Беҙ әле лә сафта
29 сентября 2017 йыл | Урындағы үҙидара, Йәмғиәт

Районда медицина иҫәбендә торған 2 меңдән ашыу инвалидтың 514-е социаль пакетты һайлаған, ҡалғандары аҡсалата компенсация ала. Йылдан-йыл социаль пакеттың суммаһы кәмей бара, ә бушлай бирелә торған дарыуҙарҙың хаҡы, киреһенсә, арта. Шуға күрә ҡайһы бер ҡиммәтле препараттарҙы осһоҙло аналогтарына алыштырырға тура килә, - тине баш табип. Залдан уға һорауҙар ҙа күп булды. Һәр һорауға
ентекле яуаптар бирелде.
Артабан күп функциялы үҙәк етәксеһе Елена Хәкимова сығыш яһап, эшмәкәрлектәре тураһында һөйләне. 2015 йылда асылған был ойошма 120-нән ашыу дәүләт хеҙмәте күрһәтә. Аҡкүлдә филиалдары бар, Табын, Ҡауарҙы, Сәйетбаба ауылдарына барып хеҙмәтләндереү ҙә ҡаралған. Башҡа ауыл биләмәләре лә алдан заявка биреп, күп функциялы үҙәк белгестәрен саҡыра ала. Документтар юллағанда билдәләнгән дәүләт һалымынан тыш, хеҙмәттәр бушлай күрһәтелә. Сентябрь айында яңы хеҙмәт асылған – "Башҡортостандың социаль картаһы”н бында алырға мөмкин.
Ултырышта шулай уҡ Ауырғазы һәм Ғафури ра-йондары буйынса хәрби комиссариат белгесе Марат Йәнбәков хәрби хеҙмәткә көҙгө саҡырыу тураһында мәғлүмәт бирҙе. Урындарҙа егеттәрҙе армияға оҙатыуҙы бар ауыл менән тантаналы итеп үткәреү йолаһын тергеҙергә тәҡдим итте. Контракт буйынса хеҙмәттең шарттары, льготалары менән таныштырҙы, ауылдарҙа бер ҡайҙа ла эшләмәй йөрөгән ир-егеттәрҙе кон-
тракт буйынса хеҙмәт итергә  өндәргә саҡырҙы.
"Изгелек шиш-мәһе” ("Родник добра”) халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге етәксеһе Розалия Рахманғолова яңылыҡтар, үҙгәрештәр тураһында ҡыҫҡаса һөйләп үтте. Ғинуар айынан бирле 3 йәшкә тиклемге һәм инвалид балаларҙы ҡарап тороу хеҙмәтен күрһәтә башлауҙарын, Красноусолда социаль бөҙрәхана эшләүен, сәстәрен киҫтерергә теләүселәр булһа, ауылдарға ла йөрөйәсәктәрен белдерҙе.
Унан һуң сығыш яһаған халыҡты социаль яҡлау бүлеге етәксеһе Людмила Феоктис-това социаль туризм буйынса 2017 йылда районға барлығы 7 путевка бүленеүен, әле сиратта 800 пенсионер торо-уын әйтте. Путевка алыу өсөн бирелгән сертификаттың хаҡы 8 мең һум, инвалидтар өсөн 12 мең һум, күпселек осраҡта республика, шулай уҡ "Алтын ҡулса” һәм Ҡырым буйлап сәйәхәттәр тәҡдим ителә, тине ул. "Өсөнсө быуын университеты” эшмәкәрлегенә туҡталып, быйыл дәрестәрҙең октябрь айында башланасағын һәм дауалау-физкультура комплексы йүнәлешендә, бейеү, компьютерға өйрәнеү курстарында 20-шәр кеше шөғөлләнәсәген әйтте.
Ултырыштың йомғаҡлау өлөшөндә район ветерандар советы рәйесе Эльвира Мөлөкова сығыш яһаны. Красноусолда тыл хеҙмәтсәндәренә һәйкәл ҡуйҙырыу өсөн
республика грантында ҡатнашасаҡтары, Ололар көнөн үткәреүгә әҙерлек һәм башҡалар тураһында мәғлүмәт еткерҙе. Эльвира Әнүәр ҡыҙы райондың хәрби хәрәкәттәр ветерандары ойошмаһының яңы рәйесе Илфат Закиров менән таныштырҙы. Ул ра-йонда хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан яугирҙарҙың йәмәғәт эштәрендә әүҙемлек күрһәтеүҙәрен, уҡыусыларҙа, йәштәрҙә илһөйәрлек тәрбиәләүҙә, төрлө мәҙәни, спорт сараларында теләп ҡатнашыуҙарын, күп эштәрҙе башлап йөрөүҙәрен билдәләне. Салауат ҡалаһында эшләп килгән "Хәрби туғанлыҡ” ойошмаһының ветерандарға бушлай юридик ярҙам күрһәтеүен, шулай уҡ Рәсәй Президенты гранты буйынса илебеҙҙең 16 шифаханаһында ғаилә менән бушлай ял итеү мөмкинлеге булыуын әйтте. Хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан яугирҙарға сәләмәтлектәрен нығытыу маҡсатында Өфө ҡалаһы эргәһендәге Базилевка ауылында урынлашҡан реабилитация үҙәгендә 40 көн һуҙымында бушлай дауаланып ҡайтыу мөмкинлеге барлығын да еткерҙе.
Залдағыларҙың һорау-ҙарына яуаптар бирелеп, тәҡдимдәр тыңланғас, ултырыш үҙ эшен тамамланы.
Гөлдәр КИНЙӘБАЕВА.