Иген баҫыуы көтөүлек түгел
02 сентября 2015 йыл | Урындағы үҙидара

-Ысынлап та, иген баҫыуҙары, шәкәр сөгөлдөрө  плантацияларында  көтөү-көтөү  малдар йөрөүе хужалыҡтар етәкселәрен генә түгел, беҙҙе лә ҙур хафаға һала. Күпме иген, уңыш, унан килеп күпме кешенең хеҙмәте юҡҡа сыға.
Элек-электән Сәйетбаба, Имәндәш, Бурлы, Ҡауарҙы, Табын, Аҡкүл ауыл биләмәләрендә эшләүсе хужалыҡтар баҫыуҙары мал тапауҙан ҙур зыян күрҙе, был хәл әле лә дауам итә.
 Һуңғы бер нисә йыл һуҙымында "Ағиҙел” һәм "Урожай” ЯСЙ-е игенселәре элекке Салауат исемендәге, "Йондоҙ”, "Еҙем” колхоздарының буш ятҡан баҫыуҙарын эшкәртеп, иген сәсеп, әйләнешкә индерергә тырыша. Бының өсөн күпме яғыулыҡ, орлоҡ, ашлама сарыф итәләр. Тик һөҙөмтә юҡ. Ошо тирәләге ауылдар халҡының малы баҫыуҙы тапап, иҙеп бөтә. Былтыр, мәҫәлән, "Ағиҙел” сәскән игененең уңышын йыйып та торманы. Тап ошо арҡала был төбәктәге фермерҙар ҙа уңышлы ғына эшләп алып китә алмай.
- Ауылдарҙа малдарҙы көтөүҙе ойоштороуға кем яуаплы?
- Билдәле булыуынса, 2011 йылдың 30 майында республикала ауыл хужалығы малдарын көтөүҙе ойоштороу тураһындағы 404-з һанлы Закон ҡабул ителде. Был закондың 2-се статьяһында "урындарҙа малдарҙы көтөүҙе ойоштороу тәртибе урындағы үҙидара органдары тарафынан билдәләнә” тип әйтелә. Тимәк, ауылдарҙа малдарҙы көтөүҙе ойоштороуға беренсе сиратта ауыл биләмәһе етәксеһе яуап-лы. Ҡайҙалыр көтөүсе тәғәйенләнеп, мал көтөү ойошторолмаған икән, был биләмә башлығының эшләп еткермәүе хаҡында һөйләй. Юғарыла телгә алынған Закондың талаптарын һанға һуҡмаған, боҙған өсөн административ яуаплылыҡ та ҡаралған (4-се статья). Ошо закон нигеҙендә районда "Мал көтөүҙе ойоштороу ҡағиҙәләре” эшләнде һәм унда кемдең нимә өсөн яуап-лы икәне асыҡ күрһәтелә. Төп яуаплылыҡ малдың хужаһына төшә, әлбиттә. Ауылда көтөү ойошторолмаған хәлдә, һәр кем үҙ малын үҙе көтөргә, йә булмаһа бәйләп, йәки махсус кәртәләп алынған урында ғына йөрөтөргә тейеш.
Унан килеп, ауыл биләмәләре башлыҡтары ошо төбәктә хужалыҡ итеүсе, йәғни игенселек менән шөғөлләнеүсе хужалыҡ менән берлектә быҙауҙар көтөү өсөн махсус урынды, шулай уҡ баҫыу яҡлап ауыл ситен кәртәләп алыуҙы ойошторорға бурыслы. Бына, мәҫәлән, Яңғыҙҡайын, Буруновка ауыл биләмәләрендә тап шулай эшләгәндәр һәм бында мал-тыуар баҫыу тапай тигән һүҙҙең ишетелгәне лә юҡ.
- Ә бына малын ҡарауһыҙ йөрөткән хужалар өсөн ниндәй яуаплылыҡ ҡаралған?
- Юғарыла телгә алынған закондың 4-се статьяһында административ яуаплылыҡ ҡаралыуы хаҡында әйтеп үткәйнем инде. Билдәле булыуынса, район хакимиәтендә хакимиәт башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Р.Й.Салауатов рәйеслегендә административ комиссия эшләй. Бөтә ауыл биләмәләре башлыҡтары ла был комиссияның ағзалары булып тора. Мал-тыуар баҫыуҙа тотолған осраҡта уның хужаһы асыҡланып, ауыл биләмәһе башлығы, йәғни административ комиссия ағзаһы ҡатнашлығында протокол төҙөлә һәм ул комиссия ҡарауына тапшырыла. Үҙ сиратында административ комиссия малдың хужаһын ултырышҡа саҡырып, был эште тикшерә. Малы беренсе тапҡыр тотолғанда хужаға 500 һум, ә инде икенсегә эләккәндә 1000 һумға тиклем штраф ҡаралған. Әгәр инде тотолған малдың хужаһы билдәле булмаған осраҡта, хужалыҡ етәксеһе уны асыҡлау маҡсатында 3 көн эсендә иғлан бирергә, эйәһе табылғанға тиклем бикле торған малды ашатып-эсерергә бурыслы. Хужаһы табылғас инде, ул хужалыҡҡа килтерелгән зыяндан тыш, малды тәрбиәләүгә киткән сығымды ла түләргә тейеш. Малдың хужаһы 6 айға тик-лем табылмай икән, ул хужалыҡ милкенә күсә. Районда бындай хәлдәрҙең булғаны бар.
Уңайлы мәлдән файҙаланып, малдарҙы ҡарауһыҙ йөрөтөүҙең тағы ниндәй эҙемтәләргә килтереү ихтималлығы хаҡында ла әйтеп үтергә кәрәктер. Юлдарҙа мал-тыуарға бәйле авариялар, ҡазалар ҙа булып тора. Был осраҡта ла нигеҙҙә ҡарауһыҙ йөрөгән мал хужалары яуаплылыҡҡа тарттырылып, автомашинаға килтерелгән зыянды түләргә бурыслы булалар. Һыйырһыҙ, йәки атһыҙ ҡалыу өҫтөнә, ремонт өсөн автомобиль хужаһына 1 млн һумға тиклем аҡса түләргә мәжбүр булыусылар юҡ түгел, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Унан килеп, тап ҡарауһыҙ йөрөгәнлектән күпме мал юғала. Бына ошондай күңелһеҙ хәлдәргә юлыҡмаҫ өсөн һәр кем малын көтөүгә йөрөтһөн, ҡараһын-тәрбиәләһен ине. Ә инде ялан киң, урман ҡалын, һыйыр-атты эт шикелле бәйләп аҫрап булмай, тип ҡараусыларға талапсанлыҡ тағы ла көсәйәсәк. Баҫыуҙағы ашлыҡты малдың тәләфләүенә сик ҡуйырға ваҡыт.
Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА әңгәмәләште.