәм урта бизнес үҫеше эшмәкәрлектең төп күрһәткестәре (та-уар әйләнеше, инвестициялар күләме, республика тупланма бюджетына кергән һалымдар) буйынса дөйөм алғанда ыңғай
динамика күҙәтелә, тине. Һәм эшҡыуарҙарҙы бәләкәй һәм урта бизнестың йәмәғәт ойошмалары менән берлектә власть органдары менән килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын эҙләүҙә һәм уларҙы тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашыуҙарын теләне.
Конференцияла райондың Эшҡыуарҙар Союзы рәйесе - "Йылы йорт" ЯСЙ-е директоры Азат Вахитов сығыш яһаны. Ул
ноябрь айында ғына был вазифала эшләй башлағанлыҡтан, 2016 йылға пландары менән уртаҡлашты. Азат Ринат улы киләһе йылда ауыл хужалығы иҫәбен алыу уҙғарыласағын, унда эшҡыуарҙарҙың әүҙем ҡатнашыуын теләне. Коммерция булмаған ойошма төҙөргә кәрәклеген билдәләп, уның төп маҡсаты – эшҡыуарҙарҙың һәм йәш эшҡыуарҙарҙың уҡыуын ойоштороу планлаштырылыуын, юридик ярҙам хаҡында әйтеп үтте.
Рәсәй Федераль Һалым хеҙмәтенең БР буйынса 3-сө Һалым инспекцияһының дәүләт һалым инспекторы Юлиә Юшина Һалым ҡануниәтендә, һалым льготаһында һәм һалым һалыу режимындағы үҙгәрештәр менән таныштырҙы. БР-ҙың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетынан: эшҡыуарлыҡты программалы үҫтереү һәм эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге абру-йын күтәреү бүлеге начальнигы Марина Жиленко республикала эшҡыуарлыҡты үҫтереү, дәүләт финанс ярҙамын алыу юлдары, шарттары, талаптары, документтар йыйыу тәртибе хаҡында аңлатма бирҙе, туризмды үҫтереү бүлеге начальнигы Любовь Новенко эске һәм тышҡы туризмды үҫтереүҙә дәүләт программалары сиктәрендә финанс ярҙамы хаҡында бәйән итте, бүлек начальнигы Владимир Попов менән Ринат Хәйҙәров күмәртәләп-ваҡлап һатып алыусы звено өсөн ЕГАИС (Берҙәм дәүләт автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһы), алкоголле продукция әйләнеше буйынса ҡануниәт хаҡында аңлатма бирҙе. Район статистика бүлегенең баш белгесе Асия Латипова 2016 йылда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына статистик күҙәтеү, йәғни иҫәпкә алыу уҙғарылыуын билдәләп үтте, БР Эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкилдең йәмәғәт ярҙамсыһы Ханнан Ишмырҙин эшҡыуарҙар мөрәжәғәттәре буйынса 2015 йылда башҡарылған эштәргә отчет доклады менән сығыш яһаны.
Конференцияла ике тиҫтәгә яҡын иң алдынғы, иң әүҙем, иң уңышлы эшҡыуарҙарға район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары тапшырылды. Шулай уҡ Өфөлә уҙған "Йыл эшҡыуары – 2015” рес-публика конкурсында еңеүсе "Күркәм дөйәғош” КФХ-һы етәксеһе Әлфиә Смирнова, "Эшҡыуар – ҡатын-ҡыҙ – 2015” номинацияһында еңеүселәр Светлана Фомина менән Гөлшат Ҡаҙаҡҡолова бүләкләп үтелде.
Ошоноң менән конференция үҙенең эшен тамамланы.
Индира ИШКИНА.