Ауыр йөк машиналары хәрәкәте сикләнә
05 апреля 2014 йыл | Урындағы үҙидара

Муниципаль район хакимиәте 2014 йылдың
1 апреленән 30 апреленә тиклем күсәренә баҫым билдәләнгәндән артыҡ булған транспорт сараларына урындағы әһәмиәтле юлдар буйлап йөрөүҙе ваҡытлыса сикләү тураһында ҡарар ҡабул итте.
Транспорт сараларына иң күп баҫым күләме лә билдәләнгән: бер күсәрлеләргә - 4 тонна, ике күсәрлеләрҙең һәр күсәренә - 3, ә өс күсәрле траспорт сараһының һәр күсәренә 3 тонна.
Ауыл биләмәләре башлыҡтарына,  Ғафури ДРСУ-һына хәрәкәт ваҡытлыса сикләнеүен күрһәткән юл билдәләре ҡуйыуҙы тәьмин итергә, ә  район хакимиәтенең капиталь төҙөлөш һәм  ғүмер именлеген тәьмин итеү бүлегенә эске эштәр бүлеге менән берлектә транспорт сараларын контроль үлсәүҙе бойомға ашырырға тәҡдим ителде.