Уңайлы фатирҙарҙа
30 апреля 2013 йыл | Урындағы үҙидара

Уңайлы фатирҙарҙа 26 апрелдә район Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау бүлегендә йәнә 13 Бөйөк Ватан һуғышы яугирының тол ҡатындарына торлаҡ сертификаттары тапшырылды.
Дәүләт сертификаттары тапшырыу тантанаһында район Хакимиәте башлығының төҙөлөш буйынса урынбаҫары Ф.З.Кейекбаев, район Хеҙмәт һәм халыҡты
социаль яҡлау бүлеге начальнигы урынбаҫары И.М.Ҡотов ҡатнашты.
Был көндө район
Хакимиәте башлығы урынбаҫары Фуат Ке-йекбаев Красноусолдан Гөлсөм Байдәүләтова, Раиса Бакаева, Анастасия Кухаркина, Еҙем-Ҡарандан Фәнидә Ғәбдиева, Менәүәрә Сәлихова (Ерек), Мәфруза Бәшәрова, Асия Сәфәрғәлина (Оло Үтәш), Фәйруза Исхаҡова (Яңғыҙҡайын а/с, Туғай ауылы), Зифа Усманова (Мораҡ), Рәхимә Йыһаншина (Родина), Роза Хәмиҙуллина, Агафия Кузьмина (Аҡкүл), Антонина Усковаларға (Цапаловка) торлаҡ сертификаттары тапшырҙы һәм һәр береһенә уңайлы фатирҙарҙа һөйөнөп кенә йәшәргә яҙһын, тигән теләктәрен еткерҙе. Фуат Зәки улы шулай уҡ сертификат хужаларына мөмкин тиклем яңыраҡ фатирҙар һатып алырға кәрәклеген аңғартты, сөнки һуңынан тегегә йәки быға зарланып  килеүселәр йышая. Ҡайһы берәүҙәр торлаҡ сертификаты ала, фатирҙы балаларына алып бирә лә, үҙе элекке йортонда йәшәп ҡала, аҙаҡтан өйөн ремонтлауҙа ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Ундайҙарға шуны әйтергә кәрәк, уларҙың йорто бөтөнләй иҫәптән төшөрөлә, бер тапҡыр сертификат бирелгәс, бер ниндәй ҙә ярҙам өмөт итергә тейеш түгелдәр, тине Ф.Кейекбаев.
Бөгөнгө көнгә район
буйынса 220-ләп кеше торлаҡ сертификаттарына эйә булһа, тағы ла 40-лап кеше уны алыуға сиратын көтә. Сертификат алыу буйынса беҙҙең район
республикала тәүге өсәү иҫәбендә килә.
Индира ИШКИНА.
Ф.Кейекбаев менән И.Ҡотов торлаҡ
сертификаттары тапшыра.