Ҡырағай туризмдан арынырға ваҡыт
30 апреля 2013 йыл | Урындағы үҙидара

Ҡырағай туризмдан арынырға ваҡыт23 апрелдә район Хакимиәтендә БР Туризм буйынса агентлыҡ етәксеһе урынбаҫары Сергей Михайлович Клименко йәмәғәт ҡабул итеүе уҙғарҙы.
Ҡабул итеү тураһында алдан хәбәр ителһә лә, был мәсьәлә менән ҡыҙыҡһыныусылар булманы тип әйтергә мөмкин.  Берҙән-бер кеше – Красноусолдан Айрат Фәхретдинов ҡына үҙ һорауы менән мөрәжәғәт итте. Ул район өсөн мөһим булған 3 мәсьәләне күтәреп сыҡты.
Һуңғы йылдарҙа район туристарҙы күпләп үҙенә йәлеп итеүсе төбәк булып тора. Йәйгеһен Толпарҙан Имәндәшкә тиклем Еҙем йылғаһы буйлап ҡырағай туристар килеп тула. Уларҙың уникаль тәбиғәтебеҙгә, уның байлыҡтарына зыян килтереүенә, республикала иң таҙа һыулы Еҙем йылғаһы ярҙарын сүплек батшалығына әйләндереүенә, ҡырағай туристарға ныҡлы контроль булмауға борсолоу белдерҙе ул. Ошо төбәкте айырыуса һаҡланыусы тәбиғи зона тип иғлан итеп, биләмәләрҙе
контроллек итеүҙе булдырырға кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. А.Фәхретдинов шулай уҡ Таш-Аҫты ауылы янында Еҙем йылғаһы аша йәйәүлеләр өсөн тәғәйенләнгән күперҙе еңел транспорт сығырлыҡ итеп үҙгәртеп ҡороу мәсьәләһен күтәрҙе. Автомашиналары менән йылғаны бысратып, уны кистереп сығырға мәжбүр. Ул күтәргән өсөнсө мәсьәлә - Толпар ауылынан Белорет районы йүнәлешендә башланған юл төҙөлөшөн дауам итеп, теүәлләп ҡуйыу. Был мәсьәләләрҙең барыһы ла районда туризмды үҫтереүгә йүнәлтелгән, тине А.Фәхретдинов. Шулай уҡ ҡырағай туризмдан арынырға ваҡыт етеүен белдерҙе.
БР Туризм буйынса агентлыҡ етәксеһе урынбаҫары Сергей Клименко 2016 йылға тиклем туризмды үҫтереү буйынса республика программаһына беҙҙең райондың да инеүе, әле уның буйынса эш барыуын, биләмәнең маркетингы төҙөлөүен әйтеп үтте. Ә А.Фәхретдинов күтәреп сыҡҡан мәсьәләләргә килгәндә, агентлыҡҡа ҡағылған һорауҙар етәкселеккә еткереләсәк һәм рәсми яуап биреләсәк тине С.Клименко.
И.ӘЛИБАЕВА.
С.М.Клименко (уңда) А.Фәхретдинов күтәргән мәсьәләләрҙе ентекле тыңланы.