Төҙөкләндереүгә йүнәлтелә
05 февраля 2018 йыл | Урындағы үҙидара

Төҙөкләндереүгә йүнәлтеләБашҡортостан Республикаһы Хөкүмәте йортонда "2018-2022 йылдарға ҡала мөхитен формалаштырыу” өҫтөнлөклө проекты буйынса ведомство-ара комиссияның сираттағы ултырышы булып үтте.

Башҡортостанда өҫтөнлөклө проектты ғәмәлгә ашырыу тураһында Башҡортостан Республикаһы Торлаҡ –коммуналь хужалығы министры урынбаҫары Альфред Зиннәтуллин сығыш яһаны. Уның белдереүенсә, әле 2018-2019 йылдарға тәү сиратта төҙөкләндереүҙе талап иткән йәмәғәт биләмәләрен асыҡлау өсөн рейтинг тауыш биреү буйнса эш алып барыла.

Республиканың 20 меңдән ашыу халыҡ йәшәгән ҡала һәм ҡала биләмәләре тәү сиратта төҙөкләндереүҙе талап иткән дөйөм йәмәғәт урындарын үҙҙәре һайлап ала ала.

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығында белдереүҙәренсә, 9 февралгә тиклем тәү сираттта төҙөкләндереүҙе талап иткән дөйөм йәмәғәт урындарын – сквер, парк, һыу буйҙары һәм башҡалар, халыҡ үҙе тәҡдим итә ала. Бының өсөн муниципаль берәмектәрҙең рәсми сайтында "Ҡала мөхите” проектына бағышланға айырым бүлек бар.

Тауыш биреү республиканың 23 тораҡ пункты – Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Нефтекама, Октябрьский, Күмертау, Туймазы, Бәләбәй, Бөрө, Благовещен, Яңауыл, Дүртөйлө, Баймаҡ, Сибай, Учалы, Ишембай, Приютово, Шишмә, Белорет, Межгорье, Ағиҙел, Мәләүез, Дәүләкән ҡала-ҡасабаларында 18 мартта буласаҡ.

Әле үк хакимиәттәрҙең сайттарында аҡсаны ҡайһы объектҡа йүнәлтеү йомғаҡтары күрһәтелгән. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡ ҡалаһында Стәрле һәм Ольховка йылғалары буйҙарын төҙөкләндереү, шулай уҡ ҡаланың бер нисә паркын һәм йәйәүлеләр йөрөй торған урындарҙы төҙөкләндерәсәктәре билдәле булды. Салауат ҡалаһында иһә Ленин урамындағы Аллеяны һәм Батырҙар Аллеяһын, ҡала дауаханаһы биләмәһен, ҡала паркын, пляжды, Салауат Юлаев бульварындағы фонтанды, ҡала скверын һәм башҡа объекттарҙы төҙөкләндереү ҡарала.

2018 йылда республикала "Ҡала мөхитен формалаштырыу” проектын бойомға ашырыу өсөн 1 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтеү ҡаралған. Шуның 891 миллион һумы федераль, 175 миллион һумы республика бюджетынан йәлеп ителәсәк.

2017 йыда был программа буйынса 23 муниципаль бермәмектә 416 ихата һәм 37 йәмәғәт урыны төҙөкләндерелде. 2018 йылда Башҡортостандың 63 муниципаль берәмеге лә был проектты ғәмәлгә ашырыуҙа ҡатнаша.

Төҙөкләндереүгә йүнәлтеләҒафури район муниципаль район хакимиәте башлығының төҙөлөшө буйынса урынбаҫары Фуат Кейекбаев:

"Ҡала мөхите” өҫтөнлөклө проекты буйынса Ғафури районына 2018 йылда 7 миллион 200 мең һум аҡса бүленә. Әлегә программала Красноусол ауылы ғына ҡатнаша. Киләсәктә был программаға Сәйетбаба, Табын, Аҡкүл кеүек ҙур ауылдарҙы ла индерергә иҫәп тотабыҙ. Программа 2022 йылға тиклем эшләйәсәк һәм беҙ билдәләнгән ваҡытҡа төҙөкләндереү буйынса муниципаль берәмектәрҙә үҙебеҙҙең планлаштырылған эштәрҙе башҡарып сығырға мөмкинлектәр бар.

Әле программаға индерелгән күп фатирлы йорт ихаталары билдәле булды һәм билдәләнгән эштәрҙе башҡарып сығыу талап ителә. Һуңғы йылдарҙа төҙөлгән Свердлов, Баҡса урамдарындағы социаль йорттар, шулай халыҡ күп йәшәгән һәм төҙөкләндереү эштәре талап ителгән Кейекбаев урамындағы 50 А һәм 50 Б, Блюхер урамындағы күп фатирлы йорттар (барак) был программағы инә.

"Ҡала мөхите” проекты йәмәғәт урындарын төҙөкләндереү һәм шарттар булдырыуҙы тәьмин итә. Билдәләнгән финанс сығымдарының бер өлөшөн "Йәшлек” ял паркын һәм район хакимиәте ҡаршыныдағы майҙанды төҙөкләндереүгә йүнәлтеү ҡарала.