Хеҙмәттәре тейешенсә баһаланды
23 апреля 2014 йыл | Урындағы үҙидара

Граждандарҙың килем кимәле үҫте. Ауыл биләмәһе буйынса уртаса эш хаҡы 2012 йыл менән сағыштырғанда 12 процентҡа артты. Мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениеларында  урындар менән тәьмин ителештә һиҙелерлек аҙым эшләнде. Красноусолдағы 2-се һәм Курорт мәктәптәрендә 120 урынға иҫәпләнгән төркөмдәр асылыу иҫәбенә, балалар баҡсаһына булған ихтыяж 40 процентҡа тиклем кәмене.
Торлаҡ төҙөлөшө темпы юғары үҫеш алды. Былтыр ауыл биләмәһендә дөйөм майҙаны 8500 квадрат метр булған 99 шәхси йорт файҙаланыуға тапшырылды һәм үҫеш темпы 2012 йыл менән сағыштырғанда 40 процент тәшкил итә; күп балалы ғаиләләргә торлаҡ төҙөлөшө өсөн яңы биҫтәнән 379 ер участкаһы бүлеп бирелде.
Иң мохтаждарға – фатирҙар. Социаль торлаҡ төҙөлөшө программаһы буйынса 39 фатирлы күп ҡатлы йорт файҙаланыуға тапшырылды. Был йорттан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың тол ҡатындары, етем балалар, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға льготалы кредит алыусылар фатир алды. Етем балалар өсөн тағы ла 2 йорт төҙөлә. Шәхси инвестор иҫәбенә бер күп фатирлы йорт төҙөлөп бөттө һәм тағы ла социаль әһәмиәтле 2 йорт төҙөлә башланы.
Красноусол ауылында һыу менән тәьмин итеү объекттарын модернизациялау буйынса ҙур күләмдә эш башҡарылды. Биологик таҙартыу ҡоролмаһында һәм канализация насос станцияһында, һыу башняһында ҡорамалдар тулыһынса яңыртылды. Ғәмәлдәге йылылыҡ трассаларының 30 проценты алыштырылды.
Урындағы мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә халыҡтың әүҙемлеге күтәрелде. Биләмәләге барлыҡ ауылдарҙа ла территориаль йәмәғәт үҙидараһы (ТОС-тар) ойошторолдо. Ауыл биләмәһендә барлығы 10 ТОС эшләп килә.
Урындағы сәнәғәт киңәйҙе. "Красноусол коммуналь хужалығы” МУП-ы базаһында ағас эшкәртеү һәм тротуар плиткаһы етештереү буйынса цехтар асылды.
Көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү өлкәһе нығына. Заманса сауҙа комплекстары ("Радужный”, "Ортикон”) файҙаланыуға тапшырылды.
Юлдар яҡшыра. Район юл төҙөү-ремонтлау идаралығы Красноусол – Курорт ауылдары араһындағы автомобиль юлының күпселек өлөшөндә капиталь ремонт эшләне.
Биләмәне төҙөкләндереүҙә әүҙем ҡатнашҡан кешеләр дәртләндерелә. "Иң матур йорт”, "Матур урам”, "Иң төҙөкләндерелгән предприятие”, "Айыҡ ауыл” конкурстары уҙғарыла. Төҙөкләндереү буйынса 28 өмә уҙғарылды. Урау юл  тирәләп 1 километр арауыҡҡа йәш ағас үҫентеләре ултыртылды.
Бынан алдараҡ Красноусолда 20 километр оҙонлоҡта һыу үткәргестәр, яңы үҙәк ҡаҙанлыҡ, физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлгәйне.