Хеҙмәтенә күрә - хөрмәте
10 октября 2017 йыл | Уңғандарыбыҙ

Муниципаль район Советының Маҡтау грамоталары менән бүләкләнделәр:
Үҫеп килеүсе йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреүҙә  оҙаҡ йылдар фиҙаҡәр эшләгәндәре һәм өлгәшкән уңыштары  өсөн:

Балалары ла, малдары ла ишле
06 октября 2017 йыл | Уңғандарыбыҙ, Йәмғиәт

Балалары ла, малдары ла ишлеЙөҙимән яҡтарына командировка ваҡытында был ауылдың бихисап йорттары баҡсаһында тау-тау бесән өйөмдәрен күреп хайран ҡалдыҡ (төргәклеләре лә, эҫкерт рәүешендә лә уғата күп). Был, билдәле, ошо ауыл кешеләренең уңғанлығына, күпләп мал аҫрауына ишаралай. Ысынлап та, шулай булып сыҡты. Шундайҙарҙың береһе менән танышырға уйлап бер йорт ҡапҡаһын асып инәбеҙ. Бында Гөлдәр менән Миңлеғәле Садиҡовтар йәшәй икән. Беҙҙе ихласлап ҡаршы алдылар. Ғаилә башлығы уландары менән баҡсала бәрәңгенең сабылған һабаҡтарын йыйып, уны ҡаҙырға әҙерләй, ә хужабикә йорт тирәһендә бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәттәр менән мәшғүл, өйҙә әле генә бешеп мейестән алынған тәмле икмәк еҫе таралған.

Хеҙмәтенә күрә - хөрмәте
06 октября 2017 йыл | Уңғандарыбыҙ

Муниципаль район Советының Маҡтау грамоталары менән бүләкләнделәр:
Әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге һәм үҫеп килеүсе йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреүҙә өлгәшкән уңыштары өсөн:

Түр биҙәй ил инәһе
29 сентября 2017 йыл | Уңғандарыбыҙ

1 октябрь – Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө
 Түр биҙәй ил инәһе
 
Нурия Сәғиҙулла ҡыҙы Исламғолова Яңғыҙҡайын ауылында тыуып үҫә һәм бөгөн дә ошонда йәшәй. Ул быйыл августа 92 йәшен билдәләгән. Бар ғүмере еңел булмаған хеҙмәттә үтеп, йылдар битенә һырҙар һалһа ла, бер ҙә төҫ ташламаған, бер быуатҡа тиң йәште биреп тә булмағандай әле үҙенә.

Сәйетбаба сыры сауҙаны яулай
22 сентября 2017 йыл | Ауыл хужалығы, Уңғандарыбыҙ

Булдыҡлылыҡ
Сәйетбаба ауылында беҙҙең яҡтарға хас булмаған, үҙенсәлекле яңы төр эшмәкәрлек – сыр етештереү хаҡында гәзитебеҙҙә яҙып сыҡҡайныҡ инде. Гәзит уҡыусыларҙы улар менән яҡынданыраҡ таныштырыу маҡсатында был төбәктең сыр етештереүселәре янында булдыҡ.
Сәйетбаба сыры сауҙаны яулай


качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 35