Түр биҙәй ил инәһе
29 сентября 2017 йыл | Уңғандарыбыҙ

-Беҙҙең нәҫелдә оҙон ғүмерлеләр юҡ ине, был – бәхетме, әллә бәхетһеҙлекме? – тигән һорауы менән ҡаршыланы Нурия әбей беҙҙе. – Ҡай саҡ үҙемдең ошолай бәхетле йәшәүемә һөйөнөсөмдән күңелемдә шиғырҙар тыуа, шағирә булып та китәм, хатта. Бына, әле лә шиғыр сығарып, йырлап ята инем әле, - тине беҙҙе күреү шатлығы менән уртаҡлашып.
Әйткәндәй, шиғри күңелле Нурия Исламғолованың (75 йәшендә) ижад емештәренән торған "Бөрөләрҙә ҡалды гөлдәрем” тигән китабы донъя күргәйне.
Эйе, ысынлап та, Нурия әбейҙең бәхете йөҙөнә сыҡҡан, шуға ла сырайы яҡты, нурлы. Яҡты донъяға тыуғас та һәр кем уға оҙон ғүмер, бәхет юрағандыр. Сөнки ҡыҙсыҡ донъяға килгәнсе ата-әсәһенең өс сабыйы ла мандымай, тыуып үлеп торған. Шунан кендек әбейе ҡыҙҙы алып урам буйынан тәҙрәгә килеп: "Бала һатам, алығыҙ” тип, тәҙрә аша атай-әсәһенә сабыйҙы "һатып” биргән. Бына шул саҡтан ғына был йортта бер-бер артлы балалар ауазы ишетелә башлай, күп тә үтмәй ғаилә ишлегә әүерелә.  Тиҫтерҙәре кеүек уйнау бәхете тәтемәй Нурияға, үҙенән һуң тыуған алты туғанын ҡарау – ҡыҙ иңендә була.
- Мин ҡурсаҡ уйнап үҫмәнем, бала ҡараным да, эшләнем, буй еткергәс, гел ауыр эш минең елкәгә төштө, - ти ул үҫмер саҡ хәтирәләренә бирелеп.
Йәшләй генә ауылдашы - Яңғыҙҡайын егете Ғәбдрәшиткә (Рәшит) тормошҡа сыға ҡыҙ.
- Үҙемдең яратҡаныма кейәүгә сыҡтым, өҙҙөрөп тальян гармунда уйнай ине, шул мине әсир итте лә инде, - ти Нурия әбей йәш саҡтарын иҫенә төшөрөп. – 2-3 йыл дуҫлашып йөрөнөк, һуғыш башланғандың киләһе йылына, 1942 йылдың апрелендә  Ғәбдрәшиткә повестка килде.  Фронтҡа китер алдынан ул:  "Һине бер кемгә лә бирмәйем”, - тип  ғүмергә бергә булырға вәғәҙә бирешеп, өйләнешергә ҡарар иттек, - ти әңгәмәсем. Һәм һуғыш ғәрәсәте эсендә ике йыл йөрөгән һөйөклө ире 1944 йылда бармағын өҙҙөрөп, ауыр контузия алып, инвалид булып тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта. 7 балаға ғүмер бирә Исламғоловтар. Етешһеҙ заманда көндө төнгә ялғап күмәк баланы бынамын тигән кешеләр итеп тәрбиәләп үҫтерәләр. Нурия Сәғиҙулла ҡыҙының ете балаһының икәүһе – Рәшиҙә менән Риф юғары уҡыу йортон тамамлап, тәүгеһе – агроном, икенсеһе – педагог, Венера, Ләлә, Ринат, Ришат төҙөүсе һөнәрен һайлаған, Рима – шәфҡәт туташы. Бөгөн уларҙың алтауһы иҫән-һауҙар.
Эшләмәгән эше, хәстәрләмәгән бурысы ҡалмай ил инәһенең. Ире менән леспромхозға ағасын да киҫә, тиҫтерҙәренән саялығы, үткерлеге менән айырылып торған ҡыҙҙы бригадир ҙа, сөгөлдөрсөләрҙең звено етәксеһе лә итеп ҡуялар. "Ғүмерлек” депутат булып янып-көйөп ауылдаштарына, иленә хеҙмәт итеүсе лә ул. "Колхозда мин сөгөлдөр батшаһы инем. Заманында беҙҙе, дүрт ҡыҙ – Нурия Өмөтбаева, Роза Йомағолова, Ямал Вәлишина һәм мине Рус Саскүленә сөгөлдөр бу-йынса уҡырға ебәргәйнеләр, "татлы тамыр”ҙың белгестәре булып киттек”, - ти ул һәр эшкә маһир булыуын ишаралап. Ғөмүмән, Исламғоловтар эшкә егәрле, уңған булыуҙары менән ауылда абруй ҡаҙанған ғаиләләрҙән.
Түрҙе биҙәп, балаларын үҙе өлгөһөндә тәрбиәләгән Нурия әбей ғүмер көҙөндә бәхетле, зиһене теүәл, балаларының, айырыуса янында йәшәгән ҡыҙы – бар ғүмерен районыбыҙҙа яуаплы вазифаларҙа эшләп, хаҡлы ялға туҡтаған Рәшиҙәнең хәстәрен тойоп йәшәй. "Әл дә Рәшиҙәм бар, бала кеүек ҡарай, биләүгә генә биләмәй”, ти шаяртып. Улы Риф тә үҙе менән бергә. Ҡыҙы менән улы донъяһының нурын һүндермәй, күпләп мал, ҡош-ҡорт (3 һыйыр, 3 быҙау, башмаҡ, 25 тауыҡ, өйрәктәр) аҫрап, бәрәңге, йәшелсә-емеш үҫтереп, төрлө тарафтарҙан ҡунаҡҡа, ярҙамға ҡайтҡан башҡа балаларын ҡаршы алып оҙатыуҙарына мең рәхмәтле. Бәләкәйҙән тырыш, хеҙмәт тәмен татып үҫкән, барыһын да үҙ көсө менән табыуға өлгәшкән хәстәрлекле әсә ҡыҙынан, ғөмүмән, бар балаларынан да бик ҡәнәғәт. Үҙҙәре олпат йәшкә етеп, өләсәй-олатай булһалар ҙа әсәйле булыу бәхетен татып йәшәйҙәр. Бәхетле өләсәй 8 ейән-ейәнсәрҙең, шунса уҡ бүләсәрҙең яратҡан ҡартнәнәһе лә.
Йәшлек нисек тә үтә ул, ҡартлығың бәхетле булһын, тиҙәр. Был йәһәттән күпте күргән, күпте кисергән ил инәһе, башта әйткәнемсә, бик бәхетле. Йәшлек яҙында изгелек орлоҡтары сәскәнгә лә, бөгөн ғүмер көҙөндә уның татлы емештәрен татыу мәлен кисерә.
- Аллаға шөкөр, ҡартлығым бәхетле - шул иң ҙур шатлығым. Ил-көнгә тыныслыҡ, именлек, балаларыма бәхет-һаулыҡ, әҙәмгә тәүфиҡ, инсафлыҡ теләп кенә торам, - ти Нурия әбей.
Индира ИШКИНА.