Мәғлүмәт белдереүе
31 января 2017 йыл | Урындағы үҙидара

30 ғинуарҙа дүртенсе саҡырылыш район Советы депутаттарының һигеҙенсе ултырышы булып үтте.
Дүртенсе саҡырылыш Ғафури район муниципаль район Советының 2016 йылғы эшмәкәрлеге йомғаҡтары менән район Советы рәйесе Зөфәр Хафизов таныштырҙы. Артабан райондың Йәмәғәт советы рәйесе Сәлимгәрәй Байгилдинға һүҙ бирелде. 2014 йылда барлыҡҡа килгән ижтимағи ойошма былтыр байтаҡ эш башҡарған (Йәмәғәт советы рәйесенең сығышы айырым биреләсәк). Йәмәғәт советында төрлө тармаҡта эшләүсе, шулай уҡ хаҡлы ялда булған 19 кеше тупланған.
Район Советының 2017 йылға эш планы менән район Советы секретары Римма Зверева, Ғафури районы муниципаль район хакимиәтенең структураһы менән хакимиәттең кадрҙар эше буйынса әйҙәүсе белгесе Олеся Кленова, район Советы депутаттарының граждандарҙы ҡабул итеү графигы менән район Советы рәйесе Зөфәр Хафизов таныштырҙы. Көн тәртибендә ҡаралған мәсьәләләр буйынса ҡарар ҡабул ителде. Ошоноң менән район Советы ултырышы үҙ эшен тамамланы.
Район Советы ултырышында ра-йон хакимиәте башлығы Рәмил
Бохаров ҡатнашты.