Баҫыуға сыҡтылар
23 апреля 2014 йыл | Урындағы үҙидара

Техникаһын күптән әҙерләп ҡуйып, ерҙең өлгөрөүен генә көткән игенсе, ҡояш юғарыраҡ күтәрелеп сағыу нурҙарын һипкәс, яҙғы елдәр баҫыу буйлап йүгереп бәрәкәтле ҡара тупраҡты иркәләгәс, баҫыуға ашыҡты. Тракторҙар гөрләүе, ҡабатланмаҫ сихри моң булып, тирә-яҡҡа яңғырап ишетелде. Ошоно ғына көткән һабантурғай игенсегә фатиха биргәндәй йырын һуҙҙы…
"Ағиҙел” йәмғиәте механизаторҙары ла уҙған йома баҫыуға сыҡты. Дым ҡаплатыуҙы тәүгеләрҙән булып Шәүкәт Таһиров менән Нәзир Ғайсиндың "Т-150” тракторҙары башлап ебәрҙе. Улар артынса уҡ Рөфҡәт Ҡорбанғолов менән Дамир Ямалиевтың "Т-150” тракторына тағылған дым ҡаплатыу агрегаты баҫыу иңләне. Тиҙҙән хужалыҡтың бөтә баҫыуҙарында ла ҡыҙыу эш башланды. Мансаф Нафиҡов һәм Әхтәм Ҡорбанғолов "МТЗ-82” тракторҙарына "МВУ” агрегаты тағып, сөгөлдөр сәселәсәк баҫыуға ашлама индерә башланы. Марс һәм Мансаф Рәхимовтарҙың "Т-150” тракторына тағылған агрегат шул баҫыуҙы тигеҙләне. Эш ике сменала ойошторолдо. Көндөҙ ҙә, төндә лә тракторҙар тауышы тынманы. "МТЗ-1220” тракторын хеҙмәтләндергән Венер Бәшәров һәм Азамат Яҡушев та тәүге көндән үк эшкә дәртләнеп тотондо. Башҡалар кеүек улар ҙа көндәлек норманы арттырып үтәне.
Берҙәм һәм ойошҡанлыҡ менән эшләү һөҙөмтәһендә тәүге көндәрҙә 800 гектарҙан ашыу майҙанда дым ҡаплатылды ла инде. Дөйөм алғанда, 430 гектарҙа ашлама индерелде. Шунса гектар ер тырматылып, тигеҙләнде.
Баҫыу эштәре барышы хаҡында
һүҙ йөрөткәндә шоферҙар Азат Рәхи-мов ("КамАЗ”), Камил Сәйғәфәровты ("Урал”) билдәләп китеү кәрәктер. Улар машиналарына ашлама тейәп килтереп, агрегаттарҙың туҡталмай эшләүен тәьмин итте. Ғөмүмән, һәр механизатор үҙенә йөкмәтелгән хеҙмәттең яуаплылығын аңлап эш итә.
Фәрғәт ҒӘЛИН.