Ауылым уңғандары
20 октября 2017 йыл | Уңғандарыбыҙ

Ибраһим ауылында уңған, эшһөйәр кешеләр йәшәй. Шундай уңған ғаиләләрҙең береһе Эдита Эмин ҡыҙы менән Дамир Рим улы Рәхмәтуллиндар хаҡында һүҙем.
Дамир – Рим ағайымдарҙың төпсөк улы. Мәктәптә уҡыған сағында уҡ эшкә маһирлығы, тырышлығы менән айырылып торҙо. 11-се класты тамамлағас,
Салауат ҡалаһындағы 136-сы һанлы һөнәрселек училищеһында иретеп йәбештереүсе һөнәренә уҡып сыҡты. Элекке ваҡыттағы кеүек училище эш менән тәьмин итмәй һәм Дамир  һөнәре буйынса төрлө ҡалаларҙа эшләргә мәжбүр була. Ул мөхәббәтен дә Салауатта таба, Стәрлебаш һылыуы Эдита менән таныша. Йәштәр 2006 йылда өйләнешеп, гөрләтеп туй үткәрәләр. Ҡаланы маҡта ла, ауылда йәшә, тигәндәй, улар ауылда төпләнергә ҡарар итәләр һәм һис тә яңылышмайҙар.
Атай нигеҙе ныҡлы, бынамын тигән йәшәр урын бар. Эдитаға социаль хеҙмәткәр эшен тәҡдим итәләр, ауыл пенсионерҙарының алыштырғыһыҙ ярҙамсыһына әүерелә ул. Дамир иһә төрлө эштәрҙә үҙен һынап ҡарай. Ҡура тултырып мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрайҙар. Атай-олатайҙарыбыҙ ҙа, ғөмүмән, нәҫелебеҙ  ҡортсолоҡ менән шөғөлләнгән. Был йәһәттән Дамирҙың да даланы бар. Йылына күрә умартасылыҡтан да мул ғына килем алалар. Үҙ-ара кәңәшләшеп, бер фекергә килеп, үҙ эштәрен, магазин асып ебәрҙеләр. Сауҙа нөктәһендә йәнеңә теләгән тауарҙың барыһы ла бар. Кәрәк-яраҡты үҙҙәре лә ташый, заказ биреп тә килтертәләр. Тауар артынан киткән арала иһә магазиндың ябыҡ тороуына юл ҡуймайҙар, был ваҡытта уларға әсәйҙәре Фәнзилә Карам ҡыҙы ярҙамға килә. Ауыл халҡы уларҙың эшенән бик ҡәнәғәт. Әйткәндәй, Рәхмәтуллиндар Үтәш ауылында ла магазин асып, ауыл халҡын һөйөндөрҙөләр.
Ошондай тырыш, мөхәббәтле ғаиләлә ике матур, һөйкөмлө ҡыҙҙар үҫеп килә. Эмиля (Йәмилә) 2-се класта уҡый, Диләрәгә 3 йәш, балалар баҡсаһына йөрөй. Эдита килен ауылдың мәҙәни тормошонан да ситтә ҡалмай, сараларҙа, концерттарҙа әүҙем ҡатнаша.
Рәхмәтуллиндар кеүек эшһөйәр, уңған ғаиләләр күберәк булһын, тигән теләктә ҡалам.
Миңзилә РӘХИМОВА.
Абдулла ауылы.