Көҙгө муллыҡ байрамы
27 августа 2014 йыл | Урындағы үҙидара

30 августа Сәйетбаба ауылы баҙарында «Бәрәкәтле булһын көҙгө муллыҡ» тигән ҙур йәрминкә уҙғарыла.
Бында һеҙ экологик йәһәттән таҙа һәм сифатлы бал, башҡа умартасылыҡ продукцияһы, һөт ризыҡтары һатып алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡһығыҙ. Шулай уҡ һатыуға ит, йәшелсә һәм башҡа бик күп тауарҙар сығарыласаҡ. Муллыҡ байрамына рәхим итегеҙ!