Көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды
26 ноября 2014 йыл | Урындағы үҙидара

Етәкселәрҙең сираттағы кәңәшмәһендә көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды. Кәңәшмәне район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Руслан Салауатов алып барҙы.
Янғын хәүефһеҙлеге, янғынға ҡаршы көрәш мәсьәләһе буйынса янғын эшмәкәрлеген күҙәтеү бүлеге начальнигы Илгиз Ардаширов сығыш яһаны. Йыл башынан ғына районда 48 янғын осрағы булып, утта 5 кеше һәләк булған. Һуңғы арала янғындарҙың йышайыуы айырыуса борсоуға һала. Янғындарҙың иң күп осрағы Красноусол (19), Аҡкүл (8), Имәндәш (6) ауыл биләмәләрендә булған. Утта кеше ғүмере өҙөлөү осраҡтары ла ошо ауыл биләмәләренә – Красноусол (2 кеше), Аҡкүл (2), Имәндәш (1) тура килә.  Шуға ла  ошо ауыл биләмәләренең эшмәкәрлеген ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комиссияның сираттан тыш ултырышында ҡарарға тәҡдим итте сығыш яһаусы. Янғынға ҡаршы саралар күреү, бының өсөн тәү сиратта профилактиканы көсәйтеү маҡсатҡа ярашлы буласаҡ. Айырыуса аҙ тәьмин ителгән, эскелек менән мауыҡҡан ғаиләләргә иғтибарҙы көсәйтеү талап ителә.
Район хакимиәтенең капиталь төҙөлөш бүлеге начальнигы урынбаҫары Рима Нафиҡова яңы юл ҡағиҙәләре индерелеү менән бәйле мәғариф учреждениелары эргәләрендәге юлдарҙа, юл киҫелештәрендә  йәйәүлеләр өсөн махсус билдәләр ҡуйып сығыу кәрәклеген билдәләне. Был эш менән ауыл биләмәләре шөғөлләнергә бурыслы.
Почта хеҙмәтенең район цехы етәксеһе Гөлсинә Миндийәрова үҙ сығышында ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу барышы хаҡында бәйән итте. Матбуғатҡа яҙҙырыу буйынса тик 7 учреждение ғына почта менән килешеү төҙөшкән. Күп кенә учреждение, мәктәптәр, ауыл биләмәләре подписка эшенә яуаплы ҡарамай.  Тап шул сәбәпле еткерелгән пландың өстән ике өлөшө лә үтәлмәгән. Матбуғатҡа яҙҙырып та хаҡын түләмәгән осраҡтар күп. Шуға ла хәлде тиҙ арала төҙәтергә, ваҡытлы матбуғат баҫмаларына, айырыуса район гәзиттәренә яҙҙырыуҙы тейешле кимәлдә атҡарып сығыу талап ителә. Һәр ауыл биләмәһе, мәктәп, учреждение, ойошмалар 1 декабргә тиклем подписка эшен яйға һалырға бурыслы. Район Советы секретары Рәйлә Ишмөхәмәтова мәктәп директорҙарын балалар баҫмаларына, милли матбуғатҡа яҙҙырыуҙы ла әүҙемләштерергә, ата-әсәләр менән аңлатыу эштәре алып барырға ҡушты.
Кәңәшмәлә башҡа мәсьәләләр ҙә ҡаралды.