Яҙмыш һынауҙарын еңеп
17 апреля 2018 йыл | Уңғандарыбыҙ

Яҙмыш һынауҙарын еңепҮзбәк ауылында алты тиҫтә йылдан ашыу бергә ғүмер итеүсе Нәғимә һәм Баязит Ишкилдиндарҙың ғаилә тормошо ғына түгел, бала саҡтары, иҫләр хәтирәләре лә уртаҡ һымаҡ. Яҙмыштары оҡшаш. Етемлектә, һуғыш йылдарының ауырлығын сабый иңдәрендә күтәреп, асығып та, туңып та, әммә йәшәү өсөн көрәшеп үҫкәндәр. Шуға ла улар ғүмер ҡәҙерен белеп, әлеге тормоштоң йәмен күреп, бер-береһенә терәк-таяныс булып, бер-береһе өсөн өҙөлөп, ике яҙмышты бер бөтөн итеп, һағышын да, шатлығын да уртаҡлашып йәшәйҙәр.
...Бөйөк Ватан һуғышы барған йылдар. Өҫтөнә ҡышҡы һалҡын ғына түгел, көҙгө елдәр ҙә тотҡарлыҡһыҙ үтеп инерлек йоҡа иҫке кейем, аяғына сабата кейгән бала көрт ярып ауыл урамынан атлай. Кисә башланған буран бөгөн тағы ла көслөрәк ҡоторона. Ауылдың бәләкәй генә өйҙәрен күмә яҙып һырынты һалған. Ҡаршыға иҫкән әсе ел үҙәккә үтә, ҡуйынға ҡар тултыра. Малай, биткә һылашып күҙҙе ҡаплаған ҡарҙы ҡулы менән һыпырып, алға атлай. Күҙенән әллә ирегән ҡар тамсыһы, әллә күҙ йәше тама. Тик бала һалҡынға ла, атларға ирек бирмәй, ҡаршы иҫкән елгә лә иғтибар итмәҫкә тырыша. Нисек кенә булмаһын, юлда ниндәй генә кәртәләр тормаһын, уға бөгөн бер нисә йортта булып, тиҙерәк әйләнеп ҡайтырға кәрәк. Эйе, әлбиттә, буш ҡул менән түгел. Өйҙә уны бәләкәй һеңлеһе көтә.
Бына ул бер өйҙөң ишеген шаҡый. Миһырбанлы кешеләр уға бәләкәй генә һыныҡ икмәк тоттора. Икенсе йортта уны йылындырып ҡоро сәй булһа ла эсереп сығарҙылар. Йәнә береһендә, усына өс бөртөк бәрәңге һалды уға ҡаршы сыҡҡан әбей. Сабый баланың усына һыйған өс бәрәңге ниндәй ҙурлыҡта булғандыр инде. Әммә бала үпкәләмәй. Киреһенсә, сикһеҙ шат ул. Ҡайтҡас һеңлеһенең күмерҙә бешкән бәрәңге ашап ултырыуын күҙ алдына килтереп күңеле күтәрелә. Ә буран нимә ул. Уға ғына бирешмәҫ әле. …Баязит ағай хәтирәләргә бирелеп бер аҙға тын ҡалды.
- Эйе, бала саҡ еңел булманы шул беҙҙең, - тине ул уйҙарынан арынып. - Хәйер, бер беҙҙеке генәме икән? Ул заманда әҙ булмағандыр ундай яҙмышлылар.
- Әсәйем Гөлфәриҙә миңә 5 йәш тулғанда, бала тапҡандан һуң аяғына баҫа алмай сирләп мәрхүмә булды. Һеңлем Наҡияға өс кенә йәш ине. Атайым, яңы тыуған сабыйҙы ла, һеңлем менән мине лә тәрбиәләр тигәндер инде, күрше ауылдан үгәй әсәй алып ҡайтты. Ҡыҙы, улы бар ине уның да. Тик беҙ уның йылы ҡарашын күрмәнек, наҙын тойманыҡ. Үҙ балаларын беҙҙән өҫтөнөрәк ҡуйҙы. Сабый туғаныбыҙ оҙаҡ йәшәй алманы. Бер йәше лә тулмай теге донъяға китеп барҙы. Тиҙҙән һуғыш башланды һәм атайыбыҙ фронтҡа китте. Оҙаҡ та үтмәй "Хәбәрһеҙ юғалды” тигән хат килде. Үгәй әсәй, атайыбыҙ булмағас, беҙҙе бөтөнләй һанламаны, яҙмыш ҡосағына ташлап ҡуйҙы. Хәйер һорашып күпме йөрөр инем, белмәйем, ярай әле атайымдың апаһы Ғәлиә менән уның ире Вәли бабайым һеңлем менән мине үҙҙәренә алып ҡайтты. Уларҙың тәрбиәһендә үҫтек. Ниндәй шарттарҙа, нисек кенә үтмәһен бала саҡ, йәшлек осоро күңелдә мәңге онотолмаҫ йылы тәьҫораттар ҡалдыра. Баязит ағай ҙа, ана, һағышлы булһа ла үткәндәрен һөйләгәндә күҙендә серле нур һиҙелгәндәй.
…Үзбәк мәктәбендә башланғыс белем алғас, Оло Үтәштә 7-се
класты тамамлаған Баязит Ишкилдин ауылдашы Миңлеғәлим менән Ишембай нефть училищеһына документтарын тапшыра. Ләкин Баязитты, әрмегә барырға ваҡытың еткән, хеҙмәт итеп ҡайтҡас килерһең, тип бороп ҡайтаралар. Миңлеғәлимдең бер үҙе ҡалаһы килмәй. Баязит, ысынлап та, тиҙҙән хәрби хеҙмәткә алына. Был 1953 йылдың авгусы була. Башта Украинаның Житомир ҡалаһында, һуңынан Австрияла зенит-артиллерия часында хеҙмәтен дауам итә. 1956 йылда тыуған ауылына ҡайта.
- Шунан миңә димсе килде, - тип һүҙгә ҡушыла Нәғимә еңгә, - элек шулай димсе аша танышып өйләнешә торғайнылар. Барыһы ла бына тигән йәшәп китә ине. Хәҙер ни, ун йыл йөрөп өйләнешәләр ҙә, ун көн дә йәшәй алмай айырылышалар ҙа. Димсе хеҙмәтен ҡабат тергеҙергә кәрәктер ул ауылдарҙа.
- Баязит ағайҙы элек белмәй инегеҙме? – тип ҡыҙыҡһынам.
- Бер-ике генә күреп ҡалғайным.
Шулай итеп, бер-береһен бығаса яҡындан белмәгән икәү, 1957 йылда гөрләтеп туй яһайҙар. Был ваҡытта Баязит ағайға - 23, Нәғимә еңгәгә 17 генә йәш була. Нәғимә Зиннәт ҡыҙы күрше Байымбәт ауылынан. Уға өс йәш тулғанда атаһы һуғышҡа китә һәм хәбәрһеҙ юғала. Нәғимә тәүҙә үҙ ауылында, һуңынан Яугилде мәктәбендә уҡый. Тормошҡа сыҡҡансы фермала һыйыр һауа. Өйләнешкәс, икеһе лә колхозда эшләйҙәр. Баязит ағай төҙөлөш бригадаһында ла, тракторҙа ла эшләй, малсы ла була. Нәғимә еңгә ферма юлын әҙ тапаманы, баҫыуҙа сөгөлдөр үҫтереүҙә лә тир түкте. Кәрәккәндә ашнаҡсы ла булды.
- Ошолай оҙаҡ йылдар бергә татыу йәшәүҙең сере нимәлә? Әрләшеп киткән саҡтар ҙа булмай тормағандыр бит? – тим уларға ҡарап.
- Донъя булғас, һауыт-һаба шылтырамай булмай инде. Тик уны оҙаҡҡа һуҙмай ваҡытында туҡтата белеү мөһим. Сабырлыҡ кәрәк, - ти Нәғимә еңгә.
- Әрләшеп ултырырға ваҡыты ла булмағандыр инде ул, хәҙерге кеүек, - ти Баязит ағай, - иртән иртүк эшкә кителә ине, кис һуң ғына, арып ҡайтыла.
Эйе, ғаиләлә татыулыҡ, берҙәмлек булмаһа, алтмыш йылдан ашыу ғүмер бергә йәшәп булмаҫ ине. Ете балаға ғүмер бирҙе улар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, төпсөктәре Рөстәм 30 йәшендә ҡаты сирҙән мәрхүм булды. Ҡалғандары – Кифая, Мәғәфиә, Рәзимә, Ғәзим, Наилә, Наил хәҙер инде үҙҙәре атай-әсәй, олатай-өләсәй булып төрлө тарафта йәшәй. Егерме ейән-ейәнсәре, 17 бүлә-бүләсәре бар Нәғимә һәм Баязит Ишкилдиндарҙың. Ҡайтып хәл белешеп, ярҙам итеп торалар. Бала саҡтары ауырлыҡта үтһә лә, олоғайғас бәхетле ҡартлыҡ кисереп, балаларының ҡәҙер-хөрмәтен күреп, ауылдаштарының ихтирам-иғтибарын тойоп йәшәй бөгөн Нәғимә еңгә менән Баязит ағай.
Фәрғәт ҒӘЛИН.
Үзбәк ауылы.