Һорауҙарға төплө яуап бирелде
21 мая 2014 йыл | Урындағы үҙидара

Район хакимиәтендә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, яугирҙарҙың тол ҡатындары, тыл эшсәндәре, хеҙмәт ветерандары һәм инвалидтар проблемалары буйынса граждандарҙы ҡабул итеү ойошторолдо. Граждандарҙы район хакимиәте башлығының иҡтисад һәм социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Руслан Салауатов ҡабул итте. Ҡабул итеүҙә шулай уҡ хеҙмәт һәм социаль яҡлау бүлеге начальнигы Рамазан Мөхәмәтшин, Пенсия фонды идаралығы начальнигы Фәнил Вахитов, халыҡты социаль хеҙмәтләндереү Комплекслы үҙәге етәксеһе Рәүилә Мөхәмәҙиева, район ветерандар советы рәйесе Эльвира Мөлөкова,  үҙәк район дауаханаһының баш табип урынбаҫары Гүзәл Ноғоманова ҡатнашты.
Ҡабул итеүгә төрлө һорауҙар менән тиҫтәнән ашыу кеше килде. Хеҙмәт ветерандарына ер участкаһы өсөн һалым түләүгә квитанция килеүе күптәрҙә һорау уятҡан. Ошоноң менән бәйле Красноусолдан бер нисә хеҙмәт ветераны мөрәжәғәт итте. Иван Радьков, Раиса Агапова, Антонина Сигапова, Валентина Трофимова ошо мәсьәлә буйынса килгәндәр ине. Руслан Йәғәфәр улы илебеҙҙә  хеҙмәт ветерандары өсөн ер һалымына булған льготаның бөтөрөлөүен аңлатып бирҙе. Ошоноң менән бәйле республикала ла, районда ла айырым категория граждандарҙан тыш (Советтар Союзы, Рәсәй Геройҙары, Хеҙмәт Геройҙары һ.б.) барыһы ла ер һалымы түләргә тейеш. Антонина Сигапова Красноусолдың Урман урамы киҫелешендәге юлды ремонлауҙа ярҙам һораны. 76 йәшлек хеҙмәт ветераны ошо төбәктең квартальныйы ла булып тора икән. Ә Валентина Трофимова элекке поликлиника бинаһындағы амбулаторияның ябылыуына борсолоу белдерҙе. Ремонттан һуң амбулатория яңынан эш башлаясаҡ тип яуап бирҙеләр уның һорауына. Еҙем-Ҡаран ауылынан уҡытыусы-ветеран Зәйтүнә Искәндәрова бер урындан прописканан төшөп, икенсе урында теркәлгән осраҡта булған льготалар һаҡланамы, тигән һорау менән килгән. Ул 14 йыл Еҙем-Ҡаранда йәшәһә лә, пропискала Октябрьск ҡалаһында тора икән. Үзбәк ауылынан Афған һуғышы ветераны, III төркөм инвалиды Динар Нуретдинов торлаҡ урынына аҡсалата компенсация алып буламы, тип мөрәжәғәт итте. Уның мөрәжәғәте буйынса республика хәрби комиссариатына үтенес хаты яҙып ҡарарға булдылар.
Рус Саскүле ауылынан Фәнүр Хәбибуллин менән Зөләйха Ишмөхәмәтова инвалид бала тәрбиәләүҙәре һәм ошоноң менән бәйле ярҙам һоранылар. Уларҙың һорауҙары ыңғай хәл ителәсәк. Ош уҡ ауылдан II төркөм инвалиды Лидия Мудрик яҡындарының уны ҡыйырһытыуына зарланып килгән. Уның һорауын хоҡуҡ һаҡлау органдарына еткерәсәктәрен белдерҙеләр. Родина ауылынан Әхмәт Мәжитов тейешле наградалары була тороп та хеҙмәт ветераны льготаларынан файҙалана алмауы буйынса мөрәжәғәт итте. Асыҡланыуынса, ул үҙе документтарын тейешле органдарға тапшырмаған.
Дөйөм алғанда, ҡабул итеүгә килгән һәр гражданға төплө яуап бирелде һәм улар үҙҙәрен борсоған һорауға яуап таба алдылар.

С.ТИМЕРОВ.