Алдынғыға алтын да йәл түгел
17 ноября 2017 йыл | Уңғандарыбыҙ

Алдынғыға алтын да йәл түгелАлдынғыға алтын да йәл түгелБылтыр июль аҙағында Стәрлетамаҡ районында уҙған "Баҫыу көнө-2016” семинар-кәңәшмәһендә Баш-ҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов алдынғы комбайнсыларҙы дәртләндереү маҡсатында  иң күп майҙандан иң күп ашлыҡ һуғып алыусы комбайнсыларҙы автомобиль менән бүләкләү тәҡдимен индергәйне. Былтыр 3 августа районға эш сәфәре барышында Рөстәм Хәмитов "Восход-СТ”, Ленин исемендәге хужалыҡ баҫыуҙарында ураҡ эштәре менән танышып, комбайнсылар менән аралашыу мәлендә лә был хаҡта белдерҙе. Район комбайнсылары ул саҡта был хәбәргә әллә ни ышанып та етмәгәйне, шикелле.
Эйе, ышанырлыҡ та түгел ине шул. Бер юлы 10 комбайнсыға машина асҡысы тоттороуҙары республика тарихында булғаны юҡ ине бит. Шулай итеп былтыр тәү башлап республиканың 10 алдынғы игенсеһе "Нива” һәм "Лада Гранта” автомобилдәре менән бүләкләнде. Улар Баймаҡ, Хәйбулла, Дүртөйлө, Баҡалы, Дәүләкән, Илеш, Саҡмағош, Шишмә, Стәрлетамаҡ, Ауырғазы райондары механизаторҙары ине. Быйыл иһә тәү башлап райондашыбыҙ ҙа ошондай оло бүләккә лайыҡ булды. Республиканың иң-иң 10 комбайнсыһы араһында "Урожай” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте механизаторы  Альберт Тимербай улы Мөхәмәтҡолов Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡулынан "Шевроле Нива” автомашинаһы асҡысы алып ҙур ҡыуаныс кисерҙе. Инәнән күргән тун бескән, атанан күргән уҡ юнған, тиҙәр. Альберттың атаһы, мәрхүм Тимербай Йәнмырҙа улы ла "Ленинизм” колхозының ғына түгел, райондың алдынғы комбайнсыһы булды заманында. Фоторәсеме Маҡтау таҡтаһынан, исеме район гәзитенән төшмәне. Коммунистар партияһына инмәгән өсөн генә Ленин ордены бирмәйҙәр уға. Бөгөн иһә атаһының эшен улы Альберт лайыҡлы дауам итә.
- Бәләкәйҙән атайға эйәреп комбайн ремонтлашырға йөрөй инем. Үҫә төшкәс "Нива” комбайнында уның ярҙамсыһы булып эшләнем. Әрме хеҙмәтенән ҡайтҡас 1993 йылда ул саҡтағы "Яугилде” колхозында үҙемә айырым "Нива” комбайны биреп ҡуйҙылар. 1996 йылда, йәш тип торманылар, ҡеүәтле "Дон” комбайнына ултырттылар. Шунан бирле  ошо маркалы комбайндан айырылған юҡ тип әйтергә була. Дөрөҫ, 4 йыл МТС-та "Нью-Холланд”, "Джон-Дир” кеүек сит ил комбайндарында ла эшләргә тура килде. Быйыл да эште башлыса "Дон” комбайнында атҡарҙым. Сентябрь айында өр-яңы "Акрос” комбайны биреп ҡуйҙылар. Техниканы ныҡлы ремонтлаһаң ураҡта ватылмайынса ғына эшләргә була. Ураҡта ике ай эшләр өсөн комбайнды өс ай ремонтларға тура килә, - ти Альберт Тимербай улы.
Элек ҡыш көндәрендә "ДТ-75” тракторында ла эшләй ул. Быйыл "К-700” тракторында иген сәсә. Ниндәй генә техникаға ултырһа ла, емертеп эшләргә ғәҙәтләнгән  А.Мөхәмәтҡолов.
Төп эшендә генә түгел, шәхси хужалығын гөрләтеп алып барырға ла өлгөрә ул. Тормош иптәше менән ике баш һыйыр, тана-торпо, һарыҡтар, ат, ҡош-ҡорт аҫрайҙар. Бынан 9 йыл элек Ҡауарҙы ауылы һылыуы Алһыу менән өйләнешеп, өс балаға ғүмер биргәндәр. Алтынай беренсе класта уҡып йөрөһә, Айбатыр киләһе йыл мәктәпкә барырға йыйына. Асияға әле ни бары ике генә йәш. 2013 йылда үҙ йорттарын һала башлайҙар. Әйтергә кәрәк, ҙур, иркен таш йортто нигеҙенән башлап бер яңғыҙы күтәрә Альберт. Беҙ барғанда ла шлакоблоктан үҙ ҡулдары менән һалған йортто ҡыҙыл кирбес менән көпләп йөрөй ине. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тиҙәр. Йәғни ул ташсы һөнәренә лә эйә. 45 йәшкә етеп бер ваҡытта ла ауыҙына хәмер алмаған, тәмәке тартмаған Альберт Тимербай улы ысын мәғәнәһендә "Урожай” крәҫтиән хужалығының һәм Яугилде ауылының ғорурлығы. "Яҡшы эшләгәндәрҙе, алдынғыларҙы йәмғиәт белергә, күрергә тейеш”, - тип Рөстәм Хәмитов бик дөрөҫ әйтә. Альберт кеүек һәр йәһәттән дә уңғандар бындай баһалауға, һис шикһеҙ, лайыҡ.
Самат ҒӘЛИУЛЛИН.