Власть халыҡты онотмай
01 декабря 2017 йыл | Урындағы үҙидара

Власть халыҡты онотмай Гәзиттә хәбәр итеүебеҙсә, "Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһы акцияһына ярашлы, граждандарҙы ҡабул итеү аҙналығы дауам итә. Уның сираттағыһын 28 ноябрҙә БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Әмир Миңләхмәт улы Ишемғолов менән Ғафури район Советы рәйесе Зөфәр Мәғәсүм улы Хафизов уҙғарҙы.
Уның эшендә шулай уҡ район Советы секретары Римма Зверева,  "Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының урындағы бүлексәһе етәксеһе Елена Жукова, район хакимиәтенең йәштәр бүлеге мөдире Альбина Ғәзизова ҡатнашты. Йәмәғәт ҡабул итеүенә килеүселәрҙең барыһы ла Красно-усолдан булып, улар район үҙәгендәге мөһим көнүҙәк мәсьәләләр күтәрҙе.
Красноусолда Урман (Лесная) урамында йәшәүселәр исеменән Таңһылыу Бәхтейәрова 500 метрҙа урам юлына асфальт һалыуҙа ярҙам һораны. Урында хәл итерҙәй был һорауға яуап шул булды: район хакимиәте башлығы һәм район Советы депутаты исеменә коллектив хат яҙырға кәрәк. Икенсе һорауы шәхси юҫыҡта ине, быйыл үҙ умарталыҡтарында етештерелгән ҡорт балын (8 феләк) һата алмауҙарына зарланды.  Әмир Миңләхмәт улы ярҙам ҡулы һуҙырға вәғәҙәләне.
Яңы тормош (Новый быт) урамында йәшәүсе оло йәштәге Фәнис Мирхәйҙәровтың (һүрәттә) айырыуса быйылғы Экология йылында тирә-йүнде таҙа тотоу мәсьәләһен күтәреүе бик тә урынлы булды. Ул көнкүреш ҡалдыҡтарын урамдар буйлап йыйып йөрөп, һәйбәт эшләүҙәрен, һөҙөмтәлә ауыл таҙарып, матурланып ҡалыуын ыңғай яҡтан баһаланы. Ә үҙенең түгерлек ҡалдыҡтары ла, уға мохтаж да булмауын белдерҙе, әммә был хаҡта күп тапҡырҙар әйтеүенә ҡарамаҫтан, әленән-әле квитанция ебәреүҙәренә ризаһыҙлыҡ белдерҙе. Ваҡ-төйәк сүп-сарҙы, пластикты яндырыуын, яҙлы-көҙлө йыйылған, баҡсалағы сүп-сарҙы бер урынға өйөп ҡуйып, ашлама итеп тотоноуын, ә ҡалай банкалы ашамлыҡтар, шулай уҡ балыҡ консерваларын бөтөнләй һатып алмауын аңлатты. Депутаттар үҙҙәре килеп ҡарап, быға инанһындар ине, тине.  Фәнис Зәки улы шулай уҡ кешеләрҙең өйөндә йыйылған сүп-сарын урманға алып барып түгеүенә әсенде. Бына ошондай выжданһыҙҙарҙан урмандарҙы һаҡларға кәрәк, тине ул. Һәм үҙе кеүек бер нисә пенсионерҙан торған экологик халыҡ контроле булдырыу теләген еткерҙе.
Красноусолға өс йыл элек ғаиләһе менән күсеп килеп йәшәй башлаған Алексей Емельянов, II төркөм инвалид булараҡ, ергә һалым түләүенән азат ителеү-ителмәүенә асыҡлыҡ индереүҙе һорап килгәйне.
Райондың спорт ветераны Ғайса Кейекбаев саңғы спортын үҫтереү йәһәтенән мөһим булған  - ҡышҡыһын саңғы трассаһы һалыу, уны һәр ваҡыт тәртиптә тотоу  өсөн "Буран” ҡаргиҙәре алыу мәсьәләһен күтәрҙе. Шулай уҡ элекке теле-
вышка янында даими автомашиналар ҡуйыу урыны булдырыу ҙа өлгөрөп еткән мәсьәлә булыуын билдәләп үтте.
Граждандарҙы ҡабул итеүселәр үҙҙәрен борсоған һорауҙар менән килеүселәрҙе  иғтибар  менән тыңлап, һәр береһенә аныҡ яуаптар бирҙеләр, артабан өйрәнеүҙе талап ителгәндәрен яҙып алып, мәсьәлә хәл ителгәс, шылтыратасаҡтарын белдерҙеләр.
И.ӘЛИБАЕВА.