Хөкүмәттән генә көтөргә түгел...
28 марта 2016 йыл | Урындағы үҙидара, Йәмғиәт

23 мартта район хакимиә-те бинаһында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Владимир Александрович Нагорный төҙөлөш, торлаҡ-коммуналь, юл  хужалыҡтары мәсьәләләре буйынса граждандарҙы ҡабул итте. Уға был эштә ярҙамсыһы Павел Сафонов, район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Фуат Кейекбаев, баш архитектор Василий Белов, район хакимиәтенең капиталь төҙөлөш бүлеге начальнигы Ольга Саттарова ярҙам итте.
Вице-премьер ҡабул итеүенә 8 кеше килгәйне. Улар нигеҙҙә төҙөлөшө башланған объекттарҙың сафҡа инеү ваҡыты, авария хәлендәге торлаҡ, яңы биҫтәләрҙе инженер селтәрҙәренә тоташтырыу мәсьәләләрен күтәреп сыҡты. Шулай уҡ ҡаҙанлыҡтарҙы, күперҙәрҙе реконструкциялау проблемаһы менән мөрәжәғәт итеүселәр булды.
Красноусолдан Илдар Абыҙгилдин Йәштәр биҫтәһендә төҙөлә башлаған балалар баҡсаһы ҡасан файҙаланыуға тапшырыласағы хаҡында белеште.
Табын коррекция мәктәп-интернат директоры урынбаҫары Рәмиз Әхмәтшин,   мәктәптең яңы бинаһы төҙөлөшө туҡталып ҡалыуына борсолоу белдерҙе, шулай уҡ әлегеһен реконструкциялау мәсьәләһен күтәрҙе. Бында 150-гә яҡын бала бер үк бинала уҡыуын, йәшәүен дә иҫәпкә алғанда тиҙерәк төҙөлөп бөтһә, һәйбәт булыр ине, тине мөрәжәғәт итеүсе. Быйыл
августа файҙаланыуға тапшырыу планлаштырылған был "һаҡаллы төҙөлөш"- бинаны төҙөп бөтөү эшен йәнә киләһе йылға ҡалдырғандар, ҡайтанан проектлау үткәрелгән, барыһы ла аҡсаға бәйләнгәнлеге билдәләп үтелде.
Элекке быяла заводының Коммунистик урамында урынлашҡан иҫкереү сигенә еткән дөйөм ятағында (бөтәһе 7 бүлмә) йәшәүселәрҙән вәкилдәр авария хәлендәге торлаҡтан күсереү проблемаһын хәл итеүҙә ярҙам һораны.
"Тепловодоснабжение” МУП-ы директоры Сергей Афанасьев Красноусолдағы  2-се һәм 6-сы – үҙәк район дауаханаһын, был биҫтәләге шәхси йорттарҙы, балалар баҡсалары, мәктәптәрҙе хеҙмәтләндергән ҡаҙанлыҡтарҙы модернизациялау мәсьәләһендә ярҙам һораны.
Красноусол ауыл биләмәһе башлығы Рәүилә Мөхәмәҙиева яңы биҫтәләрҙә инфраструктура проблемаһына туҡталды.
Бурлы ауыл советы депутаты Рим Биктимеров менән Юлыҡ урта мәктәбе уҡытыусыһы Рәхимйән Юлыҡов (территориаль йәмәғәт советы етәксеһе лә) был ауылдарҙағы күперҙәрҙе капиталь ремонтлау өлгөрөп еткән мәсьәлә булыуын билдәләп үтте. Күперҙәрҙең тәүгеһе муниципаль-ара автомобиль юлында урынлашып, 1972 йылда төҙөлгәндән бирле бер тапҡыр ҙа ремонт күрмәгән, ә һуңғыһы 1982 йылда файҙаланыуға тапшырылған.
Владимир Александрович күтәрелгән һәр бер һорауҙы ентекле тыңланы, аныҡ яуаптар бирҙе, артабан өйрәнеүҙе, хәл итеүҙе талап иткәндәре яҙып алынды. Ул бынан ары коммуналь мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә тулыһынса рес-публика бюджетынан ярҙам көтөргә түгел, ул былай ҙа наҡыҫ, ә урында инвесторҙар эҙләргә кәрәк, бәлки, ярҙам итерлек шәхси эшҡыуарҙар табылыр, үҙегеҙ был хаҡта уйлашығыҙ, беҙ ҙә шөғөлләнербеҙ, тине.  Яңы биҫтәләргә газ үткәргестәр һуҙыу буйынса проект әҙерләгән осраҡта ярҙам булырын билдәләп үтте.
Артабан ҡабул итеү тамамланғас, Владимир Нагорный объекттар менән танышты.
Индира ИШКИНА.