Юл төҙөлөшөн йылдам темпта
13 октября 2017 йыл | Урындағы үҙидара, Йәмғиәт

Октябрь айының өсөнсө йәкшәмбеһендә (быйыл ул 15 октябргә тура килде) юл хужалығы, шул иҫәптән "Башкиравтодор” йәмғиәтенең   Ғафури юл төҙөү-ремонтлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре лә үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Ошо уңайҙан ра-йон юл төҙөү-ремонтлау идаралығы начальнигы  Зөфәр Мәғәсүм улы ХАФИЗОВ эшмәкәрлектәре менән таныштырҙы. Һүҙ – етәксегә:
-70 кешенән торған беҙҙең район юл төҙөү-ремонтлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамды уңыштар менән ҡаршылай. Быйыл хеҙмәткәрҙәребеҙ тарафынан планда ҡаралған ҙур күләмдә эштәр башҡарып сығылды, йәғни юлдар төҙөлөшө йылдам темпта барҙы. Әлеге мәлдә идаралыҡ юлсылары Красноусолда Һамар биҫтәһендәге Завод урамы юлының (Уҡытыу үҙәгенән (УПК) алып Свердлов урамына тиклем) 1,3 километр оҙонлоҡтағы өлөшөнә асфальт һалыу менән мәшғүл. Был участкала эш башланғанға тиклем Свердлов урамындағы яңы төҙөлгән социаль йорттоң ишек алдары, биләмәһе, бында инеү юлы асфальтланды. Быйыл шулай уҡ беҙҙең тарафтан Антоновка ауылы янындағы Аҡкүл күперен ремонтлау тамамланды. Был ағас күперҙең япмалары тулыһынса  тимер-бетонға алыштырылды, шулай уҡ асфальт түшәлде. Район үҙәгенең Новосельская (Тимирязевтан Коммунистик урамынаса), Көнсығыш урам (К.Маркстан Коммунистик урамғаса) юлдары тулыһынса, ә Блюхер урамының 500 метр оҙонлоҡтағы, Аэродром урамы юлы  өлөшләтә асфальтланды. "Красноусол” шифаханаһы, "Домовой”, "Рулевой” сауҙа нөктәләре, "Восход-СТ” предприятиеһының Антоновка менән Родина ауылдарындағы базаһы, ырҙын табағы, Табын ауылы коррекция мәктәбе биләмәләрен, Балалар шифаханаһының административ бинаһы алдын асфальтлауҙа ҡатнаштыҡ. Быларҙан тыш Сәйетбаба, Бельский (Краснодубровка ауылына ингән урында ҡырсынташ түшәлде), Бурлы (Ҡормантау ауылының Партизан, Йәштәр, Мәктәп урамдары юлдары), Табын (Киров, Йылға), Үтәк (Баҡса, Буденный), Еҙем-Ҡаран (Оло Үтәш ауылының Дуҫлыҡ, Йылға, Ибраһимда Көнбайыш  урамдары юлдары), Ташбүкән (Ҡурғашлыла Урман, Үҙәк урам юлдары) ауыл биләмәләрендәге юлдарҙы ремонтланыҡ. Имәндәш ауыл биләмәһендә Некрасовканан Яңы Тайыш ауылына илткән юлды ремонтлау буйынса уғата ҙур эш башҡарылды.
Планға ярашлы, территориаль заказға килгәндә, беҙҙең тарафтан Архангел – Красноусол автомобиль юлының Табын ярҙамсы хужалығы - Павловка өлөшөндә 2 километр оҙонлоҡтағы юл ремонтланды, шулай уҡ Ишембай – Красноусол автомобиль юлының 111-се километрынан алып юлдарҙы ремонтлай башланыҡ (план өс йылға бирелеп, быйыл йыл аҙағынаса 600 метрында эштәрҙе теүәлләргә тейешбеҙ).
"Йәшлек” ял паркын төҙөкләндереүгә ифрат ҙур өлөш индерҙек. Хеҙмәткәрҙәребеҙ көсө менән парк биләмәһе асфальтланды, бейеү майҙансыҡтары һәм башҡа эштәр башҡарылды.
Юлдар төҙөү, ремонтлау менән бер рәттән беҙҙең иңгә шулай уҡ муниципаль-ара юлдарҙы тәртиптә тотоу бурысы ла һалынған. Был тәңгәлдә лә ҙур эш алып барыла. Юл ситтәрен, юлды ҡаплап үҫкән ҡыуаҡлыҡтарҙы сабабыҙ,  ямғыр һыуҙары ағып төшкән торбаларҙы таҙартабыҙ, юлдарҙың соҡор-саҡырлы урындарын ямайбыҙ. Барлыҡ, шулай уҡ юлдарҙы тәртиптә тотоуға, ҡарҙан таҙартыуға ҡулайлаштырылған техниканы ҡышҡы шарттарҙа эшләүгә көйләйбеҙ, боҙлауыҡ мәленә юлдарға һибеүгә ҡатнашма әҙерләүгә тоҙ, ҡом туплайбыҙ. Ошо барлыҡ эштәрҙең артында берҙәм һәм эшлекле коллектив тора. Хеҙмәткәрҙәребеҙҙең береһен дә айырым билдәләргә мөмкин түгел, барыһы ла үҙҙәренә еткерелгән бурыстарға яуаплы ҡарай, һынатмай. Традицияға ярашлы, һөнәри байрамыбыҙ уңайынан араларынан бер нисәүһен бүләкләүгә тәҡдим иттек. Тракторсы Ғәле Борханов, водитель Рәзиф Рәхмәтуллин, юл эшсеһе Андрей Худяков "Башкиравтодор” йәмғиәтенең Маҡтау грамотаһы, юл транспорты слесары Ғарифулла Зөлҡәрнәйев, производство базаһы ҡарауылсылары Илдар Кәримов, Ришат Рәхмәтуллин, Георгий Афанасьев,  бухгалтер Надежда Новикова,  мастер Ирик Стукалов, водитель Илдар Зәйнуллин, АЗС операторы Әлфинур Ғәббәсова, тракторсы Сергей Федоров, кадрҙар буйынса белгес Гүзәл Хурамшина район хакимиәте һәм район Советының Маҡтау грамоталары, экскаватор машинисы Вячеслав Назаров, тракторсы-машинист Сергей Шестаков идаралыҡтың Рәхмәт хаттары менән бүләкләнәсәк.
Форсаттан файҙаланып, барлыҡ коллективты, хаҡлы ялдағы ветерандарыбыҙҙы (улар 31 кеше), һөнәрҙәре юл хеҙмәте менән бәйле кешеләрҙе һөнәри байрамыбыҙ – Юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө айҡанлы ихлас күңелдән тәбрикләйем. Һаулыҡ, бәхетле оҙон ғүмер, ғаилә именлеге, эштәрендә уңыштар, байрамса кәйеф теләйем.
Индира ИШКИНА яҙып алды.