Велосипедта ла уҙыштылар, йүгерҙеләр, зирәклектә лә көс һынаштылар...
13 октября 2017 йыл | Урындағы үҙидара, Спорт

Уҙған шәмбе Республика көнө һәм Красноусолдың 265 йыллығы уңайынан ойошторолған спорт сараларына ифрат бай булды. Спорт фестивале Красноусол урамдары буйлап велосипедта уҙыштан башланды.
Красноусолдар өсөн яңы һәм ҡыҙыҡлы булған был спорт төрө 14-тән 60 йәшкә тиклемге 80-ләп велосипедсыны үҙенә йәлеп итте.  "Еҙем” физкультура-һауыҡтырыу комплексынан башланған уҙыш  үҙәк майҙанда тамамланды. Велоуҙыш байрамдар уңайынан сәләмәт йәшәү рәүешен, экологик йәһәттән таҙа транспорт сараһын пропагандалау акцияһы сиктәрендә уҙҙы. Унда ҡатнашҡан һәр кем иҫтәлекле символик "велоуҙыш” магнитына эйә булды. Уҙышсылар араһында 60 йәшлек спорт ветераны Фәтҡулла Әхмәтйәнов та бар ине. Спорт комитеты рәйесе Шамил Хәкимов әйтеүенсә, велоуҙыш красноусолдарға бик тә оҡшаған, хатта уны ярыш формаһында ойоштороу тәҡдимен дә белдергәндәр.
Артабан спорт байрамы "Йәшлек” ял паркында дауам итте. Традицияға ярашлы йүгеректәр бында көҙгө кросҡа йыйылды. Ярышта Красноусолдағы өс, Сәйетбаба, Аҡкүл, Игенйылға, Табын, Курорт, мәктәптәре, гимназия уҡыусылары, студенттар, өлкән йәштәгеләрҙән бөтәһе 150-ләп еңел атлет ҡатнашты. Йүгеректәр йәш төркөмдәре буйынса уҙышты. Үҫмерҙәр үҙ дистанцияларын елдәй елеп үтһә, өлкәнерәктәр араһында 3-5 километрға ярышта бары тик сыҙамлылар һәм таҫылдар  ғына финишҡа тәүгеләрҙән булып килеп етте. Ниһайәт, ҡыҙҙар араһында үҙ йәш төркөмдәрендә Красноусолдағы 1-се урта мәктәптән Карина Торопкина, Азалия Йәғәфәрова (Курорт мәктәбе), Марина Собарева (3-сө мәктәп), үҫмерҙәрҙән  Арыҫлан Юлмөхәмәтов (2-се мәктәп), Савелий Афанасьев менән Егор Ергунов (икеһе лә 1-се мәктәптән) 1-се урын яуланы. Өлкән  класс уҡыусылары араһында Данил Ергунов (1-се мәктәп) менән Татьяна Кириллова (Аҡкүл мәктәбе) еңеүсе булды. Студенттар араһындағы бәйгелә билдәле спортсы Эдуард Өмөтбаевтың, ҡатын-ҡыҙҙар араһында Оксана Родионованың һөҙөмтәләре иң юғарыһы булды.
Команда беренселегендә Красноусолдағы 1-се һәм 3-сө мәктәп йүгеректәре еңеүсе тип табылһа,  Сәйетбаба һәм Аҡкүл мәктәптәре командалары ла үҙҙәренә тәғәйен бүләктәрен алды.   
Спорт комитеты рәйесе Ш.Хәкимов еңеүселәрҙе тантаналы шарттарҙа Дип-ломдар, миҙалдар, кубоктар менән бүләкләп үтте. Шамил Шакир улы, бер спорт сараһынан да ҡалмай, ҡатнашып килгән, һәр кемгә сәләмәт һәм әүҙем йәшәү рәүешендә  өлгө булып торған спорт ветерандары Фәтҡулла Әхмәтйәнов менән Фаил Ғафаровтың һөҙөмтәләре бик яҡшы булыуын билдәләне. Тәүгеһе дистанцияны - 12.18, ә һуңғыһы 12.36 минутта үтте.
Байрам көнөндә көҙгө кросс менән бер рәттән  Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә волейбол, шахмат турниры, 1-се урта мәктәптә урам баскетболы, ФОК-та йөҙөү буйынса ярыштар үтте.
И.ӘЛИБАЕВА.