Муллыҡ тантана итте
10 октября 2017 йыл | Урындағы үҙидара, Ауыл хужалығы, Йәмғиәт

Байрамдар уңайынан ойошторолған көҙгө йәрминкәне халыҡ һәр йылдағыса  түҙемһеҙлек менән көтөп алды. Сөнки ғәҙәти көндәрҙәгегә ҡарағанда бында һәр төрлө кәрәк-яраҡты сағыштырмаса осһоҙораҡ хаҡҡа һатып алыу мөмкинлеге бар.  Күпләп мал-тыуар аҫраусылар, баҡса тултырып йәшелсә-емеш үҫтереүселәр үҙенән артҡанын һатып, бер ни тиклем ғаилә бюджетын тулыландырыуға иҫәп тотһа, красноусолдар йәрминкәлә шулай уҡ осһоҙораҡҡа ит, ҡышҡылыҡҡа етерлек  бәрәңге, кишер, кәбеҫтә, ҡыҙыл сөгөлдөр, мал-тыуарына, ҡош-ҡортона аҙыҡ, иген һатып алырға өмөтләнә.
Район хакимиәте бинаһы алдындағы майҙанда уҙған йәрминкәлә халыҡ араһында ҙур һорау менән файҙаланылған бөтә тауарҙар ҙа мулдан булды. Ысынлап та, ике яҡлап теҙелеп киткән сауҙа рәттәренән нимәләр генә тәҡдим ителмәне халыҡҡа. Красноусолдан Р.Хәкимова һатыуға төрлө дарыу үләндәре, М.Солтанов бал (кәрәҙлеһе лә бар ине), М.Насирова ҡара миләш, энәлек, гөлйемеш, Ф.Солтанова һарыҡ, ҡаҙ, ә Фәхретдиновтар һыйыр ите, Яңы Бурлы ауы-лынан Эльза менән Рәйлә Мырҙағоловалар ҡымыҙ, ҡаймаҡ, һөт, май, эремсек, ҡаҡ, бәшмәк (берәүһе хатта 2,8 кило тарта, Рәйләнең ире урмандан табып алып ҡайтҡан), Ҡормантауҙан Р.Биктимеров бал, һарыҡ ите, май, Табын ауы-лынан С.Степаненко ит, һөт, ҡаймаҡ, эремсек,  Сәйетбаба ауылынан Ф.Хәйруллин ит, йүкә балы, З.Шәмситова йомортҡа, Лоҡмановтар ярымфабрикаттар, Фәйзуллиндар төрлө бәлештәр, Толпар ауылынан Фәхретдиновтар һарыҡ ите, май, һөт, ыҫланған ҡорот, ҡабаҡ, пихта миндеге, хатта мунса ташы ла килтергәндәр, Войновканан Каревтар, Ерофеевтар ит-һөт изделиелары, Аҡкүлдән Мансуровтар, Н.Александрова, Н.Афанасьева һәр төрлө йәшелсәләр,  Иҫке Та-йыштан В.Абдрахманова һарыҡ ите, ҡорот, май, эремсек, бал, ошо уҡ ауылдан Кинйәбулатовтар, Юрмаштан Шәмсетдиновтар, Таш-Аҫтынан Зәйнешевтар һыйыр ите, Ҡарағайҙан Р.Зәйнетдинов һарыҡ ите, ҡаймаҡ, эремсек, ҡорот, Ташбүкәндән А.Лапшева һарыҡ, күркә ите (бәләкәй һарыҡ дәүмәлендәге күркәнең бер түшкәһе 14-15 килограмм тарта!), май, Ғ.Насирова һәм Р.Зөбәйҙуллина май, ҡаймаҡ, ҡорот, эремсек, Игенйылғанан Р.Йәғәфәров эре-эре һуғандар, кишер, ҡабаҡ, Ташлынан Ғафаровтар һәм Савельевтар малсылыҡ продукциялары, дарыу үләндәре, бал, Мораҡтан Г.Осипов балан,  дарыу үләндәре килтергән. "М.Алиян” ауыл хужалығы предприятиеһы үҙҙәрендә етештерелгән сыр, ит-һөт, Стәрлетамаҡ районынан килгән фермер хужалығы йәшелсә-емеш тәҡдим итте. Был көндө шулай уҡ "Ғафури” Ҡулланыусылар йәмғиәте икмәк-ҡалас, кондитер изделиелары менән сауҙа итте. Райондың ҡайһы бер белем биреү учреждениелары ла ситтә ҡалманы йәрминкәнән. Еҙем-Ҡаран, Ибраһим, Бурлы, Березовка һәм башҡа мәктәптәр мәктәп яны баҡсаларында үҫтерелгән йәшелсә-емеш һәм башҡа әйберҙәр менән һатыу итеп, үҙ уҡыу йорттарына ярайһы ғына табыш килтерҙе.
Дөйөм алғанда, йәрминкә ике яҡ өсөн дә отошло булды, һатыусылар ҙа, һатып алыусылар ҙа ҡәнәғәт булып таралышты.
И.ӘЛИБАЕВА.