Тынғыһыҙ хеҙмәт өлгөһө
18 октября 2017 йыл | Уңғандарыбыҙ

Ғафури РЭС-ы ветераны, Рәсәйҙең Почетлы энергетигы Светлана Георгий ҡыҙы Морозованы оҙаҡ йылдар фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн РЭС-тың әсәһе тип йөрөтәләр.
Светлана Морозова 1950 йылда Алыҫ Көнсығышта Тавричанка ҡасабаһында шахтер ғаиләһендә тыуған. Атаһы һуғыш ветераны Георгий Моргунов Башҡортостандың Архангел районыныҡы. 1943 йылда Бөйөк Ватан һуғышына алына. Өфөлә йәш егеттәрҙе дошман тылына ебәрергә әҙерләйҙәр. Тейешле урынға барып етер саҡта уларҙың самолетын фашистар утҡа тота. Ҡаты яраланған Георгий госпиталгә эләгә. Дауаланып сыҡҡан һалдат хеҙмәтен Алыҫ Көнсығышта япондарға ҡаршы һуғышта дауам итә. Һуғыш бөткәс, тыуған яҡтарына ҡайта ул. Галина исемле ҡыҙға өйләнеп, киренән Алыҫ Көнсығышҡа китә. Шахтер булып эшләй. Ләкин һуғыш яралары үҙен һиҙҙертә башлағас, 1954 йылда Башҡортостанға ҡайталар. Архангел ауылында һөт эшкәртеү заводында эшләй.
1967 йылда Георгий Васильевичты Красноусол һөт заводының директоры итеп  тәғәйенләйҙәр һәм шул уҡ йылда ҡыҙы Светлана урта мәктәпте тамамлай. Улар ғаиләһе менән Красноусолға килеп төпләнә. Светлана Георгиевна электрик һөнәрен һайлай һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһына училищеға уҡырға инә. Һөнәр алып сыҡҡас, Стәрлетамаҡ химия заводында эшләй. Ә 1972 йылда, ата-әсәһенән районда электр селтәрҙәре төҙөлөүен ишетеп, Красноусолға ҡайта.
"1974 йылдың мартында ра-йонда ГРЭС-тың оператив-диспетчер төркөмө булдырылды. Мине һәм Е.В.Зверевты диспетчер итеп ҡуйҙылар. Ул ваҡытта беҙ Красноусолдағы һәм Ҡарағайҙағы подстанцияларҙы хеҙмәтләндерҙек. Фидерҙар бик оҙон, терәүҙәре имәндән эшләнгән ине. Юғары вольтлы линиялар йырындар һәм урмандар ситенән үтә торғайны, сөнки ауыл хужалығы ерҙәрен сүпләргә ярамай. Һуңғараҡ линиялар ҡыҫҡартылды, уларҙы хеҙмәтләндереү ҙә еңелләште. Техника ныҡ иҫкергән: "ГАЗ-51" – 1956 йылғы, "УРАЛАЗ-ЗИС" машинаһы 1955 йылғы ине. Ҡарағай подстанцияһындағы "ГАЗ-51" машинаһы 2 ай эшләһә, 2 ай ремонтта булды. Шулай уҡ бында ат бар ине, уны Г.В.Никифоров ҡараны. Бесәнде үҙе әҙерләне. Был ат эскән кешеләрҙе яратмай сығынлай торғайны. Ҡарағай участкаһының контораһы Һабай ГЭС-ынан килтерелде.
1982 йылда Яңғыҙҡайын подстанцияһы эшләй башланы. Ә 1983 йылда Ғафури РЭС-ының бинаһы һәм Красноусолда тағы 1 подстанция төҙөлдө. Яңы подстанцияның эшләй башлауы районды электр менән тәьмин итеүҙе  күпкә яҡшыртты. 1985 йылда Бурлы подстанцияһы сафҡа индерелде”, - тип хәтерләй Галина Морозова.
 Оҙаҡ йылдар диспетчер, начальник урынбаҫары булып эшләгән Галина Георгиевна хаҡлы ялға иҫәп алыу төркөмө инженеры булып сыға. Уларҙың ғаиләһен энергетиктар ғаиләһе тип әйтергә лә мөмкин. Светлана Георгиевнаның улы Дмитрий 8 йыл РЭС-та диспетчер булып эшләй. Әлеге көндә Петровский РЭС-ында (Ишембай районы) начальник. Икенсе улы Евгений оператив-күсмә бригада электромонтеры. Тормош иптәше Владимир Михайлович та РЭС-та 5-6 йыл мастер булып эшләгән. Һеңлеһе Тамара Георгиевна Татарченко ла 12 йыл диспетчер булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан. Уның улы Сергей Татарченко әле РЭС-та баш инженер булып эшләй.Үҙ эшенә яуаплы ҡараған, һөнәрен яратып башҡарған Светлана Георгиевна йәштәрҙе лә өйрәткән, төплө белеме, ҙур тәжрибәһе менән ихлас уртаҡлашҡан. Әлеге көндә хаҡлы ялда балаларының ҡәҙер-хөрмәтендә бәхетле ҡартлыҡ кисереп ғүмер итә маҡтаулы хеҙмәт ветераны.
Гөлдәр КИНЙӘБАЕВА.