Етешлек етештереүгә бәйле
29 февраля 2016 йыл | Урындағы үҙидара

Ауыл биләмәләре башлыҡтарының 2015 йылда башҡарылған эштәр буйынса халыҡ алдында отчет тотоуы дауам итә. Уның сираттағыһы 19 февралдә ҮТӘК ауыл биләмәһендә, ауыл Советы депутаттарының киңәйтелгән асыҡ ултырышы рәүешендә үтте. Асыҡ ултырышта район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаров, район Советы рәйесе Фаил Зәйнетдинов, район хакимиәте башлығының төҙөлөш буйынса урынбаҫары Фуат Кейекбаев, төрлө ойошма, учреждениелар етәкселәре, урынбаҫарҙары, белгестәре, ауыл Советы депутаттары, биләмәгә ингән ауылдар кешеләре ҡатнашты.
Үтәк ауыл мәҙәниәт йортонда уҙған осрашыуға билдәләнгән ваҡытҡа халыҡ дәррәү йыйылды. Башта уларға мәҙәниәт йорто һәүәҫкәрҙәре, мәктәп уҡыусылары тарафынан әҙерләнгән концерт номерҙары күрһәтелде.
Ауыл биләмәһе башлығы Фәрит Бохаров төп отчет доклады менән сығыш яһаны.
- Үтәк ауыл биләмәһенә Үтәк, Туғай, Игенселәр, Иҡтисад ауылдары ҡарай. Барлығы 540 йорт-хужалыҡта 1030 кеше (Үтәктә - 626, Туғайҙа – 282, Игенселәрҙә - 119, Иҡтисадта 3 кеше) йәшәй. - Би-ләмәнең ошо ауылдарынан тыш Красная поляна утары йылдан-йыл үҫеп, ауыл статусы алыуға етеп килә. Бында кеше һаны ла артҡандан-арта бара, 20 шәхси хужалыҡта 40-тан артыҡ кеше йәшәй, - тине Фәрит Радик улы. Сығыш яһаусы төбәктә демографик хәлдең бик шәптән түгеллеген билдәләп үтте. Мәҫәлән, былтыр 16 кеше мәрхүм булһа, ни бары 3 сабый донъяға килгән.
Үтәк һәм Туғай ауылы мәктәптәре (уларҙа балалар баҡсаһы эшләй) башланғыс мәктәп статусына ҡалдырылған, Яңғыҙҡайын мәктәбе филиалы булып торалар. Биләмәлә 17 күп балалы, 11 аҙ тәьмин ителгән ғаилә иҫәпләнә, имен булмағандар иҫәбендә 5 ғаилә тора. Ауыл хакимиәте, ҡатын-ҡыҙҙар советы менән берлектә улар менән профилактик эш даими рәүештә алып барылыуы билдәләп үтелде.
Ауыл биләмәһендә ауыл хужалығы йүнәлешендә "Рәжәпов”, "Кәримов”, "Ғафаров” шәхси хужалыҡтары, "Сулпан”, "Зенит” крәҫтиән хужалыҡтары эшләй. Былтыр Алик Арыҫланов 100 гектар, Салауат Сатлыҡов менән Винер Бохаров – 150, Азат Кәримов эшселәре менән – 250, Наил Маннанов – 30, Руслан Рәжәпов 300 гектар сәсеүлектәр эшкәртеп, иген культуралары сәсеү һәм мал аҙығы әҙерләү өсөн ҡуртым килешеүе нигеҙендә ауыл халҡының пай ерҙәрен эшкәрткән. Биләмә башлығы яңы эшләй башлаған шәхси хужалыҡтар эшмәкәрлеге менән ентекләп таныштырып үтте.
- Ауыл биләмәһендә барлығы 18 км ауыл эсендәге юлдар беҙҙең ҡарамаҡта һәм уларҙың барыһы ла былтыр рәсмиләштерелде. Йыл һайын юлдарҙы ремонтлау башҡарыла, мәҫәлән, былтыр Үтәк ауылының Совет, Буденный, Чапаев, Мәктәп урамдарына өлөшләтә асфальт һалынды, "Алеся” магазины алды асфальтланды, "Аныҡ эштәр” проекты буйынса йәйәүлеләр өсөн күпер һалынды, ошо эштәргә йәмғеһе 323 мең һум аҡса тотонолдо, - тине Ф.Бохаров. – Шишмә урамына, бер тыҡрыҡҡа, Туғай
ауылы урамына ҡырсынташ түшәлде, ырҙын табағы биләмәһе кәртәләп алынды, ауылыбыҙ йәме булған шишмәнең тирә-яғы матур итеп уратып алынды. Был эште башҡарыуҙа ра-
йон хакимиәтенән 94 мең һум аҡса бүленде. Йыл һуҙымында Үтәк һәм Туғай ауылдары клуб биләмәләрен ҡоймалап алыуға 150 мең һум аҡса бүленде, - тине сығыш яһаусы. Һәм һанап кителгән эштәрҙе башҡарған ауылдаштарының исем-шәрифтәрен атап, рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Фәрит Радик улы мәҙәниәт йорттары, фельдшер-акушерлыҡ пункттары, почта бүлексәһе, янғын һағы эшмәкәрлеген ыңғай яҡтан билдәләп үтте.
Ауыл биләмәһендә 12 эшҡыуар эшләй. Улар барлыҡ уҙғарылған сараларҙа әүҙем ҡатнаша һәм финанс ярҙамы күрһәтә, тип билдәләне сығыш яһаусы.
Урындағы хакимиәт ауылдар халҡының тормош-көнкүреш шарттарын яҡшыртыу йәһәтенән дә ҙур эш алып бара. Ауылда донъя көтөргә, йорт һалырға теләгәндәргә хакимиәт яғынан ҡаршылыҡ күрһәтелмәй, ер участкаһы һорап мөрәжәғәт итеүселәргә ҡуртымға биреү, ә ситтән килеүселәргә ерҙе аукцион аша  һатып биреү мөмкинлеге бар. Былтыр ер участкалары һатыуҙан 102 мең һум аҡса биләмә ҡаҙнаһына кергән. Күп балалы ғаиләләргә бушлай ер участкаһы бүлеп биреү программаһы ғәмәлгә ашырыла. Былтыр 8 яңы йорт төҙөлһә, тиҫтәнән ашыуы төҙөлөшө тамамланыу өҫтөндә, йәнә тиҫтәләп кеше яңы төҙөлөш башларға уйлаша.
Ауыл биләмәһе буйынса 551 баш һыйыр малы, шуның 249 башы һауын һыйыры, 723 баш һарыҡ, 61 баш кәзә, 13 баш ат, 2303 баш ҡош-ҡорт, 630 баш умарта күсе аҫрала. Шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙа күпләп мал аҫраусы ғаиләләрҙе атап үтте биләмә башлығы.
Сығыш яһаусы шулай уҡ социаль хеҙмәткәрҙәр, ауыл старосталары эшмәкәрлегенә лә туҡталып, үҙ эштәрен еренә еткереп башҡарыуҙарын билдәләне.
Биләмә башлығы иң ҙур проблемаларҙың береһе булған эскелектең киң таралыуына баҫым яһап, ауылдаштарына хәмер һатып ағыулаусылар исемлеген уҡып ишеттерҙе.
Фәрит Бохаров ауыл биләмәһенең финанс эшмәкәрлегенә туҡталып үтте. Биләмәнең йыллыҡ бюджеты 3 миллион 636 мең һум тәшкил иткән, шуның 2 миллион 134 мең һумы дотация, 530 мең һумы республика бюджетынан бүленгән, үҙ килеме 841 мең һумлыҡ булған.
- 2015 йылда планлаштырылған байтаҡ эштәрҙе башҡарып сыҡтыҡ, күреүегеҙсә, бюджеттан ҙур ғына суммалар урынлы үҙләштерелгән, - тине сығышын йомғаҡлап биләмә башлығы һәм 2016 йылға пландар менән уртаҡлашты.
Артабан Фәрит Радик улы ғинуарҙа 70 йәшлек юбиле-йын билдәләгән Туғай ауылы старостаһы Фәрит Сәғитов менән Үтәк ауылы старостаһы Ишбулды Ғиззәтуллинды 65 йәшлек юбилейы менән ҡотлап үтте. Ә район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаров районда үткән ауыл хужалығы йәрминкәләрендә әүҙем ҡатнашҡан Үтәк ауылынан Маннановтарға, Туғайҙан Фәнзил Рәхмәтуллинға, Красная полянанан Сергей Тимофеевҡа район хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Доклад буйынса фекер алышыуҙа ауыл Советы депутаты Ришат Дауытов хеҙмәт ветерандарына ергә льготалар булмауын билдәләп үтте, пай ерҙәрен ҡуртымға алғанда килешеүҙәр төҙөшөргә кәрәклеген әйтте. Ауыл биләмәһенең йыллыҡ эшмәкәрлеген ҡәнәғәтләнерлек тип баһаланы.
"Рәжәпов Р.В.”, "Ғафаров” ШП-һы етәкселәре Руслан Рәжәпов менән Рауил Ғафаров үҙҙәренең хужалығы эшмәкәрлеге менән таныштырҙы.
Үтәк ауылы ветерандар советы рәйесе Әнүәр Арыҫланов пай ерҙәре, берәҙәк эттәр, урамда ситтән килеп сауҙа итеүселәрҙең тауарҙарының сифаты, Туғай ауылындағы Тау аҫты, Күл урамында йорттарға газ уҙғарыу мәсьәләләрен күтәреп сыҡты.
Туғай ауылы старостаһы Фәрит Сәғитов ауылдаштарының мал дарыуҙары һатыусы дарыухана булдырыу хаҡындағы үтенесен еткерҙе.
Үтәк ауылы старостаһы
Ишбулды Ғиззәтуллин ауылда магазин-киоскыларҙың тейешле тәртиптә эшләмәүенә зарланды. Рауил Раҡаевтың "Хәтер” китабын әҙерләүенә рәхмәтен белдерҙе, баҫтырып сығарыуға финанс ярҙамы мәсьәләһен күтәрҙе.
Полицияның участка уполномоченныйы Айҙар Әмирханов төбәктәге криминоген хәл менән таныштырҙы. Ул халыҡты мутлашыусыларҙан һаҡ булырға саҡырҙы.
Быйыл йәй үтәсәк ауыл хужалығы иҫәбен алыуға әҙерлек мәсьәләһе менән районда ауыл хужалығы иҫәбен алыу буйынса вәкил Гүзәл Фәтҡуллина таныштырҙы.
Район Советы рәйесе Фаил Зәйнетдинов ветеринария хеҙмәте етәксеһе булараҡ, был хеҙмәткә ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирҙе.
Красная поляна ауылынан Сергей Тимофеев көнитмештәре менән таныштырып үтте.
Һуңынан район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаровҡа һүҙ бирелде. Рәмил Зәкәриә улы үҙ сығышында ауылдың, ниһайәт, ыңғай яҡҡа үҙгәрә башлауын, яйлап ҡына ҡуҙғалыуын билдәләп, һөйөнөсөн, рәхмәт һүҙҙәрен дә әйтте. Районда Ҡауарҙы, Юлыҡ, Имәндәш, Юрмаш ауылдарында халыҡтың күпләп мал-тыуар тотоуы, үҙ көндәрен үҙҙәре күреп йәшәүҙәрен миҫалға килтереп үтте. Ауылдаштарына ла уларҙан өлгө алырға саҡырҙы. Теплицалар булдырып, йәшелсә-емеш үҫтереп һатырға, аҡса эшләргә өйрәнергә кәрәк, тине. Араҡы һатыусыларҙы тәнҡит утына тотоп, уларҙы кеше үлтереүселәр, тип атайым, тине ул. Берҙән-бер ауыл биләмәһе башлығының уларҙың исемлеген атарға йөрьәт итеүенә рәхмәтен белдерҙе. Мәктәп бинаһын да буш тотмаҫҡа, унда ниндәй ҙә булһа эшмәкәрлек алып барыу хаҡында уйлашырға, бинаны һаҡлап ҡалырға саҡырҙы. Эшләрҙәй кешеләрҙе күтәреп йөрөтөргә әҙербеҙ, тип, эш башларға теләүселәрҙең хакимиәт тарафынан һәр саҡ хуплау табасағына инандырҙы. Һәм бергә-бергә тырышып эшләйек, тырышҡанда ғына тормошобоҙ етеш булыр, муллыҡ тантана итер, тип тамамланы үҙ сығышын Рәмил Зәкәриә улы.
Ултырышта ҡаралған мәсьәләләр буйынса ҡарарҙар ҡабул ителде. Ошоноң менән Үтәк ауыл Советы депутаттарының асыҡ ултырышы тамамланды.
Индира ИШКИНА.