Мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмайыҡ!
12 декабря 2017 йыл | Урындағы үҙидара

Мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмайыҡ!
Мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмайыҡ!
Мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмайыҡ!
Мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмайыҡ!Билдәле булыуынса, районда урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы уңышлы ғәмәлгә ашырыла. Айырыуса 2016-2017 йылдарҙа был программала ҡатнашыусылар һиҙелерлек артты.
Мәҫәлән, 2016 йылда был программала ҡатнашҡан Бельский, Красноусол, Аҡкүл, Толпар, Сәйетбаба ауыл биләмәләре үҙҙәрендә булған проблеманы өлөшләтә хәл итә алды. Бельский ауыл биләмәһе "МТЗ” тракторы алыуға өлгәште. Был трактор менән ҡыш көнө ауыл урамдары ҡарҙан таҙартыла, ә йәй көндәрендә техника сүп-сар түгеүгә, ауыл урамдарын төҙөкләндереү эштәренә йәлеп ителә. Толпар ауыл биләмәһе иһә янғын һүндереү насостары һатып алды. Красноусол ауыл биләмәһе "Йәшлек” ял паркын төҙөкләндерергә ҡарар итте. Ике йыл рәттән ошо эшкә байтаҡ ҡына суммала аҡса йүнәлтелде. Һөҙөмтәлә район үҙәгендәге ял паркы күҙгә күренеп йәмләнде һәм ул Красноусол ауылы халҡының яратҡан ял итеү урынына әүерелер тип ышанғы килә. Аҡкүл һәм Сәйетбаба ауыл биләмәләре был программа аҡсаһын социаль-мәҙәни объекттарҙы ремонтлауға йүнәлтте.
2017 йылда иһә Красноусол, Имәндәш, Бурлы, Яңғыҙҡайын, Үтәк ауыл биләмәләре урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында еңеп сыҡты. Имәндәш һәм Яңғыҙҡайын ауыл биләмәләре "МТЗ” тракторы һатып алырға ҡарар итте. Красноусол ауыл биләмәһендә "Йәшлек” ял паркы төҙөкләндерелде, Үтәк ауыл биләмәһе балалар майҙансығы булдырҙы, Бурлы ауыл биләмәһе ауыл мәҙәниәт йортон ремонтларға ҡарар итте. Шулай итеп, ике йыл эсендә районда 10 проект ғәмәлгә ашырылды һәм уларҙың дөйөм суммаһы 11,9 миллион һум тәшкил итә. Шуларҙың 2,05 миллион һумы ауыл биләмәләренең урындағы бюджетынан бүленгән аҡса булһа, 1,04 миллион һумы эшҡыуарҙар тарафынан индерелгән иғәнә булып тора. Халыҡтан 1,52 миллион һум аҡса йыйылған. Ә ҡалған аҡса, йәғни 7,33 миллион һум Башҡортостан Республикаһы бюджетынан бүленгән. Йәғни төп сығымды республика бюджеты күтәрә. Шуға ла был программала ҡатнашыу бик отошло.
2018 йылда ла урындағы проблемаларҙы хәл итеүгә рес-публика бюджетынан аҡса йүнәлтеү мөмкинлеге бар. Әле ауыл биләмәләрендә халыҡ менән йыйылыштар уҙғарыла, был программала ҡатнашып, нимә эшләргә кәрәклеге хәл ителә. Халыҡ был йыйылыштарҙа әүҙем ҡатнашырға һәм үҙ фекерен ныҡлы әйтергә тейеш. Халыҡтан күпме аҡса йыйыу кәрәклеге лә ошо йыйылыштарҙа хәл ителә бит. Әйҙәгеҙ, битараф булмайыҡ, урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһын ғәмәлгә ашырыу бу-
йынса уҙғарылған йыйылыштарға әүҙем йөрөйөк. Ауылдарыбыҙҙың йөҙө ыңғай яҡҡа үҙгәреүенә, йәшәйешебеҙҙең яҡшырыуына әҙ генә булһа ла үҙ өлөшөбөҙҙө индерәйек.

Мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмайыҡ!