Көрәк, һепертке ал да, өмәгә ҡушыл
13 апреля 2016 йыл | Урындағы үҙидара, Йәмғиәт

Район буйынса тәүге өмәләр 1 апрелдә үтте. Сираттағыһы – 8 апрелдәгеһендә ямғыр һибәләп тороуға ҡарамаҫтан, райондың ҡайһы бер ойошма-учреждениелары, атап әйткәндә, ветстанция, Мәшғүллек үҙәге, "Тепловодоснабжение” МУП-ы, "Изгелек шишмәһе” автоном коммерцияһыҙ халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге, мәктәптәр, "Тирәккәй” балалар баҡсаһы һ.б. коллективтар үҙ биләмәләрен тәртипкә килтерҙе.
- Красноусол ауыл биләмәһе хакимиәте лә был санитар таҙартыу, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү осорона аныҡ эш планы төҙөнө, ҡарар ҡабул итте. Биләмә хакимиәтенең Төҙөкләндереү ҡағиҙәләренә ярашлы, һәр йылдағыса быйыл  да санитар таҙартыу буйынса һәр урамға ойошмалар, предприятие-учреждениелар беркетелде. Дөйөм өмә көндәрендә улар үҙ биләмәләренән тыш үҙҙәренә беркетелгән урамдарҙы ла таҙартырға, тәртипкә килтерергә тейеш. Алдағы көндәрҙә башҡалар ҙа өмәгә әүҙем ҡушылыр, һәр кем үҙенә еткерелгән бурысты атҡарып сығыр, шулай уҡ шәхси йорттар хужалары ла үҙ ихаталарын, йорт-тирәләрен таҙарта, төҙөкләндерә башлар, тип өмөтләнәбеҙ, - ти Красно-усол ауыл биләмәһе башлығы Рәүилә Мөхәмәҙиева. - Әүәлгесә аҙнаның һәр йомаһы – экологик көн, йәғни өмәләр үткәреү көнө булып тора. Ауылыбыҙ биләмәһендә йәшәүсе һәр кем был мөһим һәм кәрәкле эштән ситтә ҡалмаҫ. Әйҙәгеҙ, дөйөм көс менән биләмәбеҙҙе таҙа, матур, күркәмерәк итеү өсөн тырышайыҡ.
Индира ИШКИНА.