Хеҙмәтенә күрә - хөрмәте
20 октября 2017 йыл | Уңғандарыбыҙ

Муниципаль район хакимиәтенең Маҡтау грамоталары менән бүләкләнделәр:
Райондың мәктәпкәсә белем биреү системаһында оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәндәре, үҫеп килеүсе йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреүҙә әүҙем ҡатнашҡандары өсөн:
Наталия Геннадиевна РЕШЕТНИКОВА – Красноусол ауылындағы 25-се "Әкиәт” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе;
Зәйтүнә Әнүр ҡыҙы ФАТЕЕВА – Красноусол ауылындағы 1-се "Миләшкәй” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе;
Миләүшә Йәнүр ҡыҙы РӘХМӘТУЛЛИНА – Яңғыҙҡайын урта мәктәбе филиалы – Туғай ауылы башланғыс мәктәп-балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.
 Райондың мәғариф системаһында оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәндәре, үҫеп килеүсе йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреүҙә әүҙем ҡатнашҡандары өсөн:
Эльвира Рәфит ҡыҙы РАХМАНҒОЛОВА – Красноусол башҡорт гимназия-интернатының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы;
Айгөл Сөләймән ҡыҙы ШӘЙХОЛОВА  - Ж.Кейекбаев исемендәге Сәйетбаба урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы.
Муниципаль район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары менән бүләкләнделәр:
предприятиены үҫтереүҙәге өлгәшкән уңыштары өсөн:
Гүзәл Зөфәр ҡыҙы БАЙДӘҮЛӘТОВА – "Ғафури” ҡулланыусылар йәмғиәте етәксеһе;
әүҙем йәшәү рәүеше, хеҙмәт эшмәкәрлегендә өлгәшкән уңыштары өсөн:
Фәнзил Фәнил улы ҒӘЛИН – "Мәҙәниәт бүлеге” муниципаль бюджет учреждениеһының музыка бүлеге мөдире;
Виталий Викторович ОСИПОВ – шәхси эшҡыуар;
Илмир Радик улы БАЙБУЛДИН – полицияның патруль-пост хеҙмәте командиры, полицияның өлкән сержанты;
Алексей Вячеславович НАЗАРОВ – "Красноусол” шифаханаһы дәүләт унитар предприятиеһының физик культура һәм спорт буйынса инструкторы;
Розалина Данил ҡыҙы НАСИРОВА – 2017 йылда БР XXV Ауыл спорт уйындарында I урын алған волейбол буйынса район командаһы ағзаһы;
Мария Павловна СУЗДАЛЬЦЕВА - 2017 йылда БР XXV Ауыл спорт уйындарында I урын алған волейбол буйынса район командаһы ағзаһы.