Төпкөл төбәктә газ да, һыу ҙа бар
31 марта 2014 йыл | Урындағы үҙидара

Ҡауарҙы ауыл Советы ауыл биләмәһе депутаттарының киңәйтелгән ултырышында район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаров, район Советы рәйесе Фаил Зәйнетдинов, район Советы секретары Рәйлә Ишмөхәмәтова, район Советы депутаты, "Красноусол” шифаханаһы директоры Фаяз Мәжитов, район дауаханаһының баш табибы Зәбиҙә Ҡужина һ.б. саҡырылған ҡунаҡтар, Ҡауарҙы, Юлыҡ, Аҡташ, Һабай ауылдары халҡы ҡатнашты. Ҡауарҙы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Илфат Ҡужин биләмәләге хәл-торош менән яҡынданыраҡ таныштырҙы, 2013 йылғы эшмәкәрлектәренә йомғаҡ яһаны.
Халыҡ етеш йәшәргә ынтыла
Ауыл биләмәһендәге 4 ауылда 750 йорт-хужалыҡ булып, уларҙа 2190 кеше йәшәй. Шуларҙың 530-ы пенсионерҙар, 1323-ө эшкә яраҡлы халыҡ иҫәпләнә. Мәктәпкәсә йәштәге 150 баланың 81-е балалар баҡсаһына (Ҡауарҙыла – 50, Юлыҡта 31 бала) йөрөй. Шәхси хужалыҡтарҙа 1428 баш һыйыр малы, шул иҫәптән 635 баш һауын һыйыры, 354 баш ат, 1091 баш һарыҡ-кәзә аҫрала. Барлығы 1400 баш умарта күсе иҫәпләнә. Төбәк халҡы башлыса үҙ шәхси хужалығы иҫәбенә көн күрә. Хакимиәт башлығы күпләп мал аҫраусы, умарта күсе тотоусы егәрле ғаиләләрҙе атап үтте. Ишле мал аҫраусыларҙан Юлыҡ ауылынан Мөхәмәтгәрәй Кинйәғолов (31 баш һыйыр малы, шул иҫәптән 14 баш һауын һыйыры), Илһам Шаһиев (45 баш ат, 6 баш һыйыр малы),Ғайса Юлыҡов (10 баш һыйыр малы), Вәкил Юлмөхәмәтов (15), Зәйнулла Кәримов (14), Һабай ауылынан Фәнил Ихсанов ( 20 баш), Аҡташтан Фәррәх Иҙрисов (10), Ҡауарҙынан Радик Муллагилдин (18), Әхәт Аҡмырҙин (22), Минияр Вәлитов (15), Гөлнара Хужаева (16 баш) кеүек күпләп мал аҫраусылар маҡтап телгә алынды. Күпләп умарта күсе тотоусыларҙан Азат Исмәғилев (100 баш), Азат Әлмөхәмәтов (70),  Мөнир Дәүләтбаев (60), Рәйес Абдрахманов (55), Азамат Дәүләтбаев (40), Дамир Юлъяҡшин (30), Ильяс Абдуллин (25), Сабир Исхаҡов (25), Люциә Абдуллина (25 баш) ауылдаштарына өлгө булып тора. Күпләп мал аҫрау һәм умарта күсе тотоу төбәк халҡының ғаилә бюджетын тулыландырыуҙа мөһим роль уйнай. Шуға ла халыҡ етеш йәшәй был яҡтарҙа. Мәҫәлән, шәхси хужалыҡтарҙа төрлө маркалы 80 трактор, 35 йөк автомашинаһы, 150-ләп еңел автомашина һәм башҡа техника бар. Ҡауарҙы ауылынан Азат Ғәзизов, Аҡташтан Ирек Әбсәләмов быйыл ғына өр-яңы "МТЗ-82” тракторҙары һатып алған. Былтыр ҙа бер нисә кеше яңы трактор һатып алыуға өлгәшкән.
Баҙарҙа аҡса "эшләйҙәр"
Төбәктә шәхси хужалығын үҫтереү маҡсатында "Россельхозбанк” аша ауыл хужалығы кредиты алыусылар ҙа бихисап. Үҙҙәренән артҡан ауыл хужалығы продукцияһын һатып аҡса эшләүселәр ҙә арта бара. Зөлфиә Вәлитова, Земфира Латипова, Ирек Әбсәләмов, Алһыу Мөхәмәтдинова, Роза Вәлитова, Фәнил Басиров, Илгиз Әбсәләмов, Сайма Бәширова, Фирүзә Вәлитова, Ғәйшә Фәхриева һ.б. баҙар, йәрминкәләрҙә  әүҙем ҡатнашып, үҙҙәре етештергән продукцияны һатыуға сығаралар. Илфат Әхмәт улы үҙ сығышында бындай ғаиләләрҙе башҡаларға өлгө итеп ҡуйҙы.
Уңғандар мөмкинлек таба
Төбәктә төҙөлөш эштәре лә гөрләп бара. Мәҫәлән, 2013 йылда ғына Айрат Латипов, Марат Абдуллин, Руслан Зәйнетдинов, Таһир Дәүләтбаев, Рәшит Йосопов, Рөстәм Шәрипов, Илшат Вәлитов, Рәсим Ваһапов яңы йорт күтәргәндәр. Төҙөлөш материалдары әҙерләү өсөн дүрт ауылда барлығы 11 пилорама (шуларҙың 6-һы Ҡауарҙыла) эшләп килә.  Йорттарына газ, һыу уҙғарыусылар ҙа арта бара. Биләмәләге 4 ауылдан тик Аҡташҡа ғына газ үткәргес барып етмәгән. Социаль-мәҙәни әһәмиәтле бюджет учреждениеларының газ яғыулығына тоташтырылыуы ла һөйөнөслө күренеш. Төбәктә берҙән-бер крәҫтиән-фермер хужалығы (етәксеһе Марат Латипов) бар һәм ул ауыл хужалығы продукцияһы етештереүҙән тыш төҙөлөш материалдары – ағас, таҡта әҙерләй, утын да һата. "Шишмә” крәҫтиән хужалығы ҡарамағында 150 гектар һөрөнтө ер иҫәпләнә. Хужалыҡ малсылыҡ менән дә шөғөлләнә. Юлыҡ ауылынан Мөхәмәтгәрәй Кинйәғолов та 70 гектар ер алған һәм үҙенең хужалығын киңәйтергә иҫәп тота. Ҡауарҙы ауыл биләмәһендә эшҡыуарлыҡ та үҫешә. Ауыл биләмәһендә 14 магазин эшләп килә. Ҡауарҙыла Азат Хужаев менән Юлай Аҙнағолов яңыраҡ магазин асып, эшҡыуарлыҡ эшен тағы ла нығыраҡ йәнләндереп ебәргәндәр.
Бар насарлыҡ - эскелектән
Биләмәлә 2 урта һәм 1 башланғыс мәктәп эшләп килә. Мәктәптәрҙә барлығы 256 бала белем һәм тәрбиә ала. Шулай уҡ ике балалар баҡсаһы эшләп килә. Ике мәҙәниәт йорто һәм бер ауыл клубы халыҡтың ялын файҙалы уҙғарыу йүнәлешендә эш алып бара. Дүрт ауылда ла фельдшер-акушерлыҡ пункттары бар һәм медицина хеҙмәткәрҙәре халыҡ һаулығы һағында уяу тора. Тик шуныһы күңелде ҡыра: былтыр төбәктә үлем ты-уымдан юғарыраҡ булған. Барлығы 24  сабый донъяға килгән, 27 кеше вафат булған. Үлемдең тыуымдан юғарыраҡ булыуында, әлбиттә, объектив сәбәптәр ҙә, субъектив сәбәптәр ҙә бар. Иң ғәжәпләндергәне – төбәктә үҙ-үҙенә ҡул һалыусылар күп һәм уларҙың күбеһе йәштәр. Эскелек арҡаһында яҡты донъяларҙан иртә китеүселәр ҙә бихисап. Район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаров халыҡ һаулығын ҡайғыртыу, ялған араҡы һәм көмөшкә һатыусыларҙы яуаплылыҡҡа тарттырыу, был тәңгәлдә ауыл халҡының үҙенә күтәрелеп сығырға кәрәклеге хаҡында әсенеп һөйләне, халыҡты үҙ асылына ҡайтырға саҡырҙы. Ауыл биләмәһе башлығы Илфат Ҡужин үҙ сығышында социаль өлкә, ветерандар советы эшмәкәрлеге, ауыл Советы депутаттары эше хаҡында ентекле һөйләне.
Еҙем дә проблема тыуҙыра
Ауыл биләмәһе башлығының сығышынан һуң фекер алышыуҙар башланды. Юлыҡ һәм Ҡауарҙы мәктәптәре директорҙары Рәфис Абдрахманов менән Райфат Әбелғужин белем усаҡтары эшмәкәрлеге менән таныштырҙы.
Юлыҡ мәктәбенең ҡыйығын яңыртып ябыу һәм Ҡауарҙы мәктәбенә яңы автобус (мәктәп автобусына 8 йыл) һатып алыу мәсьәләһе район етәкселегенә еткерелде. Ҡауарҙы ауыл ветерандар советы рәйесе Рим Насиров ветерандарҙың әүҙем тормош алып барыуы хаҡында һөйләне. Юлыҡ ауылы старостаһы Таһир Юлмөхәмәтов Еҙем ярын нығытыу, Еҙем йылғаһы аша күперҙе ремонтлау, Юлыҡта "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамын уҙғарыуға әҙерлек башлау кәрәклеге хаҡында һөйләне. "Шишмә” крәҫтиән хужалығы етәксеһе Марат Латипов үҙенең эшмәкәрлеге менән таныштырҙы. Һабай ауылынан Рәсүл Басиров ауылдарҙағы эшһеҙлек мәсьәләһен хәл итеү, коллектив хужалыҡ  итеүҙе ойоштороу тәҡдиме менән сығыш яһаны. Ҡауарҙынан Кәрим Ибәтуллин төндә урам буйҙарының яҡтыртылмауына зарланды. Ауыл биләмәһе башлығы Илфат Ҡужин был мәсьәләнең ыңғай хәл ителәсәген белдерҙе. Полицияның участка уполномоченныйы Ирек Хәсәнов төбәктәге криминоген хәл менән таныштырҙы.
Тейешлеһе - бар,  ҡалғаны үҙегеҙҙән
"Красноусол” шифаханаһы директоры,
район Советы депутаты Фаяз Мәжитов элекке тормош менән хәҙергене сағыштырып, бөгөн тырыштар, егәрлеләр өсөн барлыҡ уңайлы шарттар булдырылыуын, дәүләттең халыҡҡа йөҙ менән боролоуын, ауылдарға газ, һыу уҙғарылыуын, башҡаһын халыҡтың үҙе эшләргә тейешлеген ябай тел менән аңлайышлы итеп һөйләне. Уның сығышы береһен дә битараф ҡалдырмағандыр. Сәйетбаба ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Рәмил Латипов ике биләмә өсөн дә проблемаларҙың уртаҡ булыуын һәм уларҙы хәл иткәндә ҡулға-ҡул тотоношоп эшләргә саҡырҙы. Район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаров үҙ сығышында күпләп мал аҫрау, умарта тотоу, уларҙан нисек табыш алыу нескәлектәре хаҡында аңлатма бирҙе. Ауыл хужалығы продукцияһы етештереп кенә ҡалмайыҡ, уны һатырға ла өйрәнәйек, бының өсөн ауылдарҙа баҙар майҙансыҡтары булдырҙыҡ, шуларҙы тулы ҡеүәтҡә файҙаланайыҡ,- тине Рәмил Зәкәриә улы. Йыйылыш һуңында ҡарар ҡабул ителде. Дөйөм алғанда, Ҡауарҙы ауыл биләмәһе ауыл советы депутаттарының асыҡ ултырышы эшлекле шарттарҙа үтте.
 Самат ҒӘЛИУЛЛИН.