Власть халыҡты онотмай “Берҙәм Рәсәй” акцияһы дауам итә
01 декабря 2017 йыл | Урындағы үҙидара

Власть халыҡты онотмай “Берҙәм Рәсәй” акцияһы дауам итәҠабул итеүҙең сираттағыһы 29 ноябрҙә Рәсәй Федерацияһы  Дәүләт Думаһы депутаты Алексей Николаевич Изотов уҙғарҙы. Уның эшендә депутаттың ярҙамсыһы Регина Тимерғәлина, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Руслан Салауатов, "Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының урындағы бүлексәһе етәксеһе Елена Жукова ҡатнашты.  Ҡабул итеүгә районыбыҙҙың бер нисә ауыл биләмәһе башлығы килеп, депутатҡа үҙ биләмәләрендәге халыҡты борсоған һорауҙарҙы еткерҙе.
Имәндәш ауыл биләмәһе башлығы Әхнәф Ноғайғолов Таш-Аҫты ауылы янында Еҙем йылғаһы аша һалынып, 2000 йылда  йәйәүлеләр өсөн аҫылмалы күпер файҙаланыуға тапшырылған, хәҙер уны еңел автомашиналар сығырлыҡ итеп үҙгәртеп ҡороуҙа ярҙам һорап мөрәжәғәт итте. Күпер төҙөлөшөн башҡарған подрядсы ойошма 2015 йылда үҙ теләге менән был эште башлаған булған, әммә 30 метр тирәһе өлөшкә тимер һалғандар ҙа  ташлап ҡуйғандар. Алексей Николаевич уны иғтибар менән тыңлағандан һуң, был мәсьәләне район хакимиәте менән берлектә хәл итербеҙ, тип яуапланы.
Аҡкүл ауыл биләмәһе башлығы Рифҡәт Мөхәррәмов Войновка (200-ҙән ашыу кеше йәшәй) һәм Ивановка (150 кеше) ауылдарын "зәңгәр яғыулыҡ”ҡа тоташтырыу мәсьәләһен күтәрҙе.
Толпар ауыл биләмәһе башлығы Валерий Локоленко ауылдағы буш ятҡан участкалар  дәүләт урман фондына (Мәскәүгә) ҡарағанлыҡтан, ауыл кешеләренә йорт төҙөү өсөн ер участкалары бүлеп бирә алмауҙарына зарланды. Бер нисә йорттоң тап ошо фондҡа тап килеп, хужалары үҙ участкаларын рәсмиләштерә алмауҙарын белдерҙе. 2014 йылдан бирле ҡайҙа ғына мөрәжәғәт итмәгәндәр, әммә был сетерекле мәсьәлә хәл ителмәй ҡала бирә. А.Изотов бөтөн документацияларын, мөрәжәғәттәрен бергә туплап үҙенә ебәреүҙе һораны һәм артабан Мәскәүҙә уның буйынса эшләйәсәген белдерҙе.
Ташлы ауыл биләмәһе башлығы Урал Вәзиров иһә ауылға мәҙәниәт йорто төҙөү мәсьәләһен күтәрҙе. Әммә уға яуап шул булды, был хаҡта һүҙ йөрөтөү иҫкелек форматы. Ауыл-да булған ниндәй ҙә булһа бинаға, мәҫәлән, мәктәпкә айырым инеү урыны булдырып, клубты унда  күсереү кеүек мөмкинлекте уйларға кәрәклеге әйтелде.
Район хакимиәтенең физик культура һәм спорт бүлеге начальнигы Шамил Хәкимов, спорт ветераны, волонтер Ғайса Кейекбаев саңғы спортын юғарыраҡ кимәлгә күтәреү, республика ярыштарын беҙҙә уҙғарыуға өлгәшеү йәһәтенән сифатлы саңғы трассаһы һалыу өсөн "Буран”  ҡаргиҙәренә мохтажлыҡ кисереүҙәрен белдерҙеләр һәм уны алыуҙа ярҙам һорап мөрәжәғәт иттеләр.  Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Сергей Чебурашкин иһә спортсыларҙы республика, төбәк ярыштарына йөрөтөү өсөн үҙ транспорттары булмауы ҙур ҡыйынлыҡ тыуҙырыуына зарланды. Һәм "Газель” юллап алып бирелһә, бик рәхмәтле булыуҙарын белдерҙе.  Алексей Николаевич һорауҙарҙың барыһын да иғтибар менән тыңлағандан һуң, тәүгеһенә яуап итеп, "Аныҡ эштәр” программаһы буйынса районға бүленгән аҡсаны район хакимиәте ҡарары менән ҡаргиҙәр алырға тотоноу мөмкинлеге булыуын билдәләп үтте.  Ә икенсеһе - өйрәнеүҙе талап иткән мәсьәлә яҙып алынды.
Район мәҙәниәт бүлеге мөдире Елена Соколова  район мәҙәниәт һарайында ойошторолған интерактив робототехника  клубын йыһазландырыу, унда курстарҙа шөғөлләнеүселәр өсөн 24 комплект ноутбук (әле 6 дана ғына бар) талап ителеүен бәйән итте. А.Изотов   мәсьәләнең район хакимиәте менән берлектә хәл ителеүен, был тәңгәлдә артабан да ярҙам буласағын белдерҙе.
Аҡкүл ауыл биләмәһенә ҡараған Дмитриевка ауылынан Гөлшат Савина менән Надежда Бобрик (икеһе лә ситтән күсеп килеп йәшәй) юлһыҙ интегеүҙәренә,  бағаналарҙа электр уты янмауға, магазин-дарыухана булмауға, көтөү ойошторолмауға, берәҙәк малдарҙың йылғаны бысратыуына һәм башҡаларға зарланды. Урында хәл итерҙәй мәсьәләләргә Аҡкүл ауыл биләмәһе башлығы Р.Мөхәррәмов яуап бирҙе.  Был ауылға юл  булыуын, бары тик яҙ көнө генә күл янындағы юлдың 500 метр арауыҡтағы өлөшөн ташҡын һыуҙары йыуып, юлды үткеһеҙгә әйләндереүен белдерҙе.  
Шәхси һорауҙар менән мөрәжәғәт итеүселәр ҙә булды.
РФ Дәүләт Думаһы депутаты А.Н.Изотов күтәрелгән һәр бер һорауҙы ентекле тыңланы, аныҡ яуаптар бирҙе, өйрәнеүҙе, хәл итеүҙе талап иткәндәре яҙып алынды. Дөйөм алғанда, йәмәғәт ҡабул итеүе эшлекле шарттарҙа үтте.
И.ӘЛИБАЕВА.