Уңыш уңғандарҙы ярата
18 августа 2017 йыл | Уңғандарыбыҙ, Йәмғиәт

Уңыш уңғандарҙы ярата
Уңыш уңғандарҙы яратаЗаман ауырлығына ҡарамай, үҙ эшен асып, халыҡҡа өҫтәлмә эш урындары булдырыусы булдыҡлылар тураһында гәзиттә әленән-әле баҫылып тора.

Дәүерҙең тере шаһиты
25 июля 2017 йыл | Уңғандарыбыҙ

Дәүерҙең тере шаһитыСәйетбаба ауылында Клара Ғәбделхәй ҡыҙы Ибраһимованы бөтәһе лә ихтирам итә. Уның зирәк аҡыллы, хәтерле булыуы, күпте белеүе, ауылдың, арҙаҡлы кешеләренең үткәндәрен хәтерләүе һоҡландыра. Күптәр уны "тере энциклопедия” тип йөрөтә.

Тормошо матур, яҡты
25 июля 2017 йыл | Уңғандарыбыҙ

Тормошо матур, яҡты70 йыллыҡ юбилейы уңайы менән үҙемдең коллегам - математика уҡытыусыһы, хеҙмәт ветераны Зәлфирә Гәрәй ҡыҙы Әһлиуллинаның яҡты, матур
тормошо һәм хеҙмәт юлы тураһында һөйләмәксемен.

Йәштәрҙең “Яңы офоҡтар”ы
25 июля 2017 йыл | Уңғандарыбыҙ

Башҡортостан "Китап” нәшриәтендә "Яңы офоҡтар” тип аталған китап донъя күрҙе. Унда беҙҙең ике яҡташыбыҙ – Мөнир Ҡунафин һәм Рәйлә Сабитованың да әҫәрҙәре урын алған.
2015 йылда, Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда иғлан ителгән Әҙәбиәт йылында, "Китап” нәшриәте Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына хәҙерге заман йәштәре тормошо һәм проблемаларына арналған әҫәрҙәргә конкурс иғлан иткәйне. Унда 45 йәшкә тиклемге авторҙар ҡатнашты, барлығы 29 әҫәр баһаланды. Яҡташтарыбыҙ Мөнир Ҡунафин унда I  дәрәжә дипломға, Рәйлә Сабитова 4-се урынға лайыҡ булды. Еңеүсе әҫәрҙәрҙән торған йыйынтыҡҡа республиканың әҙәби мөхитендә танылыу яулаған Мөнир Ҡунафин, Баныу Ҡаһарманова, Рәйлә Сабитова, Гөлнара Мостафина, Тимур Рәхмәтуллиндың әҫәрҙәре индерелгән. (Тағы бер еңеүсе – рус телендә ижад итеүсе Артур Карраның китабы "Йәштәр тауышы” серияһында айырым баҫма булып донъя күргән). Йыйынтыҡҡа баш һүҙҙе "Яңы офоҡтар” конкурсының жюри рәйесе, профессор Фәнил Күзбәков яҙған.
З.СУФИЯНОВА

Хеҙмәттә үткән хөрмәтле ғүмер юлы
21 июля 2017 йыл | Уңғандарыбыҙ

Хеҙмәттә үткән хөрмәтле ғүмер юлыҒафури ауыл урмансылығының элекке етәксеһе Мозафар
Мостафа улы Аллаяровты танып белһәм дә, эш буйынса яҡындан әңгәмәләшергә тура килгәне булманы. Бар ғүмерен етәкселек вазифаларында үткәргәнлектән,  һөйләшеү нисектер етдиерәк, ҡорораҡ килеп сығыр һымаҡ ине. Әммә был олпат кәүҙәле, ҡарашында ҡәтғилек сағылған ир-уҙамандың ябайлығы, асыҡлығы күңелдәге көсөргәнеште һыпырып алғандай булды. Әңгәмәләшкәндә үҙенең сабыр холҡо, бөтә кешегә лә (шул иҫәптән ҡул аҫтында эшләгәндәргә лә), кем булыуына ҡарамаҫтан, берҙәй ихтирам менән ҡарауы, ҡайҙа эшләһә лә ябай һәм баҫалҡы, ғәҙел булыуы, үҙе әйтеүенсә, гел дөрөҫлөккә барыуы,  кешене рәнйетмәүе – уның холҡоноң төп һыҙаттары тап ошолар икәнен күрәһең.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 4 5 6 7 8 9 10 11 12 ... 36