Ентекле яуаптар алынды
25 июля 2017 йыл | Урындағы үҙидара

20 июлдә район хакимиәте бинаһында Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығы министры Динир Әсҡәт улы Әхмәтйәнов граждандарҙы ҡабул итте. Унда шулай уҡ район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Руслан Салауатов, "Ғафури лесхозы” директоры Павел Поляков, Ғафури ра-йоны буйынса "Лесничестволар идаралығы”ның бүлек начальнигы Әнәс Сәйфуллин ҡатнашты.
Тәүге һорау менән килгән эшҡыуар 2016 йылдан бирле еренә кадастр паспорты ала алмауына зарланды. Министр бар документтары менән министрлыҡҡа килергә тәҡдим итте һәм был мәсьәләне суд аша хәл итергә мөмкин икәнлеген белдерҙе.
Районда кадастр эштәрен алып барыусы "Геоплюс” ЯСЙ-һе директоры Илшат Бәхтийәров уҙған йылдың декабренән бирле межаланған ерҙәрҙе кадастр иҫәбенә ҡуйыуҙа ҡыйынлыҡтар башланыуы тураһында һөйләне. – Бар документтарҙы теүәлләп, межа планы төҙөп ауыл хужалығы министрлығына ебәрәбеҙ. Ләкин улар иҫәпкә лә ҡуйылмай, ни сәбәптән икәнлеген дә аңлатмайҙар, - тине ул. Динир Әсҡәт улы был проблеманы ла үҙ иғтибарынан ситтә ҡалдырмаясағын әйтте һәм документтарҙың күсермәләрен алды.
Министрға сабынлыҡ өсөн алынған ер участкаһына бәйле шәхси һорау менән Родина ауылынан Рөстәм Аҡбашев мөрәжәғәт итте. Уға ла ентек-ле яуап бирелде.
Артабан ауылдаштарының һорауы буйынса Толпар ауыл хакимиәтенең эштәргә идара итеүсеһе Зөлфиә Сөләймәнова ҡабул ителде. Ул төҙөлөш өсөн ер участкалары һораусыларҙың күп булыуы, ләкин ерҙәр Урман фондына ҡарау сәбәпле халыҡтың ихтыяжын ҡәнәғәтләндерә алмауҙары тураһында әйтте.
– 2013 йылда был эш менән ныҡлап шөғөлләнеп, 1 йылдан тейешле документтарҙы Мәскәүгә Рәсәй урман фондына ебәрҙек. 2015-тә улар менән бәйләнешкә инеп һөйләшеп, үҙгәрештәр кереттек, төҙәттек, проекттар эшләттек. Әлегә тиклем яуап юҡ, - тип был мәсьәләне хәл итеүҙә ярҙам һораны ул. Динир Әсҡәт улы йыл аҙағына тиклем урман амнистияһы тигән закон сығырға тейеш, шул ваҡытта бындай проблемалар булмаясаҡ, тине һәм мөмкин булған ярҙам күрһәтелер, тип билдәләне. Ҡабул итеүҙә тағы ла бер нисә кеше үҙ һорауҙарына яуап алды.
Шулай итеп, БР ауыл хужалығы министры Динир Әхмәтйәновтың граждандарҙы ҡабул итеүе эшлекле шарттарҙа үтте.
Гөлдәр КИНЙӘБАЕВА.