Хеҙмәтенә күрә – хөрмәте
29 мая 2018 йыл | Уңғандарыбыҙ

Муниципаль район хакимиәтенең Маҡтау грамоталары менән бүләкләнделәр:
Райондың агросәнәғәт комплексы системаһында оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне өсөн:
Зөбәйер Сабит улы ФӘХРЕТДИНОВ – Толпар ветеринар пункты мөдире;
Райондың мәғариф өлкәһендә оҙаҡ йылдар фиҙаҡәр эшләгәндәре өсөн:
Фәнүзә Рауил ҡыҙы КӘРИМОВА – Еҙем-Ҡаран ауы-лы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы;
Миңһылыу Сәмиғулла ҡыҙы МИРХӘЙҘӘРОВА - Еҙем-Ҡаран ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы;
Азат Рәшит улы ХӘБИБУЛЛИН – Ҡарағай ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең физик культура уҡытыусыһы;
Зөлфиә Фәнил ҡыҙы ЯҠУПОВА - Юлыҡ ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең тәрбиәсе ярҙамсыһы;
Районда социаль өлкәне үҫтереүгә тос өлөш индергәне һәм оҙаҡ йылдар фиҙаҡәр эшләгәне өсөн:
Ирина Николаевна ФЕДОРОВА – РФ Пенсия фондының Ғафури район идаралығы баш бухгалтеры – финанс-иҡтисад төркөмө етәксеһе.
Үҫеп килеүсе йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреү өлкәһендә оҙаҡ йылдар емешле эшләгәне өсөн:
 Флүзә Фәрүәз ҡыҙы БАЯЗИТОВА – Красноусолдағы 3-сө мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Район хәрби комиссариатында оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәндәре һәм хәрби комиссариаттар ойошторолоуҙың 100 йыллығы айҡанлы:
Нина Анатольевна ОЖЕРЕДОВА;
Ирина Николаевна КОНОВАЛОВА.


Алға ҡуйып ҙур маҡсаттар
25 мая 2018 йыл | Уңғандарыбыҙ

Алға ҡуйып ҙур маҡсаттар 
Йәш эшҡыуар Дамир Ҡунафин Красноусолда йәшәй. Һамар  архитектура-төҙөлөш университетын тамамлаған, өсөнсө йыл инде "Проект-смета төркөмө” предприятиеһы директоры вазифаһын башҡара. Бер үк ваҡытта  эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегендә лә - башта үҙен сауҙала һынап ҡарай, "Карапуз” балалар тауарҙары магазины асып, бер аҙ эшләп ала. Әммә был өлкәлә конкуренцияның ҙур булыуын аңлаған эшҡыуар төҙөлөш менән шөғөлләнә башлай һәм бөгөн районыбыҙ ойошма-предприятиеларын төҙөлөш материалдары менән тәьмин итеү буйынса әүҙем эшмәкәрлек алып бара.  

Һөнәри камиллыҡҡа ынтылғанда
22 мая 2018 йыл | Мәғариф, Уңғандарыбыҙ

 Һөнәри камиллыҡҡа ынтылғанда
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының быйылғы "Йыл уҡытыусыһы” конкурсында лау-реат исеме алған яҡташыбыҙ, Сәйетбаба һылыуы Ләйсән Хәсәнова Өфө ҡалаһының 10-сы һанлы мәктәбендә уҡыта.

Хеҙмәт сынығыуы үткән закон һаҡсыһы
20 апреля 2018 йыл | Уңғандарыбыҙ

Хеҙмәт сынығыуы үткән закон һаҡсыһыТиҫтә йыл Ғафури районы прокуроры вазифаһында (1988-1998 йылдарҙа) эшләп, хаҡлы ялға туҡтаған Юнер Ғәли улы Фәхретдинов яҙҙың тәүге көнөндә 75 йәшлек юбилейын ҡаршыланы. Һәр төрлө эштәрҙе рациональ күҙлектән, юридик йәһәттән сығып баһаларға күнеккән прокурорға күптәр рәхмәтле бөгөн.

Яҙмыш һынауҙарын еңеп
17 апреля 2018 йыл | Уңғандарыбыҙ

Яҙмыш һынауҙарын еңепҮзбәк ауылында алты тиҫтә йылдан ашыу бергә ғүмер итеүсе Нәғимә һәм Баязит Ишкилдиндарҙың ғаилә тормошо ғына түгел, бала саҡтары, иҫләр хәтирәләре лә уртаҡ һымаҡ. Яҙмыштары оҡшаш. Етемлектә, һуғыш йылдарының ауырлығын сабый иңдәрендә күтәреп, асығып та, туңып та, әммә йәшәү өсөн көрәшеп үҫкәндәр. Шуға ла улар ғүмер ҡәҙерен белеп, әлеге тормоштоң йәмен күреп, бер-береһенә терәк-таяныс булып, бер-береһе өсөн өҙөлөп, ике яҙмышты бер бөтөн итеп, һағышын да, шатлығын да уртаҡлашып йәшәйҙәр.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 36