Дәррәү эшләнеләр
26 октября 2016 йыл | Урындағы үҙидара, Хаттар

Күпер төҙөү идеяһын Ғайса Ғәлин башҡаларға әйтеү менән һәр кем нисек ярҙам итә ала шулай күтәреп алды. Өмәнең уртаһында ҡайнап эшләп йөрөгән Азамат һәм Булат Вәлиевтар яғыулыҡ өсөн тип 1 мең һум аҡса ла бирҙеләр. Зәкир, Рәфис, Кәбир Вәлиевтар, Айбулат Ғәлин, Ғиниәт, Рим, Радмир Суфияновтар был маҡсатты хуплап, дәррәү эшләнеләр. Үҙ техникаларында Ғайса Ғәлин, Рәфис, Риназ Вәлиевтар ярҙам итте.  Айваз Йәноҙаҡов үҙ пилорамында таҡта быстырып бирҙе. Әле әҙерәк эше ҡалһа ла, башланған эш – бөткән эш, тигәндәй, ҡайҙандыр көтөп ятмай, ошолай берҙәм ҙур эш башҡарған Совхоз урамы егеттәренә ҙур рәхмәт әйтке килә.
Гөлшат ВӘЛИЕВА.
Ҡаранйылға ауылы.