Ҡорт балы һәм һөткә мәҙхиә йырланды
27 августа 2014 йыл | Урындағы үҙидара

Халҡыбыҙҙың боронғо кәсептәренең береһе – умартасылыҡ бөгөн дә үҙенең бәҫен юғалтмай. Ҡортсолоҡ менән шөғөлләнеүселәр районыбыҙ ауылдарының һәр береһендә бар тиһәң, һис тә арттырыу булмаҫ. Был шөғөл ситтән ҡарағанда ғына еңел кеүек тойола, әммә шифалы, хуш еҫле, татлы бал өҫтәлгә килеп ултырғанға тиклем умартасыға күпме тырышлыҡ һалырға кәрәк.
Уҙған йома көндө район үҙәгендә үткән бал һәм һөт байрамында тап ошо умартасылыҡ кәсебенең нескәлектәре, был традицияны һаҡлау һәм үҫтереү сағылыш тапты.
Был көндө байрам үткән Красноусол башҡорт гимназия-интернаты  менән мәҙәниәт һарайы янындағы майҙан, умарта күсенә оҡшап, гөрләп-гөжләп торҙо. Өҫтәүенә, тап ошо уҡ көндө умартасыларҙың республика бәйгеһе лә үтте. Ә инде гимназия алдындағы ҙур байрам сәхнәһенән ағылған дәртле йыр-моң барса халыҡты майҙанға әйҙәп-саҡырып торҙо. Ысын байрамға әйләнгән йәрминкәлә районыбыҙҙың барлыҡ ауыл биләмәләре хакимиәттәре, шул иҫәптән бер нисә мәктәп коллективы ҡатнашты. Хатта уларҙың күплегенән иркен майҙан да тар һымаҡ тойолдо. Йәрминкәлә балдан, һөт ризыҡтарынан тыш ит, йәшелсә-емеш, икмәк-ҡалас, кондитер изделиелары, дарыу үләндәре һ.б. менән дә һатыу иттеләр. Буруновканан тоғон 400 һум менән иген килтергәндәр ине.
Ҡорт балының хуш еҫе бөтә майҙанға таралғайны. Йәрминкәлә балдың ниндәй  генә төрө юҡ ине: йүкә, сәскә, көнбағыш,  ҡарабойҙайҙыҡы, кәрәҙлеһе... Был көндө был шифалы ризыҡтың һәр төрлөһөн тәмләп ҡарап үҙеңә оҡшағанын, йәнең теләгәнен һатып алырға мөмкин ине. Хаҡтарға килгәндә, һауыт ҙурлығына ҡарап 150 һумдан алып 1,5 мең һумғаса.
«Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге» Дәүләт учреждениеһы бәләкәй сувенир банкаларға тултырылған бал һәм уның продукциялары – прополис, һитә, һеркә һ.б.-ларҙы халыҡҡа тәҡдим итте. Шулай уҡ  «Красноусол» шифаханаһынан килтерелгән сувенир банкаларҙағы бал да үтемле булды. Красноусолдан ҡортсолоҡ кәрәк-яраҡтары магазины хужабикәһе
Кононова һәм Бельский ауыл хакимиәте умартасылыҡ кәрәк-яраҡтарынан күргәҙмә ойошторған. Ә бына гимназия ихатаһы ҡорт баҡсаһын – умарталыҡты хәтерләтә ине. Бында эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙең күптәре үҙҙәре ҡортсолоҡ менән шөғөлләнә икән. Бал байрамында ихатала ҡуйылған өҫтәлдәр уларҙың продукцияһынан һығылып торҙо. Ихатаның бер яҡ өлөшөндә тирмә ҡороп, сәйхана ла асып ебәргәйне гимназия хеҙмәткәрҙәре. Шунда уҡ асыҡ һауала табала ҡоймаҡ бешереп-төшөрәләр, килгән кешеләр, сәйханала сәй эсеп, тәмле ҡоймаҡ менән һыйланды. 130-сы һөнәрселек училищеһы бай йөкмәткеле, зауыҡ менән биҙәлгән күргәҙмә ойошторған, төрлө ҙурлыҡтағы банкаларҙағы балдан һәм бал ҡушып әҙерләнгән тәм-томдарҙан, йәшелсә-емештәрҙән өҫтәлдәре һығылып торҙо. Сәйетбабалар һәр ваҡыттағыса тирмә ҡорған, бай күргәҙмә ойошторған.
Был көндө бар тирә-йүн көн оҙоно күңелле көйҙәр, йыр-моң, кешеләрҙең шат тауыштарынан яңғырап торҙо. Ысын мәғәнәһендә байрамға әүерелгән был йәрминкәнән һәр кем – күпләп бал ҡорто тотоусылар ҙа, мал-тыуар аҫраусылар ҙа, баҡса тултырып йәшелсә-емеш үҫтереүселәр ҙә, уларҙың продукцияһын һатып алыусылар ҙа ҡәнәғәт ҡалып, ойоштороусыларға рәхмәт әйтеп таралышты.
И.Әлибаева.