Киләсәкте хәстәрләп
21 ноября 2017 йыл | Урындағы үҙидара

Киләсәкте хәстәрләп
Киләсәкте хәстәрләп
Киләсәкте хәстәрләпУрындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы бынан ике йыл элек булдырылғайны. Ошо арауыҡта районда байтаҡ эштәр башҡарылды. Былтыр Аҡкүл клубын ремонтлау, Толпарҙа янғынға ҡаршы насостар, Бельский ауыл биләмәһендә "МТЗ” тракторы һатып алыу һәм башҡа эштәр атҡарылды. Быйыл иһә Имәндәш ауыл биләмәһе "МТЗ” тракторы алды, Красноусолда "Йәшлек” ял паркы ошо программа буйынса яңыртылды, ошо уҡ программа буйынса Бурлыла мәҙәниәт усағы, Йөҙимәндә һыу үткәргес яңыртыла.
Ә бына Үтәк ауылы халҡы дөйөм йыйылышта балалар майҙансығы һатып алыу хаҡында һүҙ ҡуҙғатҡан һәм уны эшләп тә ҡуйған. Үткән йомала балалар майҙансығы тантаналы шарттарҙа асылды. Көн бер аҙ болоҡһоп, ҡар ҡатыш ямғыр яуып тороуға ҡарамаҫтан, йәше-ҡарты һәм балалар ауыл мәҙәниәт йорто эргәһенә йыйылды. Тәүге һүҙ Үтәк ауыл биләмәһе башлығы Фәрит Бохаровҡа бирелде.
- Был программала ҡатнашыу өсөн февраль, апрель, май айҙарында халыҡ менән дөйөм йыйылыштар үткәрелде. Унан инде документтар тултырыу, халыҡтан аҡса йыйыу эштәре башланды. Инициатив төркөмдәге ауыл старостаһы Ишбулды Ғиззәтуллин, китапханасы Гөлназ Маннанова кеүек уңғандарға ҙур рәхмәтлемен. Шулай уҡ ошо эште атҡарыуға аҡсалата ярҙам күрһәткән шәхси эҡыуарҙар – Руслан Рәжәпов, Алик Арыҫланов, Винер Бохаров, Ғәле Фәйезов, Әлфиә Фәйзуллина, Азат Кәримов,
Рауил Ғафаров кеүек егеттәргә лә рәхмәтем ҙур. Документ әҙерләүҙә ауыл хакимиәтенең эштәргә идара итеүсеһе Зөлфиә Абдрахманованың ярҙамы ҙур булды. Ә инде ауылыбыҙҙың декоратор-дизайнеры, рәссамы Илдар Баймөхәмәтов балалар майҙансығының проектын ғына эшләп ҡалманы, ошо майҙансыҡҡа 50 мең һумлыҡ ҡапҡа эшләп бүләк итте, майҙансыҡҡа ҡауҙы (аист) һындары урынлаштырҙы. Шулай уҡ майҙансыҡты уратып кәртәләп алыуҙа Илшат Аҙнабаев менән Ринат Маликов ҙур тырышлыҡ һалды. Биләмәгә ҡом-таш һалыуҙа Булат Һатлыҡовтың да тырышлығы ҙур булды һәм уларҙың һәммәһенә лә ҙур рәхмәт белдерәм, ауылыбыҙҙа балаларҙың шат тауыштары гөрләп торһон, - тине ауыл биләмәһе башлығы Фәрит Бохаров.
Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Руслан Салауатов Үтәк ауылы халҡын һәм балаларҙы ошондай майҙансыҡ асылыуы айҡанлы ихлас ҡотланы, уйын әйберҙәрен ватмай, ҡәҙерләп һаҡларға саҡырҙы.
Ауыл старостаһы Ишбулды Ғиззәтуллин ошо программаға инә алғандары өсөн ауыл биләмәһе башлығы Фәрит Радик улына ҙур рәхмәт белдерҙе.
Бына тантаналы мәл етә – ал таҫманы киҫеү хоҡуғы балаларҙың үҙҙәренә – Алһыу Маннанова менән Алик Һатлыҡовтарға бирелә. Ысынлап та, дан итеп төҙөлгән балалар майҙансығы. Бер нисә урында бәүелсәк, әйләнмәләр, шыуып төшөү урындары урынлаштырылған. Бәләкәй балаларға ҡомда уйнау урыны ла бар. Йәйге эҫелә ҡояштан һаҡланыу өсөн япмаһы ла булдырылған. Дөйөм алғанда, Үтәк ауыл мәҙәниәт йорто эргәһендә урынлаштырылған балалар майҙансығы балаларҙың шат тауышынан гөрләп торор,
ауылда тыуымдың артыуын һәм Үтәк  мәктәбенең яңынан урта мәктәпкә әүерелеүен теләргә ҡала.
Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы буйынса булдырылған был майҙансыҡ бер миллион һумдан ашыу хаҡҡа төшкән. Шуның 112 мең һумын ауыл халҡы, 112 мең һумын ауыл биләмәһе, 95 мең һумын эшҡыуарҙар һәм 750 мең һумын дәүләт ҡаплатҡан. Районда 16 ауыл биләмәһе араһында тик 6-һы ғына ошо программала ҡатнашыу хоҡуғы ала алыуҙары үтәктәрҙең ныҡышмалылығы һөҙөмтәһе тип ҡарарға кәрәктер. Унан килеп, был программала балалар майҙансығы булдырыу өсөн башҡа ҡатнашыусы ла юҡ. Башҡа ауыл биләмәләрендә сетерекле башҡа мәсьәләләр етерлек. Йәғни Үтәк ауыл биләмәһе башҡаларҙан бер аҙым алда бара. Башҡа ауыл биләмәләрендә газ һәм һыу булмаған осорҙа уҡ әлеге район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаров хәстәрлеге менән канализацияһына тиклем үк эшләтеп ҡуйҙылар бында. Газ, һыу, канализация бар, ауыл урамдарына асфальт түшәлгән, төндә яҡтылыҡ, янғын һағы посы бар, шуға ла халыҡтың ҡалалағы кеүек балалар майҙансығы һорауы ғәжәп күренеш түгел. Әлбиттә, райондың башҡа ауылдары өсөн был сәйерерәк күренә. Үтәк ауыл биләмәһе үҙәк ауылды ғына ҡарамай, быйыл Туғай һәм Игенселәр ауылдарында ла хаҡы йөҙәр мең һумлыҡ булған балалар майҙансығы урынлаштырылған. Был да киләсәкте ҡайғыртып эшләнгән эштәрҙең береһе. Бына шулай йәшәй үтәктәр.
Самат ҒӘЛИУЛЛИН.