Лицензияһыҙ алкоголь һатыу кеҫәгә ныҡлы һуға
29 сентября 2017 йыл | Урындағы үҙидара, Йәмғиәт

Башта һүҙ Е.Паничеваға бирелеп, ул эшҡыуарҙарға алкоголь һатыуҙы көйләү өлкәһендәге талаптарҙы аңлатып үтте, сауҙа ҡағиҙәләрен үтәмәгән осраҡта яуаплылыҡ хаҡында иҫкәртте. Ф.Карюков коллегаһын тулыландырып, эшҡыуарҙарға ҡағылышлы талаптар, атап әйткәндә, санитар, ойоштороу һәм башҡа нормалар хаҡында бәйән итте. Артабан урындағы эске эштәр бүлеге вәкилдәре төндә алкоголь һатыуҙың ниндәй эҙемтәләргә килтереүен, кире күренештәрҙе барланы. Мәҫәлән, район үҙәгендәге бер нисә дөйөм туҡланыу нөктәһе, йәғни кафелар таңға тиклем эшләүен, улар йыш ҡына  криминаль мәғлүмәттәрҙә сағылыш табыуын бер ни менән дә аңлатып булмай. Һуғыш-талаштың, унда килеүселәрҙең телефондары, документтары, ҡиммәтле әйберҙәренең юғалыуы даимиға әүерелеүе һыҙыҡ өҫтөнә алынды. Араларынан Красноусол үҙәгендә урынлашып, таңғы 5-кә тик-лем эшләгән бер кафеның эшмәкәрлеге тәнҡит утына тотолдо. Йәмәғәт туҡланыу ойошмаһындағы  йәмһеҙ күренештәр үҙендә насар тәьҫорат ҡалдыра. Полицияла ағымдағы йыл башынан был кафела телефон юғалтыуҙан алып күмәк һуғыш ойоштороуға тиклем ике тиҫтәләп мөрәжәғәт  ҡабул ителгән. Уның эш режимы ғәҙәти көндәрҙә төнгө сәғәт 2-гә тиклем булһа, ә инде ял көндәрендә  бында хәмер һемереп, күңел асырға яратыусыларға таңғы сәғәт 5-кә тиклем "хөрриәт”. "Нимә өсөн кәрәк булды бындай эш режимы?” – тигән һорау бирҙе район хакимиәте вәкилдәре. Билдәле: уларҙы бер ни ҙә ҡыҙыҡһындырмай, барлыҡ уйҙары күберәк килем алыу, йәғни кеҫәләрен ҡалынайтыу. Ә бит бында күпселектең йәштәр булыуын, уларҙың файҙалы күңел асыуын ойоштораһы урынға күрәләтә эскелеккә этәреүҙәрен күрәме икән кафе хужалары? Әлбиттә, эшҡыуарҙарҙың эш графигын үҙҙәре билдәләргә хоҡуғы бар, әммә кеше факторы, әхлаҡи ҡараш, намыҫ хаҡында ла оноторға ярамайҙыр.
"Түңәрәк өҫтәл” артында һөйләшеүҙә власть һәм күҙәтеү органдары вәкилдәре эшҡыуарҙарға кәңәштәр бирһә һәм уларҙы намыҫлыҡҡа саҡырһа, ә закон боҙған осраҡта уларҙы аныҡ яза көтөүе һыҙыҡ өҫтөнә алынды.
Һәр кем өсөн фәһемле булған был сараны йомғаҡлап,  йәмәғәт туҡланыуы ойошмалары хужаларына эш режимын көйләүгә, видеокүҙәтеү ҡоролмалары урынлаштырыуға ҡағылышлы мәсьәләләрҙә кәңәштәр, тәҡдимдәр әйтелде. Шулай уҡ биләмәләрен таҙа һәм тәртиптә тотоу, ҡалдыҡтарҙы түгеүҙә килешеүҙәр төҙөшөү мәсьәләләре лә иғтибар үҙәгенә алынды.
И.ӘЛИБАЕВА.