Уртаҡлашҡандан тәжрибә арта ғына
28 марта 2016 йыл | Урындағы үҙидара, Ауыл хужалығы, Сәйәсәт

Дала-урман зонаһына
өмөт ҙур
Ауыл хужалығы конференцияһы ра-
йон мәҙәниәт һарайында үтте. конференцияла ҡатнашыусылар башта район мәҙәниәт һарайы фойеһында махсус ауыл хужалығы күргәҙмәһе менән танышты. Ауыл хужалығы техникаһы, төрлө препараттар, ҡорамалдар етештереү менән шөғөлләнеүсе фирмалар үҙ продукцияһы менән таныштырҙы. Район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаров оҙатыуында БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Мөхәмәтдинов менән ауыл хужалығы министры Николай Коваленко һәм килгән ҡунаҡтар ауыл хужалығы күргәҙмәһе менән танышты.
Конференцияны Ирек Мөхәмәтдинов алып барҙы. Ирек Радил улы билдәләүенсә, республика ауыл хужалығы тауар етештереүселәре киләһе йылдарҙа йылдам алға һикереш яһарға тейеш. 2020 йылға Башҡортостан ауыл хужалығы буйынса Рәсәйҙең иң һәйбәт биш төбәгенә инергә ынтыла. Ошоноң менән бәйле республиканың көньяҡ дала -урман зонаһына ингән 11 районға ҙур өмөттәр бағлана, тине Премьер-министр урынбаҫары.
Ҡабул итеүсе яҡ булараҡ район хакимиәте башлығы Рәмил  Бохаровҡа һүҙ бирелде һәм ул үҙ сығышында райондың социаль-иҡтисади хәленә ҡыҫҡаса байҡау яһаны, район менән таныштырҙы, былтырғы уңыштарҙы барланы, сәсеүгә әҙерлек мәсьәләһенә туҡталды.
Иген етештереүҙе арттырыу бурысы ҡуйыла
БР ауыл хужалығы министры Анатолий Коваленко бай йөкмәткеле доклад менән сығыш яһаны. Ул былтырғы ауыл хужалығы йылына йомғаҡ яһаны, киләһе биш йыллыҡ бурыстарға туҡталды. Уның белдереүенсә, 11 районды берләштергән көньяҡ дала-урман зонаһы республиканың көслө аграр төбәге иҫәпләнә. Республикала  ялансылыҡ тармағындағы тулайым уңыш йыйымының яртыһы тип әйтерлек ошо 11 район иҫәбенә тура килә һәм был ҙур күрһәткес булып тора. Министр билдәләүенсә, ғөмүмән, республиканың ялансылыҡ тармағында файҙаланылмаған потенциалы бик ҙур. Климат шарттары һәм республикалағы уңдырышлы тупраҡ йылына 4 миллион тоннанан ашыу иген етештереүгә мөмкинлек бирә. Бының өсөн ерҙәрҙе дөрөҫ һәм рациональ файҙаланыу талап ителә. Һуңғы йылдарҙа республикала малсылыҡты үҫтереү буйынса ҡеүәтле проекттар бойомға ашырыла. Ошоноң менән бәйле иген фуражына ла ихтыяж арта. Был йәһәттән рес-публика үҙ-үҙен тулыһынса иген фуражы тәьмин итергә тейеш. Николай Анатольевич киләһе бер нисә йылда иген етештереүҙе 1,5 тапҡырға арттырыу бурысын ҡуйҙы. Көньяҡ дала-урман зонаһындағы ерҙәрҙең 7 проценты сәселмәй. Ошо ерҙәрҙе файҙаланып һәм уңдырышлылыҡты күтәреп был бурысҡа ирешергә мөмкин, тип белдерҙе министр. Иҡтисади йәһәттән ҡарағанда юғары килем килтерерҙәй культураларға иғтибарҙы арттырыу зарур. Был иген культураларына ла, техник һәм мал аҙығы культураларына ла (әсе борсаҡ (люпин), рапс, иген кукурузы һ.б.) ҡағыла. Алдағы йылдарҙа ҡеүәтле орлоҡсолоҡ комплекстары булдырыу бурысы ла ҡуйыла. Ерҙе ашлау иһә алғы планға сыға. "Ерҙән ала беләһең икән, уға бирә белергә лә кәрәк. Кем ерҙе минераль ашлама менән туйындырмай, шул хужалыҡтарға дәүләт ярҙамы ла булмаясаҡ”,- тине министр. Ерҙе ашлау йәһәтенән аныҡ миҫалдар ҙа килтерҙе. Мәҫәлән, көньяҡ дала-урман зонаһында һәр гектар ергә уртаса 10 килограмм самаһы ғына (50-60 урынына) минераль ашлама индерелгән. Һөҙөмтәлә 150 мең тонна самаһы уңыш алып еткерелмәгән. Шуға ла ерҙе ашлауға һәм ауыл хужалығы тауар етештереүселәрен заманса техника менән тәьмин итеүгә иғтибар ҙур булырға те-йеш.Техниканы яңыртыу, булғандарын ремонтлау өсөн республикала ныҡлы ремонт базаһы булдырылған. Ремонт предприятиелары ихтыяж булған запас частарҙың 80 процентын үҙебеҙҙә етештерә. Был нисбәтте лә арттырыу күҙаллана.
Дәүләт ярҙамы етештереүсәнлеккә бәйле
Бөгөн заманса фекер йөрөтә белгән алдынғы ҡарашлыларға һәр ерҙә лә юл асыҡ. Ауыл хужалығында ла ундайҙар хуплана һәм дәртләндерелә. Министр белдереүенсә, дәүләт ярҙамы биреү тәртибендә лә ҙур үҙгәрештәр булыуы көтөлә. Бынан ары хеҙмәт етештереүсәнлеге, сифат һәм продуктлылыҡҡа өҫтөнлөк биреләсәк. Мәҫәлән, республикала ғинуар-март айҙарында етештерелгән  һөт өсөн 666 миллион һум субсидия биреү ҡаралған һәм был малдарҙың  продуктлылығына бәйле. Һәр һыйырҙан йылына 4 мең килограмм һөт һауып алғанда 3,6 һум субсидия бирелһә, 4-6 мең килоға-7,2, һум 6 меңдән юғары һауым өсөн 10,8 һум түләнә. Ауыл хужалығы техникаһы һатып алған өсөн субсидия түләүҙә лә яңы үҙгәрештәр һәм талаптар байтаҡ. Бында инде эшмәкәрлек итеүҙә рентабеллек 11 проценттан да кәм булырға тейеш түгел.
Анатолий Коваленко шәкәр сөгөлдөрө үҫтереүҙең бик табышлы икәнлеген билдәләп, 100 процент рентабеллеккә өлгәшкән беҙҙең районды ыңғай миҫал итеп килтерҙе. Ул шулай уҡ үҙ сығышында йәшелсә, еләк-емеш үҫтереүгә иғтибарҙы арттырыу, республикала йәшелсә һаҡлағыстар төҙөү, яһалма һуғарыу ысулдарын киңерәк ҡулланыу кәрәклегенә баҫым яһаны. Көнбайыш Европа илдәре илебеҙгә санкция иғлан иткән бер мәлдә ватан тауар етештереүселәренә ихтыяж арта. Шуға ауыл хужалығында бындай мөмкинлекте тулыраҡ файҙаланып ҡалыу кәрәклеген белдерҙе.
фәһемле сығыштар
Артабан конференцияла БР ауыл хужалығы министры урынбаҫарҙары – Илдар Насиров менән Заһит Нуриев сығыш яһаны. Тәүгеһе үҫемлекселек буйынса төплө анализ эшләп ниндәй культураларға, ниндәй сорттарға өҫтөнлөк бирергә кәрәклеге хаҡында аңлатма бирһә, Заһит Өлфәт улы ауыл хужалығы предприятиеларының техник тәьмин ителеше, хеҙмәт хәүефһеҙлеге хаҡында мәғлүмәт еткерҙе. Конференция барышында ауыл хужалығы фәндәре докторы, профессор Радик Ғәйфуллин, "Россельхозцентр” федераль дәүләт бюджет учреждениеһы етәксеһе, ауыл хужалығы фәндәре докторы Рөстәм Кирәев, респуб-лика буйынса "Ростехнадзор” етәксеһе Ринат Ғәлимов, "Россель-хозбанк”тың рес-публика буйынса идарасыһы Виктор Моисеев, Һаҡлыҡ банкының Стәрлетамаҡ бүлексәһе етәксеһе Игорь Кузнецов, Мәләүез шәкәр заводының генераль директоры Павел Немченко сығыш яһаны. Павел Немченко белдереүенсә, шәкәр етештереү өсөн сеймал базаһын һаҡлап ҡалыу талап ителә. Һуңғы йылдарҙа Мәләүез шәкәр заводы өсөн сеймал базаһы 16 мең гектарҙан 12 мең гектарға тиклем кәмегән. Тәү сиратта был "Ергән” МТС-ының, Ауырғазы районының (шәкәр сөгөлдөрө үҫтереүсе алты хужалыҡтан берәү генә ҡалған) шәкәр сөгөлдөрө үҫтереү майҙандарын кәметеүе тора. Шул уҡ ваҡытта Ғафури районы һуңғы бер нисә йылда шәкәр сөгөлдөрө үҫтереү майҙанын ике тапҡырға тиерлек арттырыуға өлгәште, тип рәхмәт белдерҙе генераль директор. Ул үҙ сығышында киләсәктә лә ауыл хужалығы предприятиелары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итергә саҡырҙы, оҙайлы килешеү нигеҙендә лизинг буйынса техника һатып алырға тәҡдим итте.
Ауыл хужалығы конференцияһының пленар өлөшө бүләкләүҙәр менән тамамланды. Бер төркөм алдынғыларға Николай Коваленко ауыл хужалығы министрлығының Маҡтау граматоларын тапшырҙы. Улар араһында райондың "Урожай” крәҫтиән хужалығы водителе Хәләф Тәүхетдинов та бар.
Уңыш – уңғандар ҡаҙанышы
Артабан  конференцияла  ҡатнашыусылар "Сатурн” крәҫтиән хужалығына юлланды. Буруновка ауыл биләмәһе башлығы Марат Рәхмәтуллин мәртәбәле ҡунаҡтарҙы ихлас ҡаршы алып, хужалыҡ эшмәкәрлеге менән яҡындан таныштырҙы. Бынан 20 йыл элек булдырылған, 50 гектар ерҙән эш башлаған фермер хужалығы бөгөн ҡеүәтле ауыл хужалығы продукцияһы  етештереүсе предприятиеға әүерелгән. Ике мең гектарҙан ашыу һөрөнтө ере булған хужалыҡта йылдың-йылы 500 гектарҙа шәкәр сөгөлдөрө үҫтерәләр. Һуңғы бер нисә йылда гектар уңышы 400-450 центнер тәшкил иткән. Быйыл 500 центнер уңыш үҫтереп алыуға йөкләмә алынған. Иген культураларынан иһә гектарынан 60 центнерҙан ашыу уңыш үҫтереп алына. Башлыса сит илдә етештерелгән техникаға өҫтөнлөк бирелә. Спутник новигациялары менән йыһазландырылған сит ил тракторҙарын Мәскәү (!) белгестәре хеҙмәтләндерә. Техниканың ҡайһы ере ватылырын да спутник аша ғына беләләр. Алты "Джон-Дир” тракторы һәм уларға тағылма инвентарь, иген йыйыу һәм шәкәр сөгөлдөрө ҡаҙыу, тейәү комбайндары, барыһы ла махсус эшләнгән ангарҙа һаҡлана. Ни бары дүрт механизатор эшләй һәм уларҙың һәр береһенә алмашлап бер нисә техникала эшләргә тура килә. Шуның һөҙөмтәһендә улар ерҙе лә, эшсе көстәрҙе лә эффектлы файҙалана. Мәҫәлән, һәр гектар ер 67 меңәр һум саф табыш килтерә. Ә бер хеҙмәткәргә иҫәпләгәндә 14(!) миллион һумлыҡ продукция етештерелә. Был республика хужалыҡтары буйынса ҡарағанда иң юғары күрһәткестәрҙең береһе. Кредитҡа батмай ғына ошондай техника һатып алыуына тел шартлатыусылар байтаҡ булды конференцияла ҡатнашыусылар араһында. Дөрөҫ, хужалыҡта илебеҙҙә һәм Белоруссия-
ла етештерелгән техника ла файҙаланыла. Айырыуса тағылма инвентарь башлыса үҙебеҙҙә етештерелгән. Марат Рәхмәтуллин Стәрлетамаҡтың "Агромаш” заводында етештерелгән һабан һәм культиваторҙар хаҡында тик маҡтап телгә алды. Конференцияла ҡатнашыусылар хужалыҡтың иген келәттәрен, ырҙын табағындағы киптергестәрҙе, минераль ашлама һаҡлау урындары менән дә танышып сыҡты.
Ғафуриҙарҙан өйрәнергә була
"Сатурн” крәҫтиән хужалығы менән танышып сыҡҡандан һуң, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Мөхәмәтдинов үҙенең һоҡланыуын йәшермәне.
- Конференция уҙғарыуҙың төп маҡсаты булып ерҙе һәм ресурстарҙы дөрөҫ файҙалана белеү, тәжрибә уртаҡлашыу, алдынғы технологияларҙы өйрәнеү һәм уны башҡа хужалыҡтарға таратыу тора. Был йәһәттән ғафуриҙарҙан күп нәмәгә өйрәнерә була икәнлеген үҙ күҙҙәребеҙ менән күреп  инандыҡ. Ауыл хужалығы конференцияһын юғары кимәлдә уҙғарыуға өлгәшкәндәре өсөн Ғафури район хакимиәтенә, шәхсән Рәмил Зәкәриә улына, "Сатурн” хужалығы етәкселегенә ҙур рәхмәтлемен, - тине Ирек Радил улы был хужалыҡ менән хушлашҡанда.
Ауыл хужалығы конференцияһында ҡатнашыусылар Игенйылға ауылындағы "Күркәм дөйәғоштар” фермер хужалығының эшмәкәрлеге менән дә танышты. Уларҙың күптәре бындағы төрлө экзотик ҡоштарҙы, дөйәғоштарҙы балаларына, яҡындарына күрһәтер өсөн яңынан Ғафури еренә аяҡ баҫырға теләк белдереп хушлашты.
Дөйөм алғанда, ауыл хужалығы конференцияһы юғары кимәлдә үтте. Хәҙер иһә игенселәргә һуңғы әҙерлек эштәрен теүәлләргә генә ҡала. Яҙғы баҫыу эштәре башланыр алдынан ошолай кәңәшләшеп алыу һәр кем өсөн файҙалы булды.
Самат ҒӘЛИУЛЛИН.