Мәғлүмәт белдереүе
25 июня 2014 йыл | Урындағы үҙидара

23 июндә район Советының сираттағы 28-се ултырышы булып үтте. Уның эшендә район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаров ҡатнашты. Көн тәртибендә "Ауыл биләмәләрендә янғын һағы хәүефһеҙлеге сараларын тәьмин итеү тураһында”, "Район биләмәһендә "Башҡортостан Республикаһында  торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеүҙә граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлау тураһында”ғы    БР Законын ғәмәлгә ашырыу тураһында”, "Районды һыу менән тәьмин итеү, һыу үткәреү торошо тураһында”,  "Юл фондынан финансланған урындағы әһәмиәтле юлдарҙы ремонтлау вәкәләтлектәрен Красноусол ауыл советы ауыл биләмәһенә  тапшырыу тураһында”ғы мәсьәләләр ҡаралды.
Депутаттар шулай уҡ район Советы ревизия комиссияһының 2013 йылғы отчетын, мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениеларына  ата-әсәләр иғәнәһе күләмен раҫланы.
Ошоноң менән район Советы ултырышы үҙенең эшен тамамланы.