Бәрәкәтле, ырыҫлы йыл булһын!
29 декабря 2012 йыл | Урындағы үҙидара

Һеҙҙең барығыҙҙы ла Яңы йыл байрамы айҡанлы ҡайнар ҡотлайым. Еребеҙгә аяҡ баҫҡан Йылан йылы ырыҫлы, бәрәкәтле булһын, именлек, тыныслыҡ алып килһен.
Үтеп барған Аждаһа йылы төрлө сәйәси ваҡиғаларға бай булды. Ҡаршылыҡтары, ауырлыҡтары ла булманы түгел. Аяуһыҙ ҡоролоҡ менән ауыл эшсәндәрен йәнә һынаны ул. Шуныһы һөйөнөслө, районыбыҙ эшсәндәре тәбиғәт һынауҙары алдында баҙап ҡалманы. Үҙ ихтыяжыбыҙҙы ҡәнәғәтләндерерлек иген үҫтереп ала алдыҡ, мал-тыуарға етерлек аҙыҡ тупланды, киләһе йыл уңышына кәрәк тиклем күләмдә орлоҡ һалып ҡалдырҙыҡ. Һәр өлкәлә ниндәйҙер уңышҡа өлгәштек, районыбыҙҙың иртәгәһе, киләсәге өсөн яуаплылыҡ
тойоп һәр кем фиҙаҡәр хеҙмәт өлгөһө күрһәтте.
Аждаһа йылында халыҡтың йәшәү шарттарын яҡшыртыу, социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү йүнәлешендә лә емешле эшләнек. Юлыҡ, Ҡауарҙы, Һабай, Ташлы, Ҡотлоғужа ауылдарында йорттарға  тәбиғи газ индерелде, күп урындарҙа һыу үткәргестәр төҙөлдө, социаль әһәмиәттәге объекттар сафҡа инде. Бөтә был эштәр алдағы йылда ла дауам итәсәк, әлбиттә. Ирешелгән уңыштар алға тағы ла ҙурыраҡ бурыстар ҡуйырға мөмкинлек бирә, уларҙың мотлаҡ үтәлеренә ышаныс уята.
Тағы ла бер тапҡыр Яңы йыл менән ихлас ҡотлап, барығыҙға ла имен тормош, бәхет теләйем. Насар ғәҙәттәр, ауырлыҡтар Аждаһа йылында ҡалһын. Яңы йылға матур, изге теләктәр, яҡты уйҙар менән аяҡ баҫайыҡ. Тормошобоҙ бөгөнгөгә ҡарағанда тағы ла яҡшыраҡ, өмөтлөрәк булһын, бөтә теләктәребеҙ, хыялдарыбыҙ тормошҡа ашһын. Һәр кем тормошта үҙ урынын табып, ғаиләһенә, яҡындарына, йәмғиәткә кәрәкле булыуын аңлап-тойоп йәшәһен. Яңы йыл менән!
Рәмил БОХАРОВ,
Муниципаль район Хакимиәте башлығы.