«Башҡортостан Республикаһы Ғафури район муниципаль районының юл фондынан финансланған БР Ғафуусол ауыл биләмәһенә тапшырыу тураһында»
30 июня 2014 йыл | Урындағы үҙидара

«Башҡортостан Республикаһы Ғафури район
муниципаль районының юл фондынан финансланған БР Ғафури район муниципаль районының урындағы әһәмиәтле юлдарҙы
ремонтлау буйынса вәкәләтлектәрен Красно-усол ауыл биләмәһенә тапшырыу тураһында»  
БР Ғафури районы муниципаль район Советы ҡарары
"Рәсәй Федерацияһында урындағы үҙидараны ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында”ғы 2003 йылдың 6 октябрендә ҡабул ителгән 131-се Федераль Закондың 14-се статьяһы 6-сы пункты, 15-се статьяһы 4-се пунктына һәм "Рәсәй Федерацияһы автомобиль юлдары һәм юл эшмәкәрлеге тураһында Рәсәй Федерацияһының айырым закон акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында” 2007 йылдың 8 ноябрендә ҡабул ителгән 257-се Федераль Законына, 2013 йылдың 31 октябрендәге Муниципаль район Советының "БР Ғафури район муниципаль районында юл фонды булдырыу тураһында” ҡарарына таянып һәм ра-йон хакимиәтенең тәҡдимен ҡарап, Муниципаль район Советы ҡарар итте:
1. Башҡортостан Республикаһы Ғафури район муниципаль районының юл фондынан финансланған БР Ғафури район муниципаль районының урындағы әһәмиәтле юлдарҙы ремонтлау бу-йынса вәкәләтлектәрен Красноусол ауыл биләмәһе ҡарамағына тапшырырға.
2. БР Ғафури район муниципаль районының юл фондынан финансланған  урындағы әһәмиәтле юлдарҙы ремонтлау буйынса вәкәләтлектәрен Красноусол ауыл биләмәһенә тапшырыу тураһындағы Килешеү проектын раҫларға. (1-се ҡушымта).
3. БР Ғафури район муниципаль районының юл фондынан финансланған урындағы әһәмиәтле юлдарҙы ремонтлау буйынса вәкәләтлектәрен Красноусол ауыл биләмәһенә тапшырыу тураһында ҡаралыуға бирелгән Килешеүенә БР Ғафури район муниципаль район хакимиәте башлығына ҡул ҡуйыуҙы йөкмәтергә.
4. Был ҡарарҙы "Табын” һәм "Звезда” район гәзиттәрендә баҫтырып сығарырға.
5. Ҡарарҙың үтәлешен контролдә тотоуҙы Советтың Бюджет, һалым һәм милек мәсьәләләре буйынса даими комиссияһына (рәйесе -
 Г.В. Петрова) йөкмәтергә.
Фаил ЗӘЙНЕТДИНОВ,
район Советы рәйесе.
23 июнь, 2014 йыл, № 28-211з.
"Башҡортостан Республикаһы Ғафури район
муниципаль районында төп дөйөм белем
биреүҙең мәктәпкәсә белем биреү программаһын тормошҡа ашырыусы, мәғариф учреждениеларында балаларҙы ҡарау һәм тәрбиәләү өсөн ата-әсәләрҙән алыныусы ата-әсәләр түләүе күләмен раҫлау тураһында”
 БР Ғафури районы муниципаль район Советы ҡарары
 "Мәғариф тураһында” Федераль Закондың 65-се статьяһына, "Башҡортостан Республикаһы биләмәһендәге  дөйөм белем биреүҙең мәктәпкәсә белем биреү программаһын тормошҡа ашырыусы мәғариф учреждениеларына йөрөүсе балаларҙы тәрбиәләү һәм уҡытыуҙа матди йәһәттән ярҙам итеү саралары тураһында” 2013 йылдың 30 октябрендә ҡабул ителгән 439-сы БР Хөкүмәте ҡарарына, БР Ғафури район муниципаль район Уставына ярашлы, БР Ғафури район муниципаль район Советы ҡарар итте:
1. 2014 йылдың 1 июленән ата-әсәләр түләүе күләмен билдәләргә:
Красноусол ауыл биләмәһендәге  дөйөм белем биреүҙең мәктәпкәсә белем биреү программаһын ғәмәлгә ашырыусы мәғариф учреждениеларында балаларҙы ҡарау һәм тәрбиәләү өсөн хаҡ күләмен  -
1356 һум, ә өс һәм унан да күберәк бәлиғ булмаған балалары булған ата-әсәләр өсөн 678 һум итеп;
 - Ғафури район муниципаль районының башҡа ауыл биләмәләрендәге дөйөм белем биреүҙең мәктәпкәсә белем биреү программаһын ғәмәлгә ашырыусы мәғариф учреждениеларында балаларҙы ҡарау һәм тәрбиәләү өсөн хаҡ күләмен 634 һум, ә өс һәм унан да күберәк  бәлиғ булмаған балалары булған  ата-әсәләр өсөн 317 һум;
- Етем балалар, инвалид балалар, ата-әсә ҡарауынан тороп ҡалған етем балалар, шулай уҡ туберкулез сире булған балаларҙан ата-әсә түләүе алынмай.
2. "Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районының мәктәпкәсә мәғариф учреждениеларында балаларҙы тәрбиәләү һәм  ҡарау өсөн ата-әсә түләүе күләмен раҫлау тураһында”ғы 2013 йылдың 16 майында ҡабул ителгән 12-93з һанлы БР Ғафури район муниципаль район Советы ҡарарын ғәмәлдән сыҡҡан тип иҫәпләргә.
3. Был ҡарарҙы "Табын” һәм "Звезда” район гәзиттәрендә баҫтырып сығарырға.
4.Ҡарарҙың үтәлешен контролдә тотоуҙы Советтың Бюджет, һалым һәм милек мәсьәләләре буйынса даими комиссияһына (рәйесе-
Г.В. Петрова) йөкмәтергә.
Фаил ЗӘЙНЕТДИНОВ,
район Советы рәйесе.
23 июнь, 2014 йыл, № 28-209з.