Эшлекле һөйләшеү булды
28 ноября 2017 йыл | Урындағы үҙидара

Эшлекле һөйләшеү булдыГәзиттә хәбәр ителеүенсә, 27 ноябрҙә "Берҙәм Рәсәй” партияһының 16 йыллығына арналған граждандарҙы ҡабул итеү аҙналығы башланды. Уның тәүгеһен ра-йон хакимиәте башлығы Р.З.Бохаров уҙғарҙы.
Уның эшендә ра-йон хакимиәтенең эштәргә идара итеүсеһе Ш.Н.Хәбибуллин, хакимиәт белгесе Г.Ф.Ардаширова, КУС рәйесе Э.М.Сөләймәнова ҡатнашты. Ҡабул итеүгә килеүселәр араһында төрлө һорауҙар булды. Заречный ауылы старостаһы Мәрйәм Әхмәтйәнова ауыл урамдарында юлдарҙың насарлығына һәм уҡыусыларҙы йөрөтә торған автобус туҡталышында бағаналарҙа яҡтылыҡ булмауға зарланып килгән. Рәмил Зәкәриә улы уны иғтибар менән тыңлағандан һуң, юл мәсьәләһе киләһе йылда хәл ителәсәк, әлегә юлды күтәртеү эштәре башланған, тине. Икенсе һорау буйынса тейешле ойошмаға шылтыратып был етешһеҙлекте бөгөн үк бөтөрөргә ҡушылды.
Красноусол ауылының Новоселка урамында йәшәүсе Альбина Хәмитова урамдың үҙҙәре йәшәгән өлөшөндә юл ҡасан төҙөкләндереләсәк тигән һорау менән килгән. Быға тиклем Красно-усол ауыл хакимиәтенә, депутатҡа мөрәжәғәт итеп ҡараған. Район етәксеһе уға, был мәсьәләне ентек-ле өйрәнеп, урынға барып ҡарағандан һуң, юл картаһы төҙөләсәк, киләһе йылда эшләргә тырышырбыҙ, тип яуап бирҙе.
 Красноусолда йәшәүсе Владимир Андреев ҡабул итеүгә торор ере юҡлыҡҡа, төҙөлөш эштәрен башҡарыр өсөн ер алырға ярҙам итеүҙәрен үтенеп килгәйне (һүрәттә). Уға хакимиәт исеменә ғариза яҙырға тәҡдим ителде.  Был мәсьәлә лә закон сиктәрендә хәл ителер, тине Р.З.Бохаров. Дөйөм алғанда, ҡабул итеү эшлекле шарттарҙа үтте.
Г.СИРАЕВА.