Ҡыш бабай килде выжлап, Урман-ҡырҙар буйлап…
29 декабря 2012 йыл | Урындағы үҙидара

Ҡыш бабай килде выжлап, Урман-ҡырҙар буйлап…Ҡыш бабайҙың, Яңы йылдың килерен балалар ғына түгел, ололар ҙа көтөп ала. Ошоно иҫәпкә алып, "Табын” гәзите редакцияһы Бөйөк Устюг ҡалаһында йәшәүсе ысын Ҡыш бабайҙы районға ҡунаҡҡа саҡырырға булды. Ҡыш бабай иһә инәлтеп торманы, ҡыңғырауҙар таҡҡан атын егеп юлға сығаһы хаҡында хәбәр ҙә ебәрҙе. Уның оҙон юл үтеп нисек килеп етеүе хаҡында тәфсирләп һөйләп тормаҫтан, районда үҙ күҙҙәре менән күргән, ишеткәндәрен һеҙҙең ҡарамаҡҡа еткермәксебеҙ.
Элемтә селтәре киңәйә
Талбазы ауылы яҡлап районға килеп кергәс тә юлдың уң яғында бейек башняға иғтибар итте Ҡыш бабай. Ивановка ауылы эргәһендә туҡтап, башняға ентекләберәк ҡарағас, был бейек ҡоролма тирә-яҡ ауылдар халҡын заманса элемтә менән бәйләнеш булдырыусы "Билайн”, "Мегафон”, МТС фирмаларының антенналары икәненә төшөндө. Бөтөн донъяға билдәле бәйләнеш элемтәләре фирмаларының антенналары эргәһенә быйыл тағы ла берәүһе өҫтәлгән икән. Быныһы Башҡортостан элемтә компанияһына ҡараған "Башинформсвязь” йәмғиәтенең "Сотел” бәйләнеше базаһы. Тимәк, Яңы йылдан һуң район халҡы "Башинформсвязь” йәмғиәтенең тағы ла бер өҫтәмә хеҙмәте – сымһыҙ телефон бәйләнеше – кәрәҙле телефон менән файҙалана  башлаясаҡ. Ивановка ауылы эргәһендәгенә оҡшаш ҡоролма райондың төньяғында урынлашҡан ауылдар халҡы өсөн Сәйетбаба ауылының көньяҡ-көнбайышындағы бейек түбәлә - Ташбашында урынлаштырылған. "Башинформсвязь” йәмғиәтенең Красноусол элемтә узелы егеттәре был ҡоролманы монтажлап бөтөү өҫтөндә.
Ивановка ауылы эргәһендә туҡтап торған арала Ҡыш бабай Красноусол элемтә узелы начальнигы Анатолий Михайлов менән бер аҙ әңгәмәләшеп алырға ла форсат тапты. Элемтә бәйләнеше сифатын яҡшыртыу, өҫтәмә абоненттар булдырыу маҡсатында 2012 йылда районға 10 миллион һумдан ашыу инвестиция йәлеп ителеүен ишетеп бик ҡыуанды Ҡыш бабай. Стационар телефон абоненттары һаны 5500-гә, Интернет селтәренән файҙаланыусылар 3400-гә, IP-телевидениеһы абоненттары ике меңгә еткән. Былтырғы менән сағыштырғанда элемтә бәйләнешенән файҙаланыусылар байтаҡҡа артҡан. Мәҫәлән, быйыл пландағы 140 урынына 270 телефон абоненты, 655 урынына 825 Интернет селтәре менән файҙаланыусы, 615 урынына 800 IP- телевидениеһынан файҙаланыусы артҡан. 47 кешене берләштергән тырыш, уңған коллектив тупланған бында, шуға ла эштәре алға бара. Инженер Игорь Романов, электромонтер Владимир Локоленко, Алексей Петровский, Константин Зилберт, Ирина Зюлькина, Рәшит Мөхөтдинов, Әнүәр Ҡорманғолов, Федор Шлапаков кеүек уңғандар эшләүен ишетеп бик ҡыуанды Ҡыш бабай. Уларҙың һәм башҡа хеҙмәткәрҙәрҙең тырышлығы менән Болон, Оло Үтәш, Сәйетбаба ауылдарында, Красноусол балалар санаторийы, Умартасылыҡ сов-хозы һәм башҡа ауылдарҙа элемтә бәйләнеше сифатын яҡшыртыу өсөн байтаҡ эш башҡарылған.
Ҡеүәтле предприятиела
Аҡкүл ауылына етәрәк алыҫтан бейек булып күренеп ултырған бина иғтибарын йәлеп итте һәм шунда һуғылып китмәйенсә булдыра алманы. Аҡкүл элеваторының генераль директоры Руслан Мәҡсүтов Ҡыш бабайҙы әйҙүкләп ҡаршы алды һәм үҙенең предприятиеһы менән ихлас таныштырҙы. Әлеге мәлдә элеваторҙа дәүләт фондындағы 15 мең тонна иген запасы һаҡлана. 80 мең тонна иген ҡабул итерлек предприятие өсөн, әлбиттә, был күп түгел. Әммә 2012 йылғы ҡоролоҡто иҫәпкә алғанда, ярайһы ғына тиергә була. Предприятиела иген һаҡлауҙан тыш башҡа ярҙамсы тармаҡтарҙы үҫтереүгә лә иғтибар бирелә. Мәҫәлән, 5-6 төрлө ярма, юғары һәм I сортлы он, көрпә, ҡатнаш аҙыҡ етештерелә. Ярмалар 1-2 килограмлыҡ ҡаптарға тултырылып һатыуға сығарылһа, он 50 килограмлыҡ тоҡтарҙа ҡулланыусыға барып етә. Предприятиеның тирмәнендә бер сменала 8 тонна он етештерелә. Әҙер продукцияны фасовкалау өсөн Италияла етештерелгән ҡоролма алып ҡайтҡандар. Ҡыш бабай был предприятиела айырым көнбағыш майы һыҡтырыу заводы эшләүен ишетеп белә ине һәм шуны ла күреп китмәксе булды. "Аҡкүл май заводы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте былтыр ғына эш башлауына ҡарамаҫтан, ҡулланыу баҙарында үҙ һатып алыусыларын табып өлгөргән дә инде. Бөгөн бында тәүлегенә 12 тонна сифатлы көнбағыш майы етештерелә. Шуныһы үҙенсәлекле, Аҡкүл майы башҡа заводтарҙыҡынан рафинирланмаған (бензин менән таҙартылмаған), йәғни тәбиғи булыуы менән айырылып тора. "Аҡкүл май заводы” продукцияһы "Аҡкүл элеваторы” ябыҡ акционерҙар йәмғиәте етештергән ярмалар кеүек "Милләт һаулығы” ("Здоровье нации”) бренды менән һатыуға сығарыла. Был юҡтан ғына түгел. Сөнки был продукциялар экологик яҡтан таҙа булараҡ һәйбәт баһалама алған. Быйыл Өфө ҡалаһында "ПродУралУпаковка – 2012” XVIII махсуслаштырылған күргәҙмә сиктәрендә Аҡкүл көнбағыш майы I урынға лайыҡ була һәм Диплом менән бүләкләнә. Предприятие продукцияһы былтыр ҙа ошондай баһаға лайыҡ булған. Аҡкүл майын республикабыҙҙа киң таралған "Матрица”, "Пятерочка”, "Карине” сауҙа селтәрҙәре магазиндарында табырға була икән. Аҡкүл предприятиелары эшкәртеү менән бер рәттән етештереү менән дә ныҡлап шөғөлләнергә ҡарар иткән. Мәҫәлән, быға тиклем предприятие көнбағышты, игенде Ауырғазы, Стәрлетамаҡ, Дәүләкән, Ғафури райондары хужалыҡтарынан һатып алған булһа, хәҙер уны үҙҙәре үҫтерәсәк.  Был маҡсатта предприятие Ғафури районынан 3 мең гектар һөрөнтө ерҙе ҡуртымға алған һәм был майҙандарҙы 5 мең гектарға еткерергә иҫәп тота. Тимәк, яҡын тирәлә эшкәртелмәй ятҡан баҫыуҙар булмаясаҡ һәм урындағы халыҡҡа өҫтәмә эш урындары булдырыласаҡ. Шуны уйлап һөйөнөп ҡуйҙы Ҡыш бабай һәм Руслан Фәрит улы Мәҡсүтов менән һаубуллашып, элеваторҙың ҡапҡа төбөндә бәйле торған аты эргәһенә юлланды.
Исеме есеменә тап килә
Ҡыш бабай килде выжлап, Урман-ҡырҙар буйлап…Шул саҡ ул үҙенең апаруҡ асығып китеүен тойҙо һәм тирә-яғын байҡап ҡарап тора биргәс "Шоколадка” тигән яҙыуға күҙе төштө. Яҡыныраҡ килеп ҡараһа, ошондай исемле кафе имеш. Урындағы эшҡыуар – Ирина менән Олег Сәфәрғәлиевтар Аҡкүл элеваторының элекке ашханаһын  һатып алып, бинаға ремонт эшләп, кафе асып ебәргәндәр икән. Тәмле аш-һыу еҫтәре аңҡып торған, зауыҡ менән биҙәлгән кафеға ингәс Ҡыш бабай бындай матурлыҡты күреп хайран ҡалды, түрҙә биҙәлгән шыршы уттары йымылдауынан бер аҙ күҙе ҡамашып торҙо. Дөрөҫөн әйткәндә, ауыл ерендә ошондайын комфортлы туҡланыу урыны осратырын көтмәгәйне. Олегтың әсәһе – Евдокия Ивановна элекке ашханала 35 йыл ашнаҡсы булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан. Бөгөн ул ейәнсәре – Виктория Олеговна менән кафела төп хужабикә.
Ирина менән Олегтың кафенан тыш Аҡкүл, Антоновка ауылдарында өс магазиндары бар икән. Ҡунаҡсыл Сәфәрғәлиевтарҙың тәмле аш-һыуы менән тамаҡ ялғап алған Ҡыш бабай юлын артабан дауам иттерҙе.
Оло юл буйлап Цапаловкаға еткәс аттарын ҡапыл уңға ҡайырып, Игенйылға ауылына табан юл тотто. Һуңғы йылдарҙа был ауыл күркәмләнә, матурлана төшкән. Ҡыш бабайҙың элекке килгәненән айырмалы рәүештә, зауыҡ менән биҙәлгән йорттар артҡан. Оло юлдан китеп барғанда һул яҡта ҡыҙыл кирбестән ике ҡатлы итеп төҙөлгән матур йорт Ҡыш бабайҙың иғтибарын йәлеп итте һәм ошонда туҡтап, йортто иҫтәлеккә фотоға төшөрөп алды. Был йорт Рәйсә менән Шамил Сатлыҡовтарҙыҡы икән. Ҡыш бабай был йорттоң фотоһүрәтен Башҡортостан Республикаһының ҡала округтарындағы һәм ауыл биләмәләрендәге иң яҡшы шәхси йорт смотр-конкурсында ҡатнашыр өсөн БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетына ебәрергә ҡарар итте.
Ҡыш бабай килде выжлап, Урман-ҡырҙар буйлап…Ҡыш бабай Ҡотлоғужа ауылын да күреп китергә булды. Быйыл, ниһайәт, ауылға күптән көтөлгән газ уҙғарылған. Ауылдың абруйлы аҡһаҡалы, оҙаҡ йылдар колхозда бригадир, токарь, һуңынан умартасы булып эшләүсе Хәмзә Мөлөковтың йортона инеп, газ яғып йылыныуҙарын үҙ күҙҙәре менән күрмәйенсә китә алманы. Йорттарына газ үтеүгә бигерәк тә хужабикә - Сәрә Лотфулла ҡыҙы һөйөнөп бөтә алмай. Хәмзә Мөхәмәтғәни улы ауылдаштарына егәрле кеше булараҡ билдәле. Ул күпләп умарта тотоу өҫтөнә дәдәндәр, өҫтәл, ултырғыстар ҙа эшләй. Районда умартасылыҡты үҫтереү, урындағы популяциялы бал ҡорттарын һаҡлап алып ҡалыу өсөн янып-көйөп йөрөүсе кеше тип тә белә Ҡыш бабай уны. Мөлөковтарҙан тыш тағы ла 40-лап йортҡа газ үткән быйыл Ҡотлоғужала. Ҡыш бабай уларҙың һәр береһенә кереп сығырға өлгөрә алмаҫын белеп, тау аша Урал ауылына табан юлланды.
49 ғына йорттан торған Урал ауылында бик татыу, егәрле халыҡ йәшәй. Быны быйыл уларҙың бер төптән булып, гөрләтеп "Шәжәрә” байрамы уҙғарыуҙары ла асыҡ һөйләй. Урал халҡының берҙәм, татыу йәшәүенә Ҡыш бабай һөйөнһә, ауылда һыу булмауын ишетеп бик көйөндө.
Эйе, быйылғы ҡоролоҡ һөҙөмтәһендә ихаталарҙағы ҡоҙоҡтарҙан һыу юғалған. Яңғыҙҡайын ауыл биләмәһе хакимиәте хәстәрлеге менән ауылдағы һыу проблемаһын хәл итеү маҡсатында тәрән скважиналы ике ҡойо ҡаҙҙырылған. Әлегә ауыр хәлдән сығыу юлын ошолай тапҡандар. Киләсәктә ауыл биләмәһе хакимиәте етәкселеге был мәсьәләне хәл итеү өҫтөндә эш алып бара.
Социализм утрауында
Районда берҙән-бер колхоз тороп ҡалыуын, уның да совет власы йылдарындағы кеүек һаман да Ленин исемен йөрөтөүен Ҡыш бабай ишетеп белә ине һәм ошо хужалыҡтың Яңғыҙҡайын һөтсөлөк фермаһына кереп, бындағы эш барышы менән танышып сығырға булды. Фермаға Ҡыш бабайҙан аҙ  ғына йәшерәк, инде 65 йәшен ваҡлаусы, оҫта ойоштороусы Рәйес Сәмиғулла улы Ғафаров етәкселек итә. Коллективта уңған, берҙәм хеҙмәткәрҙәр тупланған. Был фермала 520 баш һыйыр малы аҫралып, шуларҙың 125-е һауын һыйырҙары. Бөгөн бында һәр һыйырҙан уртаса 5,6 килограмм һөт һауалар. Һауынсылар - Әминә Мусина, Марс Биргулиев, Рима Хәкимова, яңыраҡ ҡына эш башлауына ҡарамаҫтан, өлкән апайҙарынан ҡалышмаған Илгизә Нәбиуллина, йәш таналарҙы һауынға өйрәтеүсе Ширенгөл Уразоваларҙың тырышып эшләп йөрөүҙәрен үҙ күҙҙәре менән күреп китте Ҡыш бабай. Малсылар ҙа Ҡыш бабайға мал ҡышлатыуҙы уңышлы атҡарып сығырға вәғәҙә бирҙе. Бының өсөн хужалыҡтың мал аҙығы –
сенаж, бесән, һалам етерлек. Ҡыҫҡаһы, колхоз тормошоноң гөрләп барыуына инанды Ҡыш бабай.
Хәстәрлекле хакимиәттә
Ҡыш бабай килде выжлап, Урман-ҡырҙар буйлап…Ауыл биләмәләре араһында Яңғыҙҡайын ауыл биләмәһе хакимиәтенең башҡаларға өлгө итеп ҡуйылыуын белә ине Ҡыш бабай. Шуға ла уңышлы, һөҙөмтәле эшләүҙең сере нимәлә икәнлеген асыҡлау маҡсатында ауыл биләмәһе башлығы Ғаян Заһретдин улы Фәйезов менән әңгәмәләшеп алырға булды. Уның иңенә өс ауыл –
Яңғыҙҡайын, Ноябревка һәм Урал халҡының йәшәйешен, көнитмешен хәстәрләү йөкмәтелгән. Биләмәгә ҡараған ауылдарҙа 555 йорт-хужалыҡ булып,  уларҙа 1088 кеше йәшәй. Ғаян Заһретдин улы билдәләүенсә, уңышлы эшләүҙәренең сере депутаттар корпусының, колхоз, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары (өс эре фермер хужалығы бар), мәктәп, мәҙәниәт йорто етәкселәре, эшҡыуарҙар менән берлектә, бер йоҙроҡ булып уҡмашып эшләүҙәрендә икән. Ул хакимиәт башлығы итеп тәғәйенләнгәс тә (бынан өс йыл элек) эште тәү сиратта ауыл урамдарындағы юлдарҙы тәртипкә килтереүҙән башлаған. Радик Хәсәнов атлы егет һәм Ленин исемендәге колхоз (рәйесе Марат Мөстәҡимов), "Зенит” (Риф Мөьминов), "Сулпан” (Ғәле Фәйезов) крәҫтиән хужалыҡтары ярҙамы менән 13 километр арауыҡтағы юлдарға ҡырсынташ түшәлгән. Ауыл урамдарын төндә яҡтыртыу буйынса ла ҙур эш башҡарып сыҡҡандар. Төнгө ауыл урамдарының яҡты булыуын күреп бик ҡыуанды Ҡыш бабай. Ауыл биләмәһе эргәһендә "Ҡайын” муниципаль предприятиеһы ойошторолған. Был предприятие урам, ихаталарҙа йыйылған сүп-сарҙы түгеү, юлдарҙы тәртиптә тотоу (ҡыш көнө таҙартыу), һыу үткәргесте хеҙмәтләндереү кеүек эштәрҙе атҡара.
Үҙ транспорты булмағандар өсөн айына ике тапҡыр МУП-тың транспорты ауыл урамдары буйлап йөрөп сығып, сүп түгеүҙе ойоштора. Сүп күберәк йыйылып китһә, транспортҡа айырым заявка ла бирергә мөмкин. Бындай хеҙмәт өсөн халыҡтан йорт башына ай һайын 25-әр һум аҡса йыйыла. Ошондай тәртип урынлаштырылған Яңғыҙҡайын ауылында. Шуның һөҙөмтәһе булараҡ ауылдың тирә-яғы ла, Егән буйҙары ла таҙарып ҡалған. Зыяраттарҙы тәртипкә килтереү буйынса ла ҙур эш башҡарып сыҡҡандар. Уҙып барған йыл һөҙөмтәләре һәм 2013 йылға бюджет ҡабул итеүгә арналған ауыл Советы депутаттарының ултырышында ла ҡатнашты Ҡыш бабай һәм башҡарған эштәре өсөн "Афарин!” тип, юлын артабан дауам иттерҙе. Эше күп, ваҡыты тар булыуға ҡарамаҫтан, тиҙ генә Яңғыҙҡайын урта мәктәбенә кереп, Тәнзилә Әбделбарый ҡыҙы Миңлебаева алып барған "Оҫта ҡулдар” түңәрәгенә йөрөүсе уҡыусыларҙың ҡул эштәре менән танышып алырға форсат тапты. Шунан һуң Красноусолда түҙемһеҙлек менән көтөүҙәрен иҫенә төшөрөп, атын шул тарафтарға ҡайырҙы.
Район үҙәгендә
Ҡыш бабай килде выжлап, Урман-ҡырҙар буйлап…Иҫке телевышка яҡлап Красноусолға килеп кергән юлда уң яҡлап яңы торлаҡ йорттар күренгеләй башлауын күреп, был тирәлә яңы биҫтә буласағына төшөндө Ҡыш бабай. Иҫке Һабантуй яланы яғына күҙ ташлап хайран ҡалып ҡарап торҙо. Аҡса юҡ тип һылтаңланһалар ҙа, район үҙәге халҡының бәләкәй бер ауылға торошло яңы урам төҙөп ҡуйыуына һоҡланыуын йәшермәне ул. Үҙәк район дауаханаһы эргәһендә яңы биналар ҡалҡып сығыуын шәйләп, шул тарафтарға юлланды. Күҙ яуын алырлыҡ итеп, зауыҡ менән төҙөлгән бина "Еҙем” физкультура-һауыҡтырыу комплексы икән. Эскә үтеп был бина менән танышып сығыуы хәтһеҙ ваҡытын алды Ҡыш бабайҙың. Ҙур, иркен спорт залын, ике бассейнды, тренажер, теннис, шахмат уйнау залдарын күреп, ғәжәпләнеүенән телен шартлатып ҡуйҙы. Был бина район үҙәге халҡының яратҡан ял итеү урынына әүерелер тип ышана Ҡыш бабай.
Физкультура-һауыҡтырыу комплексынан сыҡҡас, эргәләге аҡ кирбестән ике ҡатлы итеп төҙөлгән бина иғтибарын йәлеп итте. Урта ишектәгеһе "Аҡ ҡайын” магазины икән. Әҙ генә һулға ҡайырғайны, танауына тәмле аш-һыу еҫе килеп бәрелде. Эскә үтеп инһә, заманса итеп төҙөлгән, матур итеп биҙәлгән кафе имеш. Петр Отмахов атлы егет төҙөткән икән "Осрашыу” кафеһын. Ҡорһағы ла бер аҙ асҡайны, ҡалай йәтеш булды әле тип, Ҡыш бабай хужабикәләрҙең тәмле аш-һыуынан ауыҙ итеп сыҡты. Шунан һуң инде Красноусолдың үҙәгенә табан юл тотто. Йыраҡтан уның күҙенә иң бейек
торбанан төтөн борхолдап сығыуы салынды һәм шул тарафҡа юл алды. Гагарин, К.Маркс урамдары буйлап килгәндә күҙенә салынырлыҡ әйбер осратманы. Ә бына К.Маркс урамынан Фрунзе урамына табан боролған мөйөштә "Арбат” тигән яҙыуҙы күреп туҡтап ҡалды. Быға тиклем бындай яҙыу юҡ ине ләһә, тип быяла ишектәр аша эскә баҡты. Эскә ҡараны ла, бындай ҙа матур магазин була икән тип, һоҡланып торҙо. Эйе, был магазинды райондың билдәле эшҡыуары Радик Монасипов төҙөткән икән. Магазиндың зауыҡ менән биҙәлгәнлеге, тауар ассортименты менән танышып сыҡҡандан һуң Ҡыш бабай күккә баҡты һәм Красноусолда ла бындайын бейек кран бар икән тип, текләп оҙаҡ ҡарап торҙо. Баҡһаң, бында өс ҡатлы торлаҡ йорт төҙөйҙәр икән. Төҙөлөп ятҡан йорт социаль әһәмиәтле булып, 39 фатирҙан торасаҡ. Төҙөлөштө Стәрлетамаҡ ҡалаһы төҙөлөш ойошмаһы атҡара. Ҡыш бабай төҙөүселәрҙең сатлама һыуыҡта ла туҡтамайса эшләүҙәренә берсә һоҡланды, берсә ғәжәпләнде. Тиҙ төҙөлгән йорт берүк сифатлы була күрһен, унда йәшәйәсәк кешеләр үҙҙәрен бәхетле итеп тойһондар тип теләне Ҡыш бабай. Шулай тине лә, теге бейек торба иҫенә килеп төшөп, шул тарафҡа юлланды. Бе-йек торбаны эҙләп килә торғас аҡ кирбестән төҙөлгән ике ҡатлы бинаға килеп төртөлдө. Ишек эргәһендәге яҙыуҙарҙы ентекләберәк уҡығас, был бинала "Табын” һәм "Звезда” район гәзиттәре урынлашыуын белде. Белде лә, район гәзиттәре нисек йәшәп ята икән тип, редакция ишеген тартып эскә үтте. Бинаның эске күренеше, төҙөлгәндән алып капиталь ремонт күрмәүе ныҡ ғәжәплән-дерҙе. Әхәт Шаһиев атлы егеттең ун йыл буйы Хакимиәт башлығы вазифаһын биләп тә, редакция тупһаһы аша уҙырға ҡыймауына саҡ төшөндө Ҡыш бабай. Баҡһаң, ул журналис-тарҙың  сәнске кеүек осло ҡәләменән түгел, ә редакция бинаһының бына-бына емерелеп төшөүенән ҡурҡҡан икән. Әй, әттәгенәһе, бейек торба күрәм тип килгән Ҡыш бабайҙың уй йомғағы әллә ҡайҙа тәгәрәне лә киттесе. Ул торба ни, бына, редакция бинаһына терәлеп тора икән дә. Быйыл бында өр-яңы блоклы ҡаҙанлыҡ файҙаланыуға тапшырылғанын ишетеп бик ҡыуанды Ҡыш бабай. Тик бына ҡаҙанлыҡ эргәһендә яңы ғына яуған ап-аҡ ҡар өҫтөнә эҫе, ҡайнар асфальт түшәүҙәрен генә өнәп еткермәне. Ап-аҡ һаҡалына дегет мансылғандай итеп ҡабул итте быны. Яҙ етеп ап-аҡ ҡар ирегәндән һуң был асфальттың да иҙелеп, ватылып бөтәсәген уйлап бошондо ул. Ә яңы төҙөлгән ҡаҙанлыҡ дөйөм торлаҡ йорттарҙы, социаль-мәҙәни объекттарҙы сатлама һыуыҡтарҙа йылытып, халыҡҡа оҙаҡ йылдар хеҙмәт итһен тип теләне Ҡыш бабай.
Район Хакимиәте бинаһы ҡаршыһында ҡупшы итеп биҙәлгән, йым-йым иткән уттары менән алыҫтан үҙенә йәлеп иткән шыршы эргәһенә барып, сыр-сыу килеп тау шыуған балаларҙы Яңы йыл менән ҡотлап китергә, улар менән бер аҙ уйнап алырға ла форсат тапты. Һуңынан "Красноусол” шифаханаһында бынан да матурыраҡ биҙәлгән боҙ майҙансығы барлығын ишетеп, аттарын шул тарафҡа борҙо.
Ожмахҡа тиң шифаханала
Ысынлап та, бындағы майҙансыҡ күҙҙе ҡамаштырырлыҡ матур итеп биҙәлгән. Шифаханала эшләүселәр үҙҙәренең етәкселәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы, медицина фәндәре докторы Фаяз Харис улы Мәжитов кеүек бик егәрле, уңған шул. Шуға ла эштәре гел алға бара, республика, Рәсәй кимәлендә уҙғарылған төрлө конкурстарҙа әленән-әле еңеү яулайҙар. Ҡыш бабай бында килгән һайын бер яңылыҡ осрата, яңы төҙөлгән объектты күрә. Ана, әле лә былтырғы каток майҙаны урынында ни арала ике ҡатлы бина ҡалҡып сыҡҡан. Административ корпус буласаҡ икән бында. Ә каток эшләргә икенсе урын тапҡандар. Шифахананың барлыҡ ҡаҙаныштарын, быйыл ғына яулаған алтын миҙалдарын да тиҙ арала һанап сығып бөтөрөрлөк түгел. Уларҙың уңыштары бихисап. Ҡыш бабай бында атын туҡтатып, ял итеүселәрҙең күңелен күреп, үҙе ожмахҡа тиң бындай матурлыҡҡа таң ҡалып, шифаханала байтаҡ ҡына йөрөнө һәм үҙен Табын ауылында көткәндәрен иҫенә төшөрөп, тиҙерәк юлға сыҡты. Табын ауылына табан юл тотҡанда ҡабат Красноусолға кереп торманы, урау юлдан һыпыртты һәм "Башкирнефтепродукт” заправкаһына етәрәк Көгөш йылғаһы аша һалынған өр-яңы күперҙән выжлатып үтеп китте. Был күперҙе төҙөүселәргә, төҙөтөүселәргә мең рәхмәттәр уҡыны.
Табын ауылындағы Ҡарттар йортонда төрлө яҙмышлы, кеше ярҙамына мохтаж 29 оло йәштәге кеше йәшәй. Социаль хеҙмәткәрҙәр уларҙы ашата-эсерә, кәрәк саҡта медицина ярҙамы күрһәтә, башҡа хәстәрлектәрен үтәй. Әммә уларҙың ҡатҡан күңелен йылыта аламы икән, әйтеүе ҡыйын. Ҡарттар йортонда булған сағында Ҡыш бабай ҙа ошо һорауға яуап табырға маташып ҡараны. Бында тәрбиәләнеүселәр ҙә, башҡа ҡәҙимге кешеләр кеүек үк, Яңы йылдан яңы, матур тормош өмөт итә, изге теләктәр теләп, уның юш килерен көтә. Ҡарттар йортонда тәрбиәләнеүселәр өсөн бында Яңы йыл кисәһе уҙғарылды. Улар алдында балалар приютында тәрбиәләнеүселәр концерт номерҙары менән сығыш яһаны. Ҡыш бабай иһә үҙ сиратында иң башындағы тоғонан алып ҡарттарға ла, балаларға ла бүләктәр өләште. Балалар приютында бөгөн 3 йәштән 14 йәшкә тиклемге 15 бала тәрбиәләнә. Шуныһы аяныслы ла, ғибрәтле лә: бында тәрбиәләнеүсе балаларҙың барыһының да ата-әсәһе бар һәм улар барыһы ла мосолман ғаиләһенән. Ҡыш бабай был хәлгә ғәжәп итте һәм "туң йөрәкле” ошондай ата-әсәләрҙең йәндәрен дә, тәндәрен дә үҙенең һалҡынлығы менән туңдырырҙай булды.
"Урожай" уңғандары
Балалар һәм ҡарттар менән хушлашҡандан һуң ул ауыр уйҙар менән райондың төньяҡ зонаһына юлланды. "Урожай” крәҫтиән хужалығына туҡталып, ундағы уңған һауынсыларҙы хеҙмәт ҡаҙаныштары менән ҡотлап китмәйенсә булдыра алманы. Ысынлап та, бында тырыш, уңған һауынсылар эшләй икән. Һәр һыйырҙан һөт һауып алыу буйынса район һауынсылары араһында барған ярышта 10 һауынсы 3 мең рубежын үткән булһа, шуларҙың 8-е ошо хужалыҡтан. Мәҫәлән, Березовка һөтсөлөк фермаһынан Фәхретдиновалар – Наталья – 3844 килограмм, Вәсилә - 3688, Мөнирә Фәхретдинова – 3354 килограмм, Байымбәт фермаһынан Валентина Фәтҡоллина – 4160, Зилара Харисова – 3841, Ләлә Мусина – 3304, Зинира Фәтҡоллина - 3260 килограмм, Яугилде һөтсөлөк фермаһынан Гөлдәр Үтәгәнова - 3757, Нәзирә Ишбулдина - 3110 килограмм һөт һауып алыуға өлгәшкән. Уларҙың барыһына ла "Афарин”дан башҡа һүҙ юҡ. Ҡыш бабай "500 ферма” рес-публика программаһы сиктәрендә заманса итеп төҙөкләндерелгән Байымбәт һөтсөлөк фермаһында ла булып, бындағы ыңғай үҙгәрештәргә, һауынсыларҙың, малсыларҙың эш шарттары яҡшырыуына һөйөнөп бөтә алманы. Хужалыҡтағы башҡа яңылыҡтарҙы ишеткәндән, техника паркының байтаҡҡа  яңырыуын күргәндән һуң быйыл хужалыҡ етәксеһе Нәжип Мәжит улы Хисаметдиновҡа "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” исеме юҡҡа ғына бирелмәүен төшөндө. Уға үҙ хужалығын алға әйҙәүҙә яңынан-яңы ҡаҙаныштар теләй Ҡыш бабай.
Матур мәктәптә
Яугилде аша уҙғанда ауылға йәм биреп ултырыусы мәктәп эргәһендә атын бер аҙ ял иттереп алды. Ҡыш бабай был мәктәпкә йәй көнө килә алмауына бик бошондо. Ярай әле ул йәй көнө был тарафтарға килә алмай, килә ҡалһа мәктәп ҡаршыһында үҫтерелгән төрлө-төрлө хуш еҫле сәскәләрҙән күҙе ҡамашып, һуҡыр ҡалыр ине. Ҡыш көнө тыуғас уға сәскәләрҙән бөркөлгән хуш еҫ тә, төрлө нурҙар балҡытыусы сәскәләр ҙә ярамай шул, ни хәл итәһең, тәбиғәт ҡануны шулай. Ҡайһылай ғына булһа ла, был белем усағының етәксеһе Рауил Ғәбдрәшит улы Солтанморатовтың быйыл "Йыл директоры” тип танылыуын ишетеп бик ҡыуанды ул.
Тырыштар төбәгендә
"Ағиҙел” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә лә уңғандар етерлек икәнен ишетеп белә Ҡыш бабай. Улар хаҡында "Табын” гәзитендә Фәрғәт Ғәлин атлы егет йыш яҙҙы. Шулай ҙа уларҙың бер нисәүһен күреп сығырға булды. Яңы Ерек һөтсөлөк фермаһында уңған һауынсылар эшләй икән. Лидия Яковлева менән Надежда Смирнова икеһе лә һәр һыйырҙан уртаса 3294-әр килограмм һөт һауып алыуға өлгәшкәндәр. Был уңыштары менән ҡотлап, Ҡыш бабай уларҙың ҡулдарын ҡыҫты. "Ағиҙел” йәмғиәтенең Урта Үтәш фермаһында һарыҡсылыҡты тергеҙеү маҡсатында тоҡомло һарыҡтар алып ҡайтыуҙары хаҡында Ҡыш бабай ишетә биреп ҡуйғайны. Ҡапыл көн боҙолоп, буран сығып китеү сәбәпле, Ҡыш бабай был хәбәрҙең ысынмы, бушмы икәнлеген асыҡлай алманы, юл булмағас аттарын Еҙем-Ҡаран ауылы яғына ҡайырҙы.
Дан итеп төҙөкләндергән дауаханала
Ҡыш бабай килде выжлап, Урман-ҡырҙар буйлап…Еҙем-Ҡаран ауылында быйыл яңы участка дауаханаһы бинаһын тантаналы шарттарҙа асҡан инеләр. Дауаханаға инеп, ауырыуҙарҙың  хәл-әхүәлен белешеп сығырға йөрьәт итте ул. Бында ауырыуҙарға дауаланыу өсөн барлыҡ уңайлы шарттар ҙа булдырылған. Ҡыш бабай бында булған көндө дауаханала Баҡраҡ ауылынан Нажиә Төхвәтуллина, Үзбәктән Әминә Хәкимова, Байымбәттән Рауза Фәтҡоллина, Еҙем-Ҡарандан Ғәлиә Төхвәтуллина менән Фәнүзә Мөлөковалар дауалана ине. Ҡыш бабай улар менән ихлас аралашып, шыршы эргәһендә иҫтәлеккә фотоға ла төштө. Баш табип Рафаил Хәсәнов етәкселе-гендәге дауахана хеҙмәткәр-ҙәренә ауырыуҙа-рҙың ихлас рәхмәт һүҙҙәре яуҙырыуҙарын ишетеп, бик ҡыуанды Ҡыш бабай, ә Яңы йылдан һуң күпме аҡса сарыф ителеп төҙөкләндерелгән дауахананың ябылып ҡуйыу ихтималлығын ишетеп бик көйөндө. Ошондай берсә һөйөнөслө, берсә көйөнөслө уйҙар менән дауахананан сыҡҡандан һуң ул Ҡарағай ауылы тарафына юл тотто.
Тәбиғәт мөғжизәһеме?
Ҡыш бабай килде выжлап, Урман-ҡырҙар буйлап…Быйыл Ҡарағай урта мәктәбе үҙенең 110 йыллығын билдәләргә йыйына икән. Ошо уңайҙан ул мәктәп уҡыусылары, уҡытыусылар коллективы менән осрашып, уларҙы ҡотлап сыҡты. Үҙҙәренең уңыштары хаҡында "Табын” гәзитенә айырым яҙып ебәрәсәктәрен ышандырып ҡалдылар Ҡыш бабайҙы. Ул үҙе лә Мораҙ ауылындағы тәбиғәт мөғжизәһен күрергә ашҡына ине.
Эйе, Мораҙ ауылында, ысынлап та, мөғжизә барлыҡҡа килгән. Эш былай була: 84 йәшлек ауыл ҡарты Сәләх Вәлиев быйыл май айында Себерҙән кейәүе ҡайтҡанынан файҙаланып урамында ҡойо ҡаҙҙырырға ҡарар итә. Күрше-тирәләрҙән һорашып һыу ятҡылығының был тирәлә урыны менән 2-3, урыны менән 5-6 метр булыуын асыҡлай. Техника заманында, етмәһә эргәлә "Себер байы” – кейәү булғанда ҡул көсө менән ҡойо ҡаҙып булмай ҙа инде. Ҡойо ҡаҙҙыртырға ситтән ҡеүәтле техникаһы булған кешене саҡырып килтерәләр. Ә ул аҡса эшләп ҡалыу ниәтенәнме, әллә ысынлап та шулай тейеш типме, ҡойоно кәмендә 20 метр ҡаҙабыҙ тип, хужаларға аңлатма бирә. Алыҫтан һыу ташып йонсоған хужалар тегеләрҙең шартына күнә. Егерме метрҙан ашыу ер быраулап, ҡойо уйымына торба төшөргәс, мөғжизә башлана ла инде. Торбанан фонтан булып һыу урғыла башлай. Һыу атыр, атыр ҙа, бер нисә көндән туҡтар әле тип  тыныслана хужалар. Әммә аҙна, ун көн, унан ай үтә, ә һыу туҡтарға уйламай ҙа. Һыуҙың торбанан урғыған урынына махсус ялғаш эшләп, ағып китер өсөн яйланма әҙерләнә. Ауыл эргәһендә 2010 йылғы ҡоролоҡтан һуң ҡороп, кипкән күл урыны була. Һыу ағып, шул күлдең соҡорона тула. Быйылғы ҡоролоҡта шул күлдә генә һыу тороп ҡала. Фонтан булып урғылған һыуҙың баҫымын кәметеп булмаҫмы тип Сәләх ағай Яугилде ауылы эргәһенән аҡбалсыҡ барып алып, торба эсенә төшөрөп тә ҡарай. Тик юҡҡа ғына. Торба эсенән урғылған һыу күләме бер аҙ кәмей төшһә лә, уның сит-ситтәренән шишмә кеүек урғылып сыға башлай. Әйтергә кәрәк, был һыу эсеүгә бик тәмле, самауырға, сәйнүккә юшҡын да ултыртмай, 350С һалҡында ла туңмаған һәм бөгөнгө көндә лә урғылып сығыуын дауам итә. Ҡыш бабай үҙенең тылсымлы таяғы менән был һыу ағымын туңдырырға ла, туҡтатырға ла, һис юғында Урал ауылында һыуһыҙ интеккән халыҡҡа бороп ебәрергә лә маташып ҡараны, әммә уның уйы килеп сыҡманы. Шунан һуң инде Ҡыш бабай тәбиғәт алдында әллә үҙенең көсһөҙлөгөнән, әллә һыуҙы туңдыра алмауына ғәрлеге килеп, егеүле атына ултырҙы ла үҙен башҡа ауылдарҙа, райондарҙа һағынып көтөүҙәрен иҫләп, ҡабаланып юлға сыҡты.  Моғайын, ул был тарафтарға киләһе йыл ошо ваҡыттарҙа ғына килер, республикабыҙҙа иғлан ителгән "Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы” һөҙөмтәләрен барлар өсөн юлға сығыр. Беҙ ҙә уның киләһе йыл килерен көтөп, Бөйөк Устюгҡа иҫән-һау ҡайтып етеүен теләйек.
Район буйлап
Ҡыш бабайҙы Самат ҒӘЛИУЛЛИН менән Наил ЛАТИПОВ (фото) оҙатып йөрөнө.
Аҡкүлдән Евдокия һәм Виктория Сәфәрғәлиевалар үҙҙәренең "Шоколадка" кафеһында.
Ҡотлоғужаға газ килгәс, Сәрә менән Хәмзә Мөлөкөвтарҙың йорто тағы ла йәмләнде.
Яңғыҙҡайын мәктәбендә Тәнзилә Миңлебаева уҡыусыларҙы төрлө ҡул эштәренә өйрәтә.
Ҡарттар йортоноң ҡунаҡтары бер көндә: бүләктәр тотоп Ҡыш бабай һәм концерт номерҙары менән күршеләге приюттан балалар килде.
Мораҙҙа урғылған фонтанды Урал ауылына борорға ине лә бит... Быға хатта Ҡыш бабайҙың да ҡөҙрәте етмәй шул.
Ҡыш бабай быйыл асылған Еҙем-Ҡаран дауаханаһында ла булды.

Ҡыш бабай килде выжлап, Урман-ҡырҙар буйлап…
Ҡыш бабай килде выжлап, Урман-ҡырҙар буйлап…
Ҡыш бабай килде выжлап, Урман-ҡырҙар буйлап…
Ҡыш бабай килде выжлап, Урман-ҡырҙар буйлап…
Ҡыш бабай килде выжлап, Урман-ҡырҙар буйлап…
Ҡыш бабай килде выжлап, Урман-ҡырҙар буйлап…