Атай нигеҙенә, һөнәренә тоғро
31 марта 2017 йыл | Уңғандарыбыҙ

Рауил Әб-дрәшитов Ҡотлоғужа ауы-лында Фәрит ағай һәм Ғәзизә апайҙың ике ҡыҙ һәм өс улдан һуң тыуған кинйә малай.  Ул 1982 йылда Ҡотлоғужа мәктәбенең 8-се класын тамамлап, Стәрлетамаҡ ҡалаһына иретеп йәбештереүсе һөнәренә уҡырға керә. Бында үҙенә беренсе һөнәрҙе алғандан һуң, армия сафында хеҙмәт бурысын үтәп ҡайтҡан егет бер аҙ колхозда иретеп йәбештереүсе булып эшләй. Ошо осорҙа атаһының һөнәре күңеленә иң яҡыны икәнде аңлап, Өфө урман хужалығы техникумына ситтән тороп уҡырға керә һәм атаһы хаҡлы ялға туҡтау менән ошо яуаплы, тынғыһыҙ эште үҙ ҡулына ала. Үҙе яуаплы участкалағы урмандарҙы арендаға бүлеү, йәш үҫентеләр ултыртыу, уларҙы даими күҙәтеп тороу һәм башҡа иҫәпһеҙ-һанһыҙ эштәр ваҡытты ғына түгел, хатта ҡайһы саҡта төн йоҡоһонан да ҡалдыра. Әммә Рауил Фәрит улы зарланмай, киреһенсә, урман тураһында һүҙ сыҡҡанда ул балҡып, йәнләнеп һөйләй башлай. Был тәңгәлдә уның эш тәжрибәһе лә, күп белеүе лә күренеп тора. Ҡырағай ағас, йәки беҙҙең яҡтарҙа үҫкәне булһынмы, уларға ниндәй тәрбиә кәрәк булыуы тураһында ла күп белә. Шул уҡ ваҡытта саҡ ҡына ваҡыты булдымы, күңел өсөн генә тип башлаған  үҙ шөғөлдәренә тотона. Күңеле ҡушҡан шөғөлдәре ғаиләгә әҙме-күпме табыш та килтерә. Ярай ҡыш көнө бал ҡорттары ял иттертә, йәй көндәре улар ҙа үҙҙәре кеүек иртәсел, егәрле булыуҙы талап итә. Мал-тыуар, ҡош-ҡортоңа ла наҙ, иғтибар кәрәк. Ваҡыт барҙа урамда торған "Беларус”ына ла күҙ йүгертеп, майын, яғыулығын һалып әҙерләп ҡуя. Ауыл ерендә ошо техника төп көс бит. Һәр көн тиерлек берәй эшкә кәрәк тә булып тора. Рауил Фәрит улы ауылдың дөйөм эштәренең уртаһында ла ҡайнап йәшәй. Тағы ла бер шөғөлө: ул мунса мейестәре яһай.
- Башта үҙемә тип төрлөсә эшләп ҡараным, һуңынан таныштар заказ бирә башланы. инде. Иң тәүҙә кемгә ниндәй мейес уңайлы икәнен һорайым, һуңынан эшкә тотонам, - ти.
Фәрит Рауил улы күп һөнәрҙәрҙең асылын сискән, егәрле ҡулында тимерҙе еңел генә иреткән кеүек, иптәш ҡыҙҙарына ҡунаҡҡа ғына килгән Стәрлетамаҡ районы Айыусы ауылы ҡыҙы Рәсимәнең дә йөрәгенә уҡ атып, тиҙ генә уның күңелен яулап, үҙенә ҡаратып алған. Бына улар 28 йыл инде атай нигеҙендә матур итеп донъя көтәләр. Рәсимә Ҡотлоғужа мәктәбе һәм балалар баҡсаһында ашнаҡсы булып эшләй. Күпләп мал тотҡас, үҙҙәренән артҡан һөт ризыҡтарын эш итеп, һораусыларға һатып та әҙме-күпме аҡса эшләй егәрле ҡатын. Тәртип, таҙалыҡ яратҡан ғаиләнең донъялары балҡып тора. Ошо матур ғаиләлә мөхәббәт емештәре булып өс ҡыҙ – Рузилә, Регина, Алина үҫеп еткән. Әлеге көндә өсөһө лә Стәрлетамаҡ ҡалаһында эшләп, уҡып йөрөй. Балаларына матур тәрбиә биреп, эшкә лә өйрәтеп үҫтергәндәр.
Ат та бит ауыҙлыҡламайынса баш бирмәй, шуның шикелле эштең дә асылына төшөнөү өсөн тырышлыҡ, сабырлыҡ, егәрлелек кеүек сифаттарҙы үҙ итергә кәрәк.  Ауылдың йәшәйеше өсөн янып йәшәгән, үҙенең ярҙамсыллығы, ябайлығы менән үрнәк булған, бар ҡаршылыҡтарҙы, донъя мәшәҡәттәрен үҙенсә еңеп сығырға, заманға ла яраҡлашырға тырышҡан Ра-уил Фәрит улына һоҡланмау мөмкин түгел. Атай һөнәрен, нигеҙен һаҡлап, ҡулынан килгәнсә ауылдаштарына ярҙам итеп, тыуған ерен йәмләп, ҡот биреп йәшәүсе шундай кешеләр булыуы һөйөндөрә.
Ә.РАМАЗАНОВА.
Ҡотлоғужа ауылы.