Тау-таш араһын үҙ итеүселәр
10 апреля 2018 йыл | Ауыл хужалығы, Уңғандарыбыҙ

 Тау-таш араһын үҙ итеүселәр

Редакция хеҙмәт-кәрҙәренә Толпар ауылына бик һирәк юл төшә. Ә бына Ерекле ауылы хаҡында әйтеп тораһы ла түгел. Шуға ла ауыл биләмәһе башлығы Валерий Локоленко, ошо ауылда күпләп мал аҫраусы ғаиләне бер тапҡыр ҙа гәзиткә яҙғанығыҙ юҡ, тигәс, һис икеләнеп тормай ошо ауылға юл тоттоҡ.


Ҡатын-ҡыҙ бәхете
06 апреля 2018 йыл | Уңғандарыбыҙ

 Ҡатын-ҡыҙ бәхете
Ғүмеренең 37 йылын үтә лә яуаплы һәм етди һөнәргә бағышлаған Нәжибә Миниәхмәт ҡыҙы Һөйөндөкова Сәйетбаба ауылында тыуып үҫкән. Атаһы Миниәхмәт Ноғоман улы менән әсәһе Хәнифә Вәлиулла ҡыҙы
6 балаға ғүмер биргәндәр. Татыу ғаиләлә өсөнсө бала булып 1958 йылдың 31 мартында донъяға килә Нәжибә апай.

Күңел йылыһы
03 апреля 2018 йыл | Хаттар, Уңғандарыбыҙ

 Күңел йылыһы
Убалар ауылына беҙ бала саҡта йыш бара торғайныҡ. Башта Ғафуриҙа булып, һуңыраҡ Архангел районы составына күсерелгән ошо ауылда яҡын туғандарыбыҙ — әсәйемдең бер туған һеңлеһе Флүрә апай менән атайымдың яҡын туғаны Әхмәт ағай Шәриповтар йәшәй. Шуныһы ҡыҙыҡ: Һабайҙан ун саҡрым ғына алыҫлыҡта урынлашһа ла бында бөтөнләй икенсе донъя кеүек.

Һөйөү, татыулыҡта йәшәгәндә...
30 марта 2018 йыл | Хаттар, Уңғандарыбыҙ

 Һөйөү, татыулыҡта йәшәгәндә...
Тормошта йәшнәп йәшәгән, ауырлыҡтар алдында юғалып ҡалмаған, бер уйлы, бер маҡсатлы тырыш, эшсән ғаиләләргә һоҡланмайса мөмкин түгел. Яҙмам Үтәк ауылындағы шундай ғаиләләрҙең береһе – Рәхилә һәм Асҡар Ғөбәйҙуллиндар тураһында.

"Красноусолды үҙ иттем", - ти С.М.Мостафаҡолов
20 марта 2018 йыл | Уңғандарыбыҙ

"Красноусолды үҙ иттем", - ти С.М.МостафаҡоловКрасноусол үҙәк район дауаханаһының участка табип-терапевы Субхон Мирзо улы Мостафаҡолов ғәжәйеп йомарт тәбиғәтле ҡояшлы Тажикстанда тыуып үҫә. Ул үҙен бер ваҡытта ла тыуған яҡтан ситтә йәшәрмен тип күҙ алдына килтермәй. Әммә яҙмыш үҙенсә хәл итә. Көтмәгәндә дуҫы Башҡортостанға саҡырғас, бер аҙға баҙап ҡала. Сит-ят ерҙә нисек ҡабул итерҙәр? Күрмәгән-белмәгән яҡҡа китеп барыу хата булмаҫмы? Ҡатыным, балаларым да бар бит әле...
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 36