Тирә-яҡҡа йәм өләшә тирмәнле икмәкхана
09 февраля 2018 йыл | Уңғандарыбыҙ

Тирә-яҡҡа йәм өләшә тирмәнле икмәкхана
Тирә-яҡҡа йәм өләшә тирмәнле икмәкхана
Тирә-яҡҡа йәм өләшә тирмәнле икмәкханаОшо көндәрҙә республикала аҙыҡ етештереү эшҡыуарҙа-ры араһында "Йыл эшҡыуары – 2017” исеменә лайыҡ булған Николай Фоминдың икмәкханаһы эш башлауының 4 йыллығын билдәләне.
Красноусол ауылын йәмләп ултырған тирмәнле икмәкхананы районда ғына түгел, тирә-яҡта ла яҡшы беләләр. Красноусол, башҡа ауылдар халҡы ла, район үҙәгенә килгән ҡунаҡтар ҙа магазинға туҡтап яңы ғына мейестән сыҡҡан хуш еҫле йылы икмәк, татлы бәлеш-күмәстәр, торт, сәк-сәк (80-дән ашыу ҡамыр һәм кондитер ризыҡтарын һанап бөтөрөрлөк тә түгел!), күп төрлө ярым фабрикаттарҙы һәм башҡа продукцияны теләп ала. Уларҙы етештереүҙә бер ниндәй ҙә консерванттар ҡушылмай, тәбиғи сеймал ғына ҡулланыла, ҡамыр үҙебеҙҙең район халҡынан йыйылған ҡомалаҡ әсеткеһенә баҫыла. Шулай уҡ бында урындағы етештереүселәрҙең сыры, һөтө, ҡымыҙы ла һатыла. Халыҡ араһында ҙур һорау менән ҡулланған шаурма, пицца, суши, ролдар ҙа етештерелә. Уларҙы заказ буйынса өйгә алып барып биреү хеҙмәте лә уңышлы эшләй. Фоминдар етештергән икмәк-ҡаластар район ауылдарына, күрше Архангел, Ауырғазы, Ишембай, Стәрлетамаҡ райондарына, Стәрлетамаҡ һәм Ишембай ҡалаларына  оҙатыла. Икмәктәрен "Магнит”, "По-лушка” кеүек эре һатыу селтәрҙәре магазиндарында табырға мөмкин. Тиҙҙән "Монетка” магазинына ла үҙ продукцияларын сығарырға уйлайҙар.
Уй-фекерҙәре бер төптән булған эшҡыуарҙар Светлана һәм Николай Фоминдар ассортиментты байытыу, етештереү цехтарын заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыу менән бер рәттән, эшләүселәргә ваҡытында эш хаҡы түләү, уларҙың эш һәм ял итеү урындары хәүефһеҙ һәм уңайлы булһын өсөн дә күп көс һала. Хәҙер бында туңдырыу ҡоролмаһы, печенье эшләү линияһы, йөк лифты, эшселәргә кейенеп-сисенеү урындары, душ, теннис һәм бильярд өҫтәлдәре урынлаштырылған иркен ял бүлмәһе, бәҙрәф булдырылған. Әйткәндәй, икмәкхананың тыуған көнө уңайынан асылғандан алып эшләгән 30 кешегә эш хаҡына өҫтәлмә премия һәм Маҡтау ҡағыҙҙары бирелде. Бер нисә йыл эсендә бындағы эшселәр һаны 2 тапҡырҙан күберәккә артҡан.
Эшҡыуарҙар районда үткәрелгән спорт, мәҙәни сараларҙың даими бағыусылары, үҙҙәре лә әленән-әле спорт байрамдары уҙғарып тора. Улар Табын ауылы приютындағы балаларға тәмле-татлы күстәнәстәр алып барып сикһеҙ шатлыҡ бүләк итеүселәр ҙә. Татыу ғаиләлә  үҫкән 3 улға  - Мәскәү инженер-физик институты студенттары Владислав менән Дмитрийға һәм 7 класс уҡыусыһы Алексейға хәстәрлекле, өлгөлө атай-әсәй ҙә улар. Райондың ижтимағи тормошонда әүҙем ҡатнашып, киләсәккә яҡты пландар ҡороп йәшәгән Фоминдарға бар хыялдарының тормошҡа ашыуын теләргә генә ҡала.
Гөлдәр КИНЙӘБАЕВА.