Яңы 2016 йыл менән!
30 декабря 2015 йыл | Урындағы үҙидара

Хөрмәтле райондаштар!
    Яҡынлашып килгән Яңы 2016 йыл менән иң ихлас һәм ысын йөрәктән булған ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ! 2015 йыл беҙҙең хәтерҙә яҡшы эштәре һәм бай мәҙәни саралары менән хәтерҙә ҡаласаҡ. Уҙып барған йылда Бөйөк Еңеүҙең – 70,  районыбыҙ барлыҡҡа килеүҙең - 85, Башҡортостандың тәүге Халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың тыуыуына 135 йыллыҡты киң билдәләнек, Әҙәбиәт йылы сиктәрендә  байтаҡ саралар уҙғарылды һәм унда райондаштарыбыҙ әүҙем ҡатнашты.  Йыл һуҙымында  беҙ райондаштарыбыҙҙың  сәхнәләрҙәге һәм спорт аренаһындағы еңеүҙәренә һөйөндөк. Ауыл хужалығы һәм сәнәғәт хеҙмәткәрҙәре лә ныҡышмалы һәм тырышып эшләне. Айырыуса шәкәр сөгөлдөрө үҫтереүселәребеҙ район тарихында рекордлы уңыш йыйып алып, республика кимәлендә алдынғы урынға сыҡты. Райондың социаль-иҡтисади үҫешенә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, башҡа хужалыҡ өлкә вәкилдәре лә һиҙелерлек өлөш индерҙе. Мәғариф, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә лә ыңғай үҙгәрештәр байтаҡ. Барығыҙға ла райондың мәнфәғәтенә, халыҡтың йәшәйешен яҡшыртыу маҡсатында башҡарған уртаҡ эшебеҙҙә күрһәткән ҡаҙаныштарығыҙ өсөн ысын күңелдән рәхмәтемде белдерәм.
    Яҡынлашып килгән байрам һәр кемебеҙ өсөн тылсымға сорналған, беҙ унан мөғжизә һәм яҡшылыҡҡа үҙгәрештәр көтәбеҙ. Сәғәт уҡтары ун икене һуҡҡанда беҙ, иң мөһиме, яҡындарыбыҙ һау-сәләмәт, йортобоҙҙа  муллыҡ, тыныслыҡ, татыулыҡ булыуы тураһында хыялланабыҙ һәм был хыялдар бойомға ашһын. Байрам алдынан барығыҙға  ла күңел тыныслығы, ныҡлы һаулыҡ, эшегеҙҙә ҙур уңыштар юлдаш булыуын, илебеҙ һәм районыбыҙ хаҡына  яңынан-яңы  ҡаҙаныштар теләйем!  Яҡынлашып килгән Яңы йыл менән!

Рәмил Бохаров,
Муниципаль район хакимиәте башлығы.